Быйыл президент гранттары конкурсы йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округындағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Рәсәйҙең федераль округтары араһында проекттарҙы финанслауҙа ярҙам күләме беренсе урынды яуланы.
Йыл буйы Волга буйы федераль округындағы йәмәғәт ойошмалары президент гранттарының өс конкурсы йомғаҡтары буйынса 1 миллиард 584 миллион 80 мең һум аҡса алды. 2017 йыл менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға тиерлек күберәк.
Төбәк Йәмәғәт палатаһы аппаратының Коммерцияға ҡарамаған ресурстар үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан был исемлектә – бишенсе урында. Быйыл коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 163,7 миллион һум аҡса йәлеп иткән. 2020 йылда президент гранттарының өс конкурсыда беҙҙең республиканың 158 проекты еңеп сыҡҡан.
Әйткәндәй, 2017 йылдан Башҡортостан райондары һәм ҡалалары президент гранттары конкурстарында 2,6 тапҡырға күберәк еңә башлаған. Әгәр 2017 йылда республикалағы 14 муниципалитеттың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары Президент гранттары фонды еңеүсеһе тип танылһа, быйыл иһә 36 ҡала һәм район еңеп сыҡҡан. Еңеүҙәр һаны буйынса өс муниципаль берекмә алдынғы. Улар – Өфө (32 еңеү), Стәрлетамаҡ (6), Сибай (4).
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурстар үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандан еңеүсе проекттар һаны – 7,5, ә еңеп алынған аҡса суммаһы биш тапҡырға артҡан.
2021 йылдың 1 февраленән президент гранттарының киләһе конкурсы старт аласаҡ.