Иҡтисад
26 Ноябрь 2020, 17:15

Үҙебеҙҙең етештереүселәр сифат менән алдырһа...

Бөгөн Башҡортостан Башлығы үткәргән эш кәңәшмәһендә биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә төбәк тауар етештереүселәренә ярҙам саралары ҡаралды.

26 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә төбәк тауар етештереүселәренә ярҙам саралары ҡаралды.
Кәңәшмә башланыр алдынан төбәк етәксеһе Башҡортостанда етештерелгән тротуар плитәһе һәм биҙәү ташы күргәҙмәһе менән танышты. Үҙ тауарҙарын Сибай, Баймаҡ, Белорет һәм Нуриман районы эшҡыуарҙары тәҡдим иткән. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар белдереүенсә, төбәктә төҙөкләндереү өсөн тауарға ихтыяж йыл һайын арта бара. Был Башҡортостандың ҡала һәм райондарында уңайлы мөхит формалаштырыуға бәйле масштаблы эштәрҙең, шул иҫәптән республика программалары буйынса, артыуы арҡаһында шулай.
Радий Хәбиров плитә, декоратив кирбес, биҙәү ташының киң ассортиментын билдәләне һәм киләһе “Инвестиция сәғәте”нең береһен был тармаҡты үҫтереүгә арнарға тәҡдим итте. Кәңәшмәгә етештереүен киңәйтеүгә һәм дәүләт ярҙамына мохтаж урындағы эшҡыуарҙарҙы саҡырасаҡтар.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырған саҡта тәү сиратта республика етештереүсеһенә ярҙам итеүгә иғтибар итергә кәрәк.
– Әлбиттә, тик беҙҙең эшҡыуарҙарға өҫтөнлөк бирергә кәрәкмәй. Әгәр мөһим проект өсөн республикала булмаған таш кәрәк икән, уны икенсе төбәктән алырға мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Тик шул уҡ “Башҡорт ихаталары” программаһында беҙ дәғүә итерлек хаҡ һәм тейешле сифат тәҡдим иткәндә, үҙ етештереүселәребеҙгә өҫтөнлөк бирә алабыҙ.
Башҡортостан Башлығы ошондай тауар етештергән республика компаниялары реестрын булдырырға ҡушты. Уға эшҡыуарҙар һәм предприятиелар тауарҙың сифатын тикшергәс кенә эләгә аласаҡ. Тауарҙары республика биләмәһендә башҡарылған төҙөкләндереү программаларында файҙаланыуға тәҡдим ителәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас