Иҡтисад
27 Ноябрь 2020, 20:15

"Росагролизинг" ярҙамға килә

"Уның менән хеҙмәттәшлек беҙгә аҡсаны ситкә ебәрмәй, ойошма эшмәкәрлеген заманса яңыртыу менән ентекле шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә".

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары быйыл 8,2 миллиард һумлыҡ техника һатып алған. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 2,7 миллиард һумға күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән йыл 5,5 миллиард һумлыҡ техника алынған.
Йыл башынан аграрийҙар 2806 берәмек яңы техникаға эйә булған. Лизингка ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 39-сы урындан икенсегә күтәрелгән.
Республика Ауыл хужалығы министрлығы белгесе Филүс Хантимеров белдереүенсә, "Росагролизинг" тәҡдим иткән программаға ярашлы, техника бүлеп түләү шарты менән ете йылға өс процент ставка менән бирелә. Бер йыл дауамында техника өсөн түләргә кәрәкмәй, залогка ла мөлкәт биреүҙе талап итмәйҙәр.
“Башҡорт - Агроинвест” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең финанс директоры Алексей Абаев ойошманың сәсеү майҙандарын киләһе йыл 10 мең гектарға тиклем арттырырға планлаштырыуҙарын әйтте.
"Техниканың бер өлөшөн яңыртыуға өлгәштек. Был беҙгә артабанғы үҫеш планын билдәләргә ярҙам итте. Иген киптереү комплексы төҙөй башланыҡ. Яңы уңыш миҙгеленә ул әҙер буласаҡ. "Росагролизинг" менән хеҙмәттәшлек беҙгә аҡсаны ситкә сарыф итмәй, ойошма эшмәкәрлеген заманса яңыртыу менән ентекле шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, етештереү йыһаздарын яңыртыуҙы өс йыл дауамында тормошҡа ашырырбыҙ тип уйлағайныҡ, ә лизингтың шарттары уңайлы булыу арҡаһында, был эште бер йыл эсендә атҡарҙыҡ".
Ошо уҡ ойошманың баш инженеры Дмитрий Чарочкин әйтеүенсә, "Росагролизинг" программаһы буйынса һуңғы бер нисә йылда хужалыҡ 200 берәмек техниканы яңыртыуға өлгәшкән. "Тракторҙар паркын яңырттыҡ, арбалар, сәскестәр һатып алдыҡ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Яңы техника эшкә яңы һулыш, этәргес бирә", - ти ул.
Яңы техника уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға, уның күләмен арттырыуға йоғонто яһай. Шуға ла алдынғылар иҫәбендә килгән ауыл хужалығы предприятиеларының тәү сиратта техника паркын яңыртыуына аптырарға түгел. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге, Саҡмағош районының “Базы”, Ауырғазы районының “Уңыш” хужалыҡтары был мәсьәләгә бик етди ҡарай, техниканы даими яңыртып тора.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас