Иҡтисад
26 Ноябрь 2020, 14:50

Ҡеүәтле техника - мул уңыштың нигеҙе

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары лизингҡа 8,2 миллиард һумлыҡ техника һатып алған.

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятелары быйыл 8,2 миллиард һумлыҡ техника һатып алған. Был һан былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 2,7 миллиард һумға күберәк. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, былтыр 5,5 миллиард һумлыҡ техника алынған.
Йыл башынан аграрийҙар 470 трактор, 300 комбайн, 600 берәмек башҡа төрлө техника һатып алған. Был күрһәткестәргә Росагролизинг тәҡдим иткән ташламалы программа ярҙамында ирешкәндәр. Дәүләт компанияһы менән төҙөлгән килешеүҙәрҙең күләме 2 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес былтырғынан өс тапҡырға күберәк.
Лизингҡа ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу буйынса Башҡортостан Рәсәй буйынса 39-сы урындан икенсе урынға күтәрелгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Росагролизинг етәксеһе Павел Косов менән быйыл ике тапҡыр осрашты. Был һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булараҡ, бөгөн ауыл хужалығы техникаһының яңырыуын күрәбеҙ.
"Башҡортостан ауыл хужалығы үҫеше буйынса гел алдынғы төбәктәр иҫәбендә килә. Агросәнәғәт комплексына һалынған инвестициялар йәһәтенән дә, дәүләт ярҙамы күрһәтеү яғынан да алдынғылар иҫәбендә башҡаларға өлгө булып тораһығыҙ", - тип билдәләне Павел Косов осрашыу мәлендә.
"Республика Росагролизнг компанияһы менән оҙаҡ йылдар әүҙем эшләй. Хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы шарттар ҙа, компанияның ышаныслы булыуы ла ауыл хужалығы предприятиеларын ылыҡтыра. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙың матди базаһын шаҡтай нығытыуға өлгәштек. Артабан иһә һатып алынған техника һанын тағы ла күбәйтергә иҫәп тотабыҙ, сөнки был алым үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте", - тине Радий Хәбиров осрашыу мәлендә.
Статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, бөгөн ураҡ мәлендә эшләгән бер комбайнға көсөргәнеш 470 гектар тәшкил итә. Былтыр был һан 490 гектар булған. Эксперттар билдәләүенсә иһә, бер берәмек техникаға төшкән көсөргәнеш 350 гектар самаһы булырға тейеш. Тап шул мәлдә уңыш йыйыу компанияһын юғалтыуһыҙ һәм өҙөклөкһөҙ атҡарырға була.
Әйткәндәй, Росагролизинг тәҡдим иткән программаға ярашлы, техника бүлеп түләү шарты менән ете йылға, 3 процент ставка менән бирелә. Бер йыл дауамында техника өсөн түләргә кәрәкмәй.

Геннадий МАРКОВ, Баҡалы районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе:
- Техниканы алғас, түләүҙәрҙән бер йылға азат ителеү - программа шарттарының иң уңайлы өлөшө тип уйлайым. Был арауыҡ эсендә яңы техника ярҙамында баҫыуҙарҙы тейешле кимәлдә әҙерләп, мул уңышҡа өмөт итеп була. Беҙҙең хужалыҡ техниканы даими рәүештә алыштырып тора. Быйыл лизингка трактор һәм "Кузбасс" тип аталған сәсеү комплексы алдыҡ. Ҡеүәтле техника ярҙамында хужалыҡтың 3,3 мең гектар ере ҡышҡылыҡҡа тейешенсә эшкәртелеп һалынды.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Читайте нас