Иҡтисад
30 Ноябрь 2020, 13:45

Беҙҙең брендтарға ярҙам кәрәк!

Радий Хәбиров Башҡортостан етештереүселәренә ярҙам итергә, уларҙың брендтары өсөн әүҙемерәк тауыш бирергә саҡырҙы.

Билдәле булыуынса, әле “Рәсәй тәмдәре” брендтар конкурсы дауам итә. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын унда әүҙем ҡатнашып, республика брендтары өсөн тауыш биреүҙе һораны.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, “Рәсәй тәмдәре” милли конкурсы беренсе тапҡыр ойошторола. Республикабыҙҙың 26 бренды һигеҙ номинацияла ҡатнаша. Был бал, ҡымыҙ, минераль һыу, бальзам һәм башҡа тауарҙар. Конкурста ҡатнашыу өсөн бирелгән ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында. Беҙҙән һуң Мәскәү өлкәһе һәм Татарстан килә.
Онлайн тауыш биреү 19 ноябрҙә башланды һәм 2 декабрҙә тамамланасаҡ. Бөгөнгә ҡарата 770 мең кеше тауыш биргән. Башҡорт брендтары өсөн 40 меңдән ашыу кеше үҙ тауышын ҡалдырған.
– Беҙҙең брендтарға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк. Тауыш биреү тамамланғансы ике генә көн ҡалды, әйҙәгеҙ әүҙемерәк булайыҡ, үҙебеҙҙең етештереүселәргә ярҙам итәйек, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас