Иҡтисад
1 Декабрь 2020, 15:55

Бәләкәй проблемалар ҙурға әйләнгән заман

Коронавирустың йоғонтоһо яҡын киләсәктә генә бөтмәйәсәк.

Был күңелһеҙ күҙаллау менән яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Донъя иҡтисады һәм донъя финансы департаменты профессоры, иҡтисад фәндәре докторы Алексей Кузнецов сығыш яһаны. Башҡа эксперттарҙың фараздары ла әллә ни өмөт уятмай. Бында инде сираттағы пандемия ғына түгел, ә донъя иҡтисадының һуңғы тиҫтә йылдар дауамындағы үҫешенең үҙенсәлектәре лә ғәйепле. Шулай ҙа хужалыҡ тармаҡтары ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Бөгөн улар ниндәй ауырлыҡтар аша үтә һәм киләсәк тормошобоҙға нимәләр вәғәҙә итә?
Бурысты түләй алмаһаң, пандемия һылтау түгел
Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ) белгестәре белдереүенсә, панде­мия­ға тиклем булған иҡтисади һәм финанс проблемалары яҡын килә­сәктә тағы ла ҡырҡыуыраҡ төҫ ала­саҡ. Быға саҡлы АҠШ, мәҫәлән, финанс ҡыйынлығынан еңел сыға ине: кәрәк булғанда тағы аҡса баҫтырып ала. Һөҙөм­тәлә был илдең дәүләт бурысы һуңғы йыл­дар­ҙа 22,7 триллион долларға еткәйне. Әммә илдең дәүләт ҡаҙнаһына идара итеүсе­ләрҙе был ошоға саҡлы әллә ни бошондорманы: кәрәк булғанда тағы миллион һәм миллиард доллар баҫтырасаҡтар бит. Халыҡ-ара иҡтисади бәйләнеше ошо валютаға нигеҙләнгән дәүләттәр бынан отола ғына, әлбиттә, ә АҠШ был хәлдә тағы өҫтөнлөк ала.
Хәҙер ваҡиғалар үҙгәрә төштө: йыл­дың икенсе өс айлығы йомғаҡ­тарына ҡарағанда, ошо дәүләттең эске тулайым продукты 30 про­центҡа (!) кәмегән, ә дәүләт бурысы йылдың тәүге туғыҙ айында 27 триллион долларҙан ашып киткән. Был хәл АҠШ тарихында беренсе тапҡыр.
“Fitch Ratings” рейтинг агентлығы хәбәр итеүенсә, йылдың тәүге биш айында донъяла бурыстар буйынса иғлан ителгән дефолттар һаны был­тырғы йыл дауамында (йәғни 12 ай эсендә) булған дефолттарға ҡара­ғанда ла күберәк. Был бөлгөнлөк осраҡтарының яртыһынан ашыуы АҠШ менән Канадаға тура килә.
Шулай итеп, донъя иҡтисады социаль-иҡтисади проблемаларҙы аҡса баҫып сығарыуҙы арттырыу юлы менән хәл итә алмауға барып терәлде. 2008–2009 йылдарҙағы көрсөк осоронда финанс активы 50 триллионға кәмегәйне. Әммә үҙәк банк­тар һәм фискаль органдар ба­ҙарға ошо уҡ дәүмәлдәге аҡса сыға­рыу юлы менән хәлде тулыһынса тип әйтерлек еңеләйтеүгә өлгәш­кәйне. Был юлы ундай өмөт юҡ.
АҠШ-тың иҡтисади сәйәсәтен ҡабатлап өйрәнгән башҡа илдәр ҙә хәҙер ауыр хәлдә. Һөҙөмтәлә социаль тигеҙһеҙлек тә тәрәнәйә төштө. АҠШ-тың донъя иҡтисадындағы өлөшө кәмей барыуын иҫәпкә алып, америка долларының халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙәге роле лә кәмеүе бик ихтимал. Белгестәр раҫ­лауынса, валюта курсын нығытыу буйынса даими күрелгән саралар ҙа көтөлгән йоғонто бирмәй. Был илдәге эске сәйәсәттә көсөргә­нешлек артыуы ла финанс системаһын ҡаҡшата бара. “БРИКС илдәренең бөгөнгө донъя финанс системаһына әүҙемерәк ҡушылыуы ғына яҡын киләсәктә был системаны тотороҡло итә аласаҡ”, – ти Алексей Кузнецов.
Маҡсат – зыянды мөмкин тиклем кәметеү
Был ауыр осорҙа күпселек предприятиелар етештереүҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҙур ҡыйынлыҡтарға осраны. Был, нигеҙҙә, сеймал һәм комплектлаусы өлөштәр килтертеүҙәге өҙөклөктәргә ҡайтып ҡала.
– Көрсөктөң граждандарға һәм эшҡыуар­лыҡҡа кире йоғонтоһон мөмкин тиклем кәметеү маҡсатын ҡуйған сараларҙы көн дә күрәбеҙ, – тигәйне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә. – Рәсәй Президенты иҡтисадтың тотороҡло эшләүенә йүнәлтелгән мөһим башланғыстарҙы иғлан итте. Хөкүмәт уларҙы Дәүләт Думаһы ҡарауына индерҙе һәм депутаттар тиҙ арала ҡанунлаштырҙы. Президент башланғысы менән ҡабул ителгән был саралар пакеты үтә мөһим. Уларға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ярты йыллыҡ һалым каникулы,
микропредприятиелар өсөн социаль фондтарға иғәнә түләтеүҙе кисектереү һәм башҡалар инә. Шулай уҡ иҡтисади яҡтан ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларҙы яҡлау маҡсатында бөлгөнлөк һәм штраф процедуралары алты айға кисектерелә. Бындай саралар, хәлдең нисек үҙгәреүенә ҡарап, артабан да ҡабул ителәсәк.
Рәсәй финанс министры Антон Силуа­новтың ошо кәңәшмәләге сығышынан күренеүенсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә ҙур ресурс бүленә. Был ниндәй саралар?
Барыһынан элек – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге саралар. Тармаҡта тейешле инфраструктура булдырыу өсөн өҫтәмә ресурстар йәлеп ителә: яңы инфекция үҙәктәре төҙөүгә, дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороуға һәм ҡайтанан йыһазландырыуға, махсус медицина автомобилдәре алыуға бүленгән аҡса 100 миллиард һумға яҡынлаша. Бынан тыш, сир­леләр менән туранан-тура эшләгән табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына өҫтәмә эш хаҡы түләү ҡарала. Бығаса сит илдән һатып алынған дауалау ҡорамалдарын Рәсәйҙә етештереүҙе яйға һалыуға ил ҡаҙнаһынан 10 миллиард һум бүленә.
Икенсе йүнәлеш – граждандарҙы социаль яҡлау. Әсәлек капиталына хоҡуғы булған һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә бишәр мең һум түләү ҡаралған, киләһе йыл ҡаҙнаһында бының өсөн 66 миллиард һум бүлеү планлаштырыла. Бынан тыш, эшһеҙлек буйынса пособиены хеҙмәткә иң аҙ түләү кимәленә еткереү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Был иһә ҡаҙнанан өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум талап итәсәк.
Шулай ҙа төп тырышлыҡ, Антон Силуанов раҫлауынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Иҡтисадтың ошо даирәһе өсөн страховка иғәнәләрен 30 проценттан 15-кә төшөрөү ҡаралды, ә был иһә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына йыл аҙағына саҡлы 285 миллиард һумлыҡ өҫтәмә ресурс туплау мөмкинлеге бирәсәк. Эшҡыуарҙарға шулай уҡ кредитты ташламалы хаҡ менән биреү ҙә, һис шикһеҙ, байтаҡ еңеллек килтерәсәк.
Улар – Рәсәй иҡтисадының нигеҙе
Коронавирус пандемияһының көҙгө, йәғни икенсе тулҡыны башланыуға уның энергетика баҙарына ла кире йоғонтоһо буласағы һиҙелә башланы. Энергия сығанаҡтарына ихтыяждың бер күтәрелеп, бер төшөп тороуы һәм ҡырҡа кәмеүе Рәсәйҙең нефть компанияларының мөмкинлектәрен дә ныҡ сикләй. Шулай ҙа ҙур нефть компаниялары йылдың икенсе яртыһында табышты гене­рациялауға әйләнеп ҡайта алды. Хәҙер барыһы ла уларҙың тиҙ үҙгәрә барған шарт­тарға йәһәт ҡулайлаша алыу һәләтенә бәйле.
Бер үк ваҡытта Рәсәй компанияларына, Көнбайыштың санкцияларына ярашлы, Европа һәм Төньяҡ Америка объекттары менән хеҙмәттәшлек итеү сикләнгән. Яҡын Көнсығыш илдәре, белеүебеҙсә, нефть һәм газ ресурстарына иң бай төбәк булып тора. Әммә уларҙағы һуңғы бер нисә тиҫтә йылда үҫеп еткән идарасылар, трейдерҙар һәм белгестәр башҡа ҡитғаларҙан ярҙам алмайынса эшләргә өйрәнде һәм Рәсәй ярҙамына бик мохтаж түгелдәр. Шуға ла Рәсәй нефтселәре хәҙер Африка илдәренә ҙур өмөт бағлай.
Ни өсөн Африка? Был ҡитғалағы илдәрҙә дәүләт ҡаҙнаһы нефть һәм газдан килгән һалымға ныҡ бәйле. Һәр “артыҡ” тинде ҡаҙ­наға алырға тырышыу сәйәсәте компания­ларға төрлө комплекслы проекттарға сы­ғым бүлеү мөмкинлеген ҡалдырмай. Икенсе төрлө әйткәндә, Африка инвестицияларға һәм етди технологияларға ҡытлыҡ кисерә, ә Рәсәй компаниялары төрлө яҡтан ҡыҫымға алырға тырышҡан санкциялар арҡаһында үҫеш майҙанын киңәйтә алмай. 2019 йылдың октябрендәге Рәсәй – Африка иҡтисади форумының тәүге саммитынан һуң беҙҙең ил компаниялары ошо ҡитға менән әүҙемерәк эшләй башланы.
Ҡаҙна алдан уйлап туплана
Бөгөнгө шарттарҙа йәшәү кимәлебеҙҙең дәүләт ҡаҙнаһына бәйлелеге бермә-бер артыуын һис кем инҡар итмәҫ, моғайын. Оҙаҡ­ламай республика парламенты Башҡортос­тандың киләһе йылға консолидацияланған ҡаҙнаһының үлсәмдәрен ҡабул итәсәк Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһы сәйәсәте тәрәндән уйлап һәм үлсәп башҡарылырға тейеш – был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.
Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш үлсәмдәре республика ҡаҙнаһы һәм муниципалитеттар бюджеты проекттарын әҙерләгәндә мөһим шарт булып тора. Быйыл республиканың үҫеш индикаторҙарына төрлө яҡлы динамика хас булды. Ошо йылдың тәүге туғыҙ айындағы сәнәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, мәҫәлән, былтырғы шул уҡ осор күрһәткестәренән ҡалышмай тиерлек. Бөгөнгө ауыр осор өсөн был – һәйбәт күренеш. Ауыл хужалығы ла йыл башынан алып үҫеш тиҙлеген һаҡлай. Төп капиталға инвестиция ошо осорҙа 18,1 процентҡа артҡан, ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 16,9 процент.
Андрей Назаров билдәләүенсә, көрсөккә ҡаршы сараларҙы тор­мошҡа ашырыу һәм ҡаҙнаның ба­лансланған булыуына өлгәшеү маҡсатында сығымдарҙы ҡулай­лаштырыу, ҡаҙнаның килемдәр буйынса юғалтыуҙарын өлөшләтә ҡаплау өсөн федераль бюджет ярҙамын йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡарылған. Алдағы ҡаҙна сығымдарын да ҡулайлаштырыу йүнәлешендә башҡарыу планлаштырыла.
“Ҡуйылған бурыстарҙың үтәләсәгенә шикләнмәйем”
Өфөлә 20-се Рәсәй энергетика форумы һәм 26-сы махсуслашҡан “Урал энергетикаһы” күргәҙмәһе асылыуы тураһында беҙ күптән түгел ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. “Пандемияға ҡарамайынса, Рәсәй энергетика форумында ҡатнашырға теләгәндәр йылдағыса күп”, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап. Ысынлап та, сарала илдең 14 төбәгенән белгестәр йыйылғайны.
Форумда Стәрлебаш ҡояш электр станцияһы эшкә ҡушылыуы үҙе үк беҙҙең республикалағы ошо тармаҡтың алға барыуын раҫлай. Был электр станцияһы республика селтәренең ҡеүәттәренә ҙур өлөш индерәсәк. Шулай уҡ “Башҡортостан экологик транспортты һайлай. Заряд йый һәм Алға!” исемле экспозицияла күрһәтелгән электромобилдәр ҙә технологик яҡтан алға барыуыбыҙҙы күрһәтеп тора, шуға күрә форумда хәҙер көн тәртибендә электро­мобилдәр өсөн зарядка инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһен хәл итеү тураһында ла һүҙ барҙы. Бындай автомобилдәр Башҡортостанда күбәйә бара икән.
Форум барышында “Хәҙерге заман энергетикаһы талаптары: 2035 йылға ҡараш” тигән стратегик сессия ла белгестәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда Мәскәү, Санк-Петербург, Ҡазан, Иркутск һәм башҡа ҡалаларҙан ғына түгел, сит ил белгестәре лә ҡатнашты. Мәҫәлән, Германияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәренең, Швейцариянан килгән эксперттарҙың ошо йәһәттән әүҙемлек күрһәтеүе билдәләнде. Йыйында 20-нән ашыу секция эшләүе лә дөйөм әүҙемлекте күрһәтеп тора. Өфө дәүләт авиация һәм нефть техник университеттарының форумда күрһәткән ҡаҙаныштары ла күп белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итте.
Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Тимур Герасимов билдәләүенсә, беҙҙең республика – яңыртылып торған энергетика (ел, ҡояш, һыу һ.б.) сығанаҡтарын файҙаланыуға индереүҙә Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәренең береһе. Стәрлебаш ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға тапшырыу ғына ла республикала ҡояш энергияһын ҡулланыу кимәлен 69,6 мегаватҡа еткерҙе.
– Дискуссияла ҡатнашыусыларҙың әүҙемлегенә ҡарағанда, мин ҡуйылған бурыстарҙың тормошҡа ашырына ышанам, – тине Александр Сидякин.
Эш урындарын юғалтмайҙар
Эйе, хужалыҡ тармаҡтарына еңелдән түгел хәҙер. Әммә алға ынтылыш көслө булғандар араһында нефть һәм энергетика кеүек ауыр сәнәғәткә ҡараған тармаҡтар ғына түгел, ә һәр мөмкинлектән баҙар талап иткәнсә файҙалана белгән башҡа предприятиелар ҙа аҙ түгел. Шулар иҫәбендә – республиканың еңел сәнәғәте. Улар пандемия шарттары талап иткән битлектәр һәм һаҡлағыс костюмдар тегеү форсатын да ҡулдан ысҡындырманы һәм әле лә ҙур заказдарҙы үтәүен дауам итә. Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән “Сәнәғәт сәғәттәре”нең береһендә ошо тармаҡтың үҫеш шарттары тикшерелде.
Йылдың туғыҙ айында кейем тегеү тармаҡ предприятиеларында 13 процентҡа артҡан. Быйыл еңел сәнәғәткә республика ҡаҙнаһы 150 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән, тармаҡтың 46 ойошмаһына сеймал һатып алыуға 100 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән. Бынан тыш, 28 предприятие субсидия иҫәбенә ҡорамалдарын яңыртҡан. Алға ынтылышта әүҙемлек күрһәткән предприятиеларҙан “Сәнәғәт сәғәте”ндә Нефтекаманың “Искож”, Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһы, “Баш-деним” акционерҙар йәмғиәте, “Аркада” берекмәһе һәм башҡалар телгә алынды.
– Беҙгә тегенсе һәм башҡа һөнәрҙәргә уҡытыу, оҫталыҡты күтәреү буйынса программа кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының еңел сәнәғәт предприятиелары менән берлектә ниндәй белгестәргә ҡытлыҡ булыуын тикшереүен, был эшкә колледждарҙы әүҙем йәлеп итеүен һорайым. Еңел сәнәғәтте үҫтерергә йыйынабыҙ икән, был йүнәлештә етди шөғөлләнергә кәрәк.
Быйыл яҙ еңел сәнәғәт предприятие­ларының эшмәкәрлеге туҡтап алғылаһа ла, артабан уларҙа кейем тегеү күләме уҙған йыл күрһәткестәренән артып китте. Бынан тыш, яңы тегеү цехтары ла асыла. Шәхси һаҡлағыс кейем тегеүҙе республиканың үҙендә етештереүгә лә тармаҡ тиҙ ҡушылып китте. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда медицина һәм гигиена битлектәре запасы 7,7 миллион дана тәшкил итә. Еңел сәнәғәт предприятиеларының ҡеүәте тәүлегенә 300 мең дана битлек һәм 12 мең дана һаҡлағыс костюм етештерергә һәләтле.
Рөстәм МОРАТОВ,
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры:
– Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына тағы ла биш предприятие ҡушыласаҡ, улар менән килешеүҙе яҡын көндәрҙә төҙөү күҙ уңында тотола.
Йыл аҙағына саҡлы предприятиеларҙы был эшкә федераль үҙәк билдәләгән лимиттан 30 процентҡа күберәк йәлеп итеүҙе планлаштырабыҙ. Әлеге мәлдә республиканың 87 предприятиеһы ошо проектта ҡатнашыусы булып тора, был – планға ҡарата 113 процент. Ундай компанияларҙың күбеһе, анығыраҡ әйткәндә 35 предприятие, Өфөлә урынлашҡан, шулай уҡ был йүнәлештә Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Мәләүез алда бара. Бөгөнгә һаҡсыл етештереү алымдарына 1388 хеҙмәткәр өйрәтелгән, ә был иһә планға ҡарата 168 процент тигән һүҙ. Етештереүҙе ҡулайлаштырыу һәм өҫтәмә килем алыуҙан тыш, милли проектта ҡатнашыусылар төрлө дәүләт ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген дә ала.
Киләһе йылдан милли проектта ҡатнашыу исемлегенә сауҙа ойошмалары ла инә аласаҡ. Ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары был исемлектән алынасаҡ. Бынан тыш, милли проектта ҡатнашыу өсөн һайлап алыуға талаптар ҙа үҙгәрә: компаниялар өсөн иң аҙ килем тупһаһы 400 миллион һумдан 800 миллион һумға саҡлы күтәрелә, ә максималь кимәлдең 30 миллиард һум булырға тейешлеге тураһындағы талап бөтөрөлә. Дөрөҫ, йыл аҙағына саҡлы 400 миллион һәм унан күберәк табыш алған предприятиеларҙың был милли проектта ҡатнашыу форсаты бар әле.
“Өҫтөнлөктәре – ватан ысулдарын файҙаланыу”
Быйыл майҙа булдырылған “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эшмәкәрлеге тураһында беҙҙең гәзит даими хәбәр итеп тора. Уның эксперт советының октябрь аҙағында үткәрелгән сираттағы ултырышында “Дога” финанс төркөмө менән “ЗУР” компанияһының ошо зонала сәнәғәт етештереүе башларға рөхсәт һораған ғаризаһы ҡаралды.
Ултырышта буласаҡ резиденттар үҙ проекттары тураһында һөйләне. Эксперт советы ағзалары уларҙың көнүҙәк булыуын билдәләне һәм проекттарҙы бер тауыштан хупланы. Был тәҡдимдәрҙең әһәмиәте нимәлә?
”Дога”ның проекты углеводородлы газды хуш еҫле углеводородтарға әйләндереүгә ҡайтып ҡала. Был химия сәнәғәте өсөн үтә кәрәкле булған сеймал – бензол, толуол-ксилол фракцияһы һәм метанлы газ бирәсәк. Завод электр энергияһы ла етештерәсәк. Дөйөм инвестиция хаҡы ике миллиард һум булған был ҡеүәттәр 100 өҫтәмә эш урыны булдырасаҡ. Төҙөлөш-монтаж эштәрен йыл аҙағында уҡ башларға вәғәҙә итәләр.
“ЗУР” компанияһының тәҡдиме, уның генераль директоры Ринат Зәйҙуллин билдәләүенсә – сит илдән килтерелгән продукцияны алмаштырасаҡ һәм өр-яңы донъя өлгөләренә торошло буласаҡ диодлы яҡтыртҡыс лампалар эшләп сығарыу. Лампалар етештереү өсөн заманса юғары технологияларға эйә был завод өҫтәмә 50 эш урыны булдыра. Номенклатура урам, парк һәм башҡа йәмәғәт урындарын энергияны һаҡсыл тотоноп яҡтыртыуҙа уңышлы ҡулланыла ала.
– Өҫтәмә эш урындары булдырыу һәм республиканың һалым базаһын киңәйтеү менән бер рәттән, был проекттарҙың өҫтөнлөгө шунда: улар инновациялы технологияларҙы ҡул­лана, шул иҫәптән ватан технологияларын да, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. – Эске һәм тышҡы баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланған һәм өҫтәмә ҡиммәте юғары булған продукция етештереләсәк. Был осраҡта ике проект та тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға булышлыҡ итә. Улар – илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарына, ә республиканы социаль-иҡтисади үҫтереү Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров билдәләгән стратегик талаптарға яуап бирергә һәләтле.
Билдәле булыуынса, бынан алдараҡ Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Алға” зонаһы резиденттары исемлегенә “Аркада” һәм “М-Синтез” компанияларын индергәйне. Шулай итеп, ундағы бөгөнгө перспективалы инвестиция портфеле 100 миллиард һумға етте.
Читайте нас