Иҡтисад
30 Ноябрь 2020, 15:00

Әгәр иҫкәртеү ҡағыҙы килмәһә...

Башҡортостанда 2019 йылға һалым түләү кәрәклеге хаҡындағы иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратылған. Тик уларҙың ебәрелмәүе өсөн сәбәптәр ҙә була. Түбәндә – ошо хаҡта.

Һалым түләү кәрәклеген иҫкәрткән ҡағыҙҙарҙың граждандарға ебәрелмәүе лә ихтимал. Улар түбәндәге осраҡтар:
  • Һалым күләме 100 һумдан артмаһа;
  • Һалымға ташламаға эйә булғандарға;
  • Һалым түләүҙән азат ителгәндәргә.
  • Ҡалған осраҡтарҙа милек һалымын түләү кәрәклеге хаҡындағы иҫкәртеү ҡағыҙы килмәһә, уны урындағы һалым органынан йәки күп функциялы үҙәктән алырға мөмкин.
    Тағы бер нәмә хаҡында оноторға ярамай: һалым түләү кәрәклеге хаҡындағы иҫкәртеү ҡағыҙының килмәүе конституцион бурысты атҡарыуҙан азат итмәй. Шуға 1 декабрҙән дә ҡалмай һалым түләү зарур.
    Һалым түләү менән бәйле мәсьәләләр килеп сыҡһа, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының “ҡыҙыу линия” телефонына шылтыратығыҙ: 7(347)226-38-00.
    Фото: социаль селтәрҙән.
    Читайте нас