Һәр йорттағы именлек, уңайлы көнкүреш шарттары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең көндәлек фиҙакәр хеҙмәтенә, һөнәри оҫталығына бәйле. “Инициатива Плюс” идарасы компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге – быға матур миҫал.
Предприятие райондың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы иң ҙур компанияларҙың береһе. Ул үҙенең эшмәкәрлеген 2013 йылдан ғәмәлгә ашыра. Был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында реформалар башланған ҡатмарлы осор була. Предприятие үҙ эшмәкәрлеген яңы талаптар нигеҙендә ҡора һәм уны йылдан-йыл камиллаштыра бара.
Предприятие торлаҡ фондын ҡарауға һәм файҙаланыуға идара итә. Ул үҙ эшмәкәрлеген ғәмәлдәге закондарға ярашлы, торлаҡ хужалары менән килешеүҙәр нигеҙендә башҡара. Предприятие ҡарамағындағы торлаҡ майҙаны 183,3 мең квадрат метр тәшкил итә, йәғни Серафимовка ауылындағы күп фатирлы 132 йортто ла улар хеҙмәтләндерә. Был йорттарҙың күпселеге бынан илле йыл самаһы элек төҙөлгәнлектән, туҙыу кимәле лә юғары. Шуға идарасы компания ағымдағы ремонт эштәренә ҙур көс һәм сығымдар йүнәлтә. Мәҫәлән, быйыл үҙ көстәре менән 2706,6 мең һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылған. Тиҫтәгә яҡын йортҡа эске ремонт яһағандар, 23 йорттоң түбәһен, 33 йорттоң фасадын ремонтлағандар, күп кенә йорттарҙа электр йыһаздарын, һыу һәм йылылыҡ системаһын яңыртҡандар. Сираттағы йылытыу миҙгеленә ныҡлы әҙерлек менән ингәндәр.
Быйыл туғыҙ айҙа техник хеҙмәтләндереү буйынса 2807,6 мең һумлыҡ эштәр ғәмәлгә ашырылған. Техник хеҙмәтләндереүгә махсуслаштырылған ойошмалар ҙа йәлеп ителгән. Әйтәйек, тышҡы газ селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүгә – “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, газ йыһаздарын диагностикалауға – “Альтон” корпорацияһы, йорттарҙың төтөн юлдарын һәм вентиляция каналдарын тикшереүгә “ПожЗащитаЭксперт” йәмғиәте йәлеп ителгән. Торлаҡ хужаларының заявкалары буйынса “Эверест” йәмғиәте санитар эшкәртеүҙәр үткәргән.
Һуңғы осорҙа предприятиела энергия һаҡсыллығын тәьмин итеү буйынса ҡоласлы эштәр башҡарылған. Бөгөнгө көнгә һыу һәм электр энергияһын иҫәпләү буйынса шәхси һәм дөйөм йорт приборҙарын урынлаштырыу тулыһынса теүәлләнгән.
Ауыл ере булғанлыҡтан, идарасы компанияның эшмәкәрлеге үтә күренмәле һәм һәр кем уға үҙ баһаһын бирә ала.
Коллектив үҙ абруйын юғары сифатлы эше менән күтәрә. Әлбиттә, һәр йортто төҙөк, күркәм итеү, эске һәм тышҡы коммуникацияларҙы тулыһынса төҙөкләндереү өсөн финанс мөмкинлектәре һәр урындағыса сикләнгән. Шуға ла предприятиела республика бюджетынан аҡса йәлеп итеү мөмкинлектәрен файҙаланырға тырышалар. Һуңғы осорҙа ғына ”Күп фатирлы иң яҡшы йорт” конкурсында бер нисә тапҡыр еңеүсе булараҡ, 1,5 миллион һум аҡса алыуға өлгәшкәндәр. Уны йорттарҙы төҙөкләндереүгә һәм ремонтҡа йүнәлткәндәр. Ғөмүмән, компания федераль һәм республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Башҡорт ихатаһы” программаһына ярашлы күп фатирлы ун бер йорт төҙөкләндерелгән, балалар майҙансығы урынлаштырылған. “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын яңыртыу программаһы” ла уңышлы бара. Былтыр ошо программала – алты, быйыл иһә күп фатирлы өс йорт ҡатнашҡан.
Коллектив торлаҡ хужалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Барлыҡ йорттарҙа ла йорт комитеттары ойошторолған, һәм улар идарасы компанияның ышаныслы таянысына әүерелгән. Халыҡ менән аңлашып эшләүҙең ыңғай һөҙөмтәһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙә лә асыҡ сағыла. Былтыр түләүҙәр йыйымының уртаса күрһәткесе 94,1 процент тәшкил иткән. Быйылғы күрһәткестәр ҙә ҡәнәғәтләнерлек булыр, тип ышаналар.
Предприятиела 76 кешенән торған тырыш, берҙәм коллектив тупланған. Һәр кем үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Улар араһында тәжрибәле, юғары квалификациялы электр монтеры Раушан Ғәбделғәлиевте, шулай уҡ ауыр һәм яуаплы хеҙмәтен күп йылдар дауамында намыҫлы башҡарған тырыш урам һепереүсе Зөлфиә Салминаны хеҙмәттәштәре айырыуса маҡтап телгә ала. Улар икеһе лә күп тапҡыр ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – халыҡтың уңайлы, имен, дәрәжәле тормошон тәьмин итеүгә йүнәлтелгән яуаплы тармаҡ. Уға идара итеү – ир-егеттәр генә йөкмәрҙәй хеҙмәт. Ошондай яуаплылыҡты үҙ иңенә алған аҫыл заттар ҙа бар. Предприятиеға уңышлы етәкселек иткән Гүзәлиә Биктимерова – шундайҙарҙың береһе. Гүзәлиә Динислам ҡыҙы мәктәптән һуң Иваново химия-технология университетын тамамлай. Тәүҙә сәнәғәт предприятиеларында инженер-технолог, эколог булып эшләй. Ун йыл самаһы элек әлеге предприятиеға белгес булып урынлаша. Унан һуң хисапсы, баш хисапсы вазифаларын башҡара. Һәр эштә тырыш, талапсан, принципиаль, шул уҡ ваҡытта кешелекле һәм хәстәрлекле булыуы менән коллективта абруй яулай. Былтыр Гүзәлиә Динислам ҡыҙына предприятиеға етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар.
”Реформа ЖКХ” сайты дәлилләүенсә, 2019 йомғаҡтары буйынса идарасы компанияларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеге рейтингында “Инициатива Плюс” компанияһы Туймазы районы буйынса – беренсе, Башҡортостанда – өсөнсө, Рәсәйҙә 26-сы урында. Коллективтың тырыш хеҙмәтенә һәм етәксенең идара итеү оҫталығына юғары баһа был.