Иҡтисад
25 Ноябрь 2020, 10:40

“Экспорт кэшбегы”н алырға теләһәгеҙ...

Ғаризалар 23 ноябрҙән 11 декабргә тиклем ҡабул ителә.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһынан ситкә тауар (продукция), интеллектуаль милек һәм (йәки) хеҙмәт һөҙөмтәләрен экспортлаған республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына Башҡортостан ҡаҙнаһынан субсидия рәүешендә грант (“экспорт кэшбегы”) алыуға конкурстың икенсе этабы башланды. Ғаризалар 23 ноябрҙән 11 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Программала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ғына ҡатнаша ала. Грант экспорт килешеүе буйынса килгән аҡсаның 10 проценты күләмендә бирелә. Шул уҡ ваҡытта уның дәүмәле ғариза тапшырылған йылға тиклем республика бюджетына түләнгән һалым һәм йыйым күләменең 50 процентынан артыҡ була алмай.
Был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Субсидияға ғаризалар Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетында (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13) ҡабул ителә.
Фото: foreign.bashkortostan.ru
Читайте нас