Иҡтисад
24 Ноябрь 2020, 19:37

Радий ХӘБИРОВ: “Иҡтисадтың яңы үҫеш нөктәләре тураһында уйлайбыҙ”

Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ төбәктәре нисек йәшәй?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында эш сәфәрендә булды. Салауат ҡалаһында төбәк етәксеһе нефть химияһы тармағындағы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү менән танышты. Ишембай районында Радий Фәрит улы сәнәғәт предприятиеларында булды, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү барышын ҡараны. Ә Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты.


Салауат заводтары – илдә иң яҡшыһы


Былтыр 65 йыллығын билдәләгән Салауат катализатор заводы ҡаланың алдынғы пред­приятиеларының береһе булып тора. Ул – Рә­сәй­ҙә нефть газы тармағы өсөн катализаторҙар һәм адсорбенттар эшләгән иң ҙур етештереү­селәрҙең береһе. Заводтың тауар ассортименты үҙ эсенә 70-ләп әйберҙе ала, улар химия менән металлургиянан башлап ауыл хужалығына тиклем бик кәрәк.


Былтыр мартта үткән “Инвестиция сәғәте” ба­рышында заводтың генераль директоры Дмит­рий Медведев инвестиция күләме 1,1 миллиард һумдан ашыу булған порошоклы силикагель етештереүсе ҡулайлама төҙөү проектын тәҡдим иткәйне. Уның белдереүенсә, Рәсәйгә был тауарҙы, ҡағиҙә булараҡ, сит илдән кил­терәләр, шуға күрә яңы ҡулайламаны эшкә ҡушыу Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисадының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген күтәреү мөмкинлеге бирәсәк.


Завод майҙансығында Радий Хәбиров ҡеүәте 4,5 мең тонна булған яңы етештереүҙең беренсе си­ратын ҡарап сыҡты һәм предприятиеның арта­банғы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Дмитрий Медведев белдереүенсә, 2016 йылдан алып Салауат катализатор заводы эшмәкәр­лекте яҡшыртыу һәм етештереүҙе киңәйтеүгә 1,5 миллиард һум самаһы инвестиция һалған. Был өҫтәмә 200 хеҙмәт урыны булдырыу мөмкинлеге биргән.


Аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм агросәнәғәт комп­лексы өсөн инновациялы тауарҙар етештереү завод өсөн киләсәкле йүнәлеш булып тора. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 40-тан ашыу предприятиеһы бындағы һыра стабилизаторына һәйбәт баһа биргән. Шулай уҡ заводтағы үҫеш регуляторын файҙаланып яһалған тәжрибәләр картуф, сөгөлдөр һәм башҡа тамыраҙыҡтарҙың уңдырышлылығы 40 процентҡа тиклем артҡанын күрһәткән.


Радий Хәбиров республиканың Сәнә­ғәт һәм энергетика министрлығына Баш­ҡортостан биләмәһендә эшләгән ҙур һыра заводтары менән Салауатта етештерелгән стабилизаторҙы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр үткәрергә ҡушты. Ә республиканың Ауыл хужа­лығы министрлығы үҫеш регуляторы һәм мал аҙығы өҫтәмәләре һөҙөмтә­ле­леген өйрәнергә һәм “Ауыл хужалығы сәғәте”ндә уны төбәктең бер нисә ауыл хужалығы пред­приятиеһында пилот вариантында файҙаланып ҡарарға тейеш.
Завод етәкселеге порошоклы силикагелгә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы кимәлендә экспертиза үткәреүҙә һәм артабан тауарҙы тематик күргәҙмәләрҙә ҡатнашып һатыуҙа ярҙам итеүҙе һораны. Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына заводҡа был йүнәлештә булышлыҡ күрһәтергә ҡушты.
“Битум” компаниялары төркөмөнә ингән “Заманса битум материалдары” етештереү берекмәһе майҙансығында Радий Хәбиров юл битумын һәм уны етештереү өсөн сеймалды һаҡлау өсөн терминал-келәт комплексын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Ул күләме 4900 кубометр булған 12 резервуарҙы үҙ эсенә ала. Бындай объектты булдырыу дефицит осоронда битумға хаҡтарҙың тотороҡлолоғон һәм юл төҙөлөшө ваҡытында юлсыларҙы кәрәкле тауар менән тулыһынса тәьмин итә аласаҡ. Быйыл август айында әлеге проект “Инвестиция сәғәте”ндә хупланғайны.
– Был – республика менән пред­прия­тиеларҙың хеҙмәттәшлек итеүенең ың­ғай миҫалы, – тине Радий Хәбиров. – Былтыр августа беҙ бында булдыҡ, һәм инвестор нефть шламдары менән тул­ған был ер участкаһын уға етеш­тереү ойоштороу өсөн биреүҙе һораны. Ул тиҙ арала, бер йыл эсендә, барыһын да төҙөп бөтөргә һүҙ биргәйне. Ярты миллиард һум самаһы аҡса һалдылар. Ниһайәт, барыһы ла тормошҡа аша ла башланы.
Салауат ҡалаһында Башҡортостан Башлығы ҡала дауаханаһының яңы кор­пусын ҡараны. Уны 30 ноябрҙә файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. 6,7 мең квадрат метрлыҡ алты ҡатлы бинала неврология, кардиология һәм терапия бүлексәләре, оториноларингология өсөн урындар, паллиатив медицина ярҙамы һәм травматология пункты урынлашасаҡ. Декабрь аҙағында бында ангиография комплексы эш башлай, ә 2021 йылда – компьютер томографы. Корпусты төҙөү хаҡы 371 миллион һум тора, уның 98 миллион һумы заманса ҡорамал һәм йыһаз өсөн тотонолған.
Радий Фәрит улы дауахананың кадр­ҙар менән тәьмин ителеүе, артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөй­ләш­те һәм рес­публиканың Һаулыҡ һаҡ­лау ми­нистрлығына хирургия корпусын артабан ремонтлау йәки реконструкция­лау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Артабан Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы ярында булды. Бында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса биләмәне төҙөкләндереү дауам итә. Проект ике йылға иҫәпләнгән. Быйыл 129 миллион һум аҡса алынған, уның 120 миллионы – федераль бюджеттан. Беренсе этап барышында яҡ­тыртыу системалары эшләнгән, амфитеатр, павильон, йүгереү юлы һалынған, биләмә йәшелләндерелгән, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, асфальт һәм экобурса түшәлгән. Тик подрядсы ойошма был эштәрҙе ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай.
Был быйыл майҙа яр буйын төҙөк­лән­дереү эштәренә конкурста “МегаСтройМонтаж” ойошмаһының еңеүенә бәйле. Улар күпкә арзан хаҡтар тәҡдим иткән. Тик контрактҡа ҡул ҡуйылғандан һуң өс ай дауамында бер нәмә лә эшләмәгәндәр. Һөҙөмтәлә ҡала улар менән контрактты өҙгән һәм яңы конкурс иғлан иткән. Унда еңгән “Башальянсстрой” йәмғиәте сентябрь айында ғына эшкә тотонған.
Радий Хәбиров был хәл менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе, был – ҡала менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының эшләп еткермәүе һөҙөмтәһе, тип билдәләне.
Төҙөкләндереүҙең икенсе этабын 2021 йылда тормошҡа ашырасаҡтар. Был маҡсатҡа 53 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Ишембайҙың өҫтөнлөгө – махсус иҡтисади зона булыуҙа


Ишембай районында Радий Фәрит улы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙанына юлланды. Уның резиденттары предприятиеларын урынлаштырыу өсөн етештереү комплекстары төҙөй башлаған да.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәр­летамаҡ һәм Ишембай райондарында махсус иҡтисади зона булдырыу тураһындағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин быйыл май айында ҡул ҡуйғайны.
Махсус иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны 470 гектар тәшкил итә. Уның ҙур өлөшөн энергетика, нефть химияһы, приборҙар эшләү, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәләрендә предприятиелар булдырыусы резиденттар биләй.
Башҡортостан Башлығы светодиодлы яҡтыртҡыстар һәм уның өсөн терәктәр төҙөгән “ЗУР” компанияһы, шулай уҡ йылына 500 комплект эш, спорт кейеме етештереү ҡеүәте булған “Аркада” тегеү фабрикаһының төҙөлөш майҙансыҡтары менән танышты.
Төбәк етәксеһе резиденттарҙың эш темпын юғары баһаланы.

– Күреүебеҙсә, яңы йылға тиклем бында беренсе биналар барлыҡҡа килә­сәк. Ә киләһе йылдан предприятиелар эшләй башлаясаҡ. Шулай итеп, беҙ мах­сус иҡтисади зона биләмәһен тул­тырҙыҡ тиерлек, сиратта һаман инвес­торҙар тора әле, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылдан алып был проектты тағы ла үҫтерәсәкбеҙ, шуға күрә бөгөндән республика иҡти­садының яңы “үҫеш нөктәләре” тураһында уйлайбыҙ.
Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Башлығы райондың иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе – “Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Улар төрлө нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнә. Төп тауар – быраулау ҡулайламалары һәм нефть-газ скважиналарын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау өсөн күтәреү агрегаттары.
Предприятиела әлеге ваҡытта яңынан техник ҡорамалландырыу программаһы тормошҡа ашырыла, уға ярашлы, файҙаланыуға яңы литей участкаһы индерелгән. Артабан механика цехын яңыртыу планлаштырыла – иҫкергән 140 станок алмаштырыласаҡ.
Республика етәксеһе производство­ның үҫеш һәм яңы башланғыстарына ярҙам мөмкинлектәрен Башҡортостан­дың Инвестиция комитеты ултырышында ҡарарға тәҡдим итте.
Артабан Башҡортостан Башлығы “Башҡортостан ихаталары” програм­ма­һына ярашлы төҙөкләндерелгән урынды – Ленин урамындағы күп фатирлы 2-се һәм 4-се йорттар ихатаһын ҡараны. Биләмәлә яңы асфальт түшәл­гән, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыр­тылған, хәүефһеҙ япмалы яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылған, кәртә­ләр, эскәмйәләр, урналар урынлаш­тырылған.
Бында йәшәгән кешеләр Радий Хәбировҡа ошондай программа бул­дырғаны өсөн рәхмәт әйтте. Хәҙер ихаталар уңайлы, матур, халыҡ уларҙан бик ҡәнәғәт.
Республика етәксеһе белдереүенсә, алдағы бер нисә йылда ҡаланың йәмәғәт инфраструктураһы күҙгә күренеп үҙгәрәсәк.

– Ишембай үҙгәрә башланы, һәм беҙ был эште дауам итәсәкбеҙ. Иң мө­һиме – бында махсус иҡтисади зона бар­лыҡҡа килде, ул урындағы иҡти­садты үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – 2022 йылда республика беренсе Ишембай нефтен табыуға 90 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк. Беҙ “Башнефть” менән был көнгә бергә әҙерләнеү буйынса һөйләшеү алып барабыҙ, ҡаланың иң мөһим йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерәсәкбеҙ.


Төҙөлөш тамамланыуға күп ҡалманы


Эш сәфәре барышында Башҡорт­остан Башлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһын­дағы яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө менән танышты.
Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр булған объект тәүге пациенттарҙы де­кабр­ҙә үк ҡабул итәсәк. Бында изо­ляцияланған 70 бокс бар, ә пациенттар иң күп саҡта 300 кешене һыйҙыра ала­саҡтар. Ябай бокстар һәм реанимация палаталарынан тыш, шулай уҡ бала табыу һәм балалар бүлексәһе, хирургия блогы, бак-лаборатория, томография бүлексәһе бар. Госпиталь биләмәһендә санавиация өсөн вертолет майҙансығы ла ҡаралған.
– Меңгә яҡын төҙөүсе һәм инженер­ҙар бында тәүлек әйләнәһенә эшләй, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – 1 декабргә тиклем төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау һәм шунда уҡ ҡушыу-көйләү эштәрен башлау бурысын ҡуябыҙ.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, яңы үҙәк күп функциялы һәм, пандемия үткәс, уның тәғәйенләнешен үҙгәртергә мөмкин буласаҡ.
– Медицина ҡорамалдарын килтереү шунда уҡ башланасаҡ. Ауыр ҡора­малдар – компьютер томографы, рентген кабинеты, ИВЛ аппараттары – Өфө­гә килеп тә етте. Ошо көндәрҙә уларҙы бында урынлаштырыу, бер рәттән ҙур йыһаздарҙы йыйыу ҙа башлана, – тине Максим Забелин. – Штат расписаниеһы барлыҡҡа килде – пандемия ваҡытында бында 400 белгес эшләйәсәк. Баш табип медицина хеҙмәткәрҙәрен туплау менән шө­ғөлләнә. Шулай уҡ “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләү тәжрибәһе булған яҡын-тирәләге табиптарҙы вахта ысулы менән эшләтергә йыйынабыҙ. Белгестәр өсөн ятаҡта йәшәү ойошторабыҙ.

Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов белдереүенсә, бында эшләргә теләгән кешеләр бар. Ҡала улар өсөн ун хеҙмәт фатиры бирәсәк.
– Хәл ҡатмарлы, шуға күрә Стәрле­тамаҡ ҡалаһындағы госпиталь көньяҡ медицина округында коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе дауалау өсөн бик кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Уны асыу менән беҙ ҡалалағы башҡа дауа­ха­наларҙы бушатабыҙ һәм ковидҡа ҡара­маған сирлеләрҙе унда дауалай башлайбыҙ. Стәрлетамаҡ дауаханаһын Өфөләге үҙәк тәжрибәһен файҙаланып төҙөйбөҙ. Мәҫәлән, хәҙер бәҙрәфтәр бокстарҙа ла, коридорҙа ла буласаҡ, сөн­ки кешеләр бик күп булған саҡта ко­ридорҙа ла ятыу ихтималлығын аңлайбыҙ. Проблема барлығын күрәбеҙ икән, уны хәл итәбеҙ, көтөп ултыр­майбыҙ. Яңыраҡ ҡына ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге астыҡ, ул дүрт көн эсендә биш мең мөрәжәғәт ҡабул итте. Шылтыратҡан һәр кеше кәрәкле ярҙам алды.
Читайте нас