Иҡтисад
27 Ноябрь 2020, 08:30

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу – төп маҡсат

Предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса ҙур маҡсат ҡуйып, милли проект сараларын тормошҡа ашырыуға тотонмаҡсы.

“Медстальконструкция” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә белем биреү тренингтары үтә.
“Яҡшыртыу проекттарын тормошҡа ашырыу” курсында улар Федераль компетенциялар үҙәгенең проектты тәҡдим итеүҙән алып уны ғәмәлгә ашырыуға тиклемге методикаһы: этаптары, фазалары, ғәмәлдәр һәм документтар менән таныша. Был предприятиеларға һөнәри компетенцияға эйә булыу, шәхси етештереү практикаһын булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Әйткәндәй, предприятиеның эш төркөмөндә ҡатнашыусылар “Процестар фабрикаһы”нда уҡыған һәм етештереүҙе ҡулайлаштырыу проекттарында ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә. Әле иһә предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса ҙур маҡсат ҡуйып, милли проект сараларын тормошҡа ашырыуға тотонмаҡсы.
Мәғлүм булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты 2024 йылға илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Читайте нас