Иҡтисад
24 Ноябрь 2020, 17:30

Тағы бер хәүеф янай

Күптән түгел генә ҡош киҙеүе тип хәүефкә ҡалғайныҡ, хәҙер сират сусҡаларға етте...

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәккә сусҡа африка чумаһын индермәү саралары ҡаралды.
Кәңәшмәлә республиканың Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин, төбәктәге күҙәтеү органдары, райондарҙың хакимиәттәр һәм ветеринария станциялары, эре сусҡасылыҡ фермалары вәкилдәре ҡатнашты.
"Йыл һайын илдә сусҡа африка чумаһы таралыуы арта, – тине Илшат Фәзрахманов. – Һәм был һағайтмайынса ҡалмай. Беҙҙә сусҡасылыҡтың киләсәге насар түгел. Бәләбәйҙә миллион баш сусҡаға тип иҫәпләнгән эре ит эшкәртеү комплексы төҙөлә. Әгәр дөйөм көс менән төбәктә хәүефле сирҙең күпләп артыуын кисектермәһәк, уларҙың барыһының да хәүеф аҫтында ҡалыуы мөмкин.
Әгәр сусҡа африка чумаһын республикаға индерһәк, төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген бөтөрәсәк, тармаҡтың әле юғары булған инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге һиҙелерлек кәмейәсәк", – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры.
Азат Йыһаншин үҙ сығышында Һамар өлкәһендәге сусҡа африка чумаһы эпизоотияһының контролдән сығыуы уның Ырымбур өлкәһе биләмәһенә таралыуына килтереүе хаҡында әйтте. Унда һуңғы аҙнала Грачевский һәм Быҙаулыҡ райондарында ике урында был сирҙең аҙыуы күҙәтелгән. Ә ул урындан Башҡортостанға тиклем 70 километрҙан кәмерәк. Был сир ҡыр ҡабандары араһында таралған. Һунарсылар сирҙең аҙған урындарында йәнлектәрҙе тоталь ҡырып бөтөргән саҡта, атыу тауышынан ҡурҡҡан ҡыр сусҡаһы өсөн 70 километр арауыҡ – бер нисә сәғәтлек юл ғына. Шуға хәүефле инфекцияның республикаға инеү ихтималлығы бар. Өҫтәүенә ҡыр сусҡаларына сик булып торған ҡалын ҡар ҡатламының юҡлығы ла хәлде ҡатмарлаштыра.

Сусҡа африка чумаһы нимә ул?

Ул – йорт һәм ҡыр сусҡаларына хәүеф менән янаған сир. Малды 100 процент ҡырыусан. Ул беренсе тапҡыр Рәсәйҙә 2007 йылда теркәлгәйне һәм ошо ваҡыттан алып был хәүефле сирҙең 1750-нән ашыу аҙыу осрағы булған. Быйыл Рәсәй Ветеринария департаменты тарафынан сирҙең 254 аҙыу осрағы асыҡланған. Был иһә 2019 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 55 процентҡа күберәк (141 осраҡ). Ауырыу урындары туҡтауһыҙ арта, төрлө милек хужалыҡтары зыян күрә. Шуныһы бар: хатта биологик йәһәттән ныҡ һаҡланған предприятиеларға ла был хәүефле сир йыш үтеп инеүсән.

Сирҙе иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә?

Тәү сиратта йорт сусҡаларын иректә йөрөтөргә ярамай. Шулай уҡ республика Ветеринария идаралығы рөхсәтен алмайынса, башҡа төбәктәрҙән сусҡаларҙы килтерергә ярамай. Бынан тыш, уларға заводта етештерелгән аҙыҡты ғына бирергә кәрәк. Сусҡалар торған бинаға ингәндә дезинфекциялау барьерҙарын, алмаш кейемде файҙаланырға кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр.
Кәңәшмә барышында күҙәтеү органдары, һунарсылыҡ хужалыҡтары менән эшмәкәрлек мәсьәләләре ҡаралды. Республикалағы эре сусҡасылыҡ предприятиелары етәкселәренең фекерҙәре тыңланды.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас