Илебеҙҙең социаль-иҡтисади йәһәттән үҫеше транспорт хеҙмәттәренә һорауҙы ла арттыра. Бөгөн ташылған йөктөң 60 процентҡа яҡыны автомобиль йөк транспорты ярҙамында атҡарыла. Әммә үҙ сиратында юлдар ҙа сифатын юғалта бара һәм даими ремонтлауҙы, яңыртыуҙы талап итә. Шулай итеп, йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһендәге кеүек, был тармаҡта ла төрлө проблемалар бар.
Күптән түгел “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында 2020 йылда Башҡортостанда автомобиль юлдары төҙөү һәм уларҙы ремонтлау, 2021 йылға үҫеш пландары хаҡында онлайн-конференцияла республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев, Урал буйы федераль автомобиль юлдар идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар төҙөлөшө, ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов ҡатнашты. Был сарала шулай уҡ тармаҡты борсоған проблемалар хаҡында ла һөйләнеләр.
М-5 “Урал” трассаһының республика буйлап үткән өлөшө 307 километр тәшкил итһә, шуның 89 километры ғына барлыҡ талаптарға яуап бирә. Ә был юл – илдәге транспорт саралары иң күп йөрөгән трассаларҙың береһе. Алан Марзаев Башҡортостанда ни өсөн ике һыҙатлы юлдарҙың барыһын да киңәйтмәүҙәренә аңлатма бирҙе. Уның әйтеүенсә, был эште тиҙ генә атҡарыу мөмкин түгел. “Ә ниңә Белорет юлдары әле һаман ике һыҙатлы булып ҡала?” тигән һорауға: “Барлыҡ юлдарҙы ла бер үк ваҡытта дүрт һыҙатлы итеү мөмкинлеге юҡ”, – тип яуап бирҙе министр. Был эш әкренләп башҡарыла, тиелде сарала.
Баш ҡала урамдары торошо хаҡында ла һүҙ булды. Мәҫәлән, ғәҙәттә, яҙлы-көҙлө һыу йыйылған Пугачев урамын мотлаҡ ҡайтанан проектлау кәрәк, тиелде онлайн-сарала. “Реконструкция эшләнәсәк. Һыу йыйылмаһын өсөн юлды “күтәрергә” кәрәк. Был эште мотлаҡ башҡарыу фараз”, – тине Алан Марзаев.
Урамдар тураһында һүҙ сыҡҡас, республика халҡының ошо мәсьәлә буйынса Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына йыш мөрәжәғәт итеүе хаҡында әйтелде. “Беҙ барлыҡ муниципаль райондарға был проблеманы яйға һалыу өсөн аҡса бүләбеҙ, шуға күрә башта урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр унда һеҙҙең мәсьәләне инҡар итһәләр йә дөрөҫ яуап бирмәһәләр, министрлыҡҡа еткерергә була”, – тиелде сарала.
Алан Марзаев “Юл хужалығы үҫешенең дөйөм система саралары” федераль һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекттары сиктәрендә республикаға яңы автобустарҙың ни өсөн бүленмәүен дә аңлатты. Министр әйтеүенсә, был проектта илдең барлыҡ төбәктәре лә ҡатнашыу хоҡуғына эйә, шул иҫәптән Башҡортостан да 2019 йылда заявка биргән. Әммә республика ҡайһы бер критерийҙар буйынса һайлауҙы үтә алмаған. Мәҫәлән, быға Башҡортостандың брутто-контракттар системаһына күсмәүе сәбәпсе булған. “Тиҙҙән беренсе конкурс ойоштороласаҡ. 21-се маршрут йыл аҙағына тиклем брутто-контракттар буйынса һатыулашасаҡ”, – тине Алан Марзаев. Ул шулай уҡ ведомствоның “НефАЗ” автобустарының һуңғы моделен һатып алыуы хаҡында белдерҙе.
Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 305 километр юл һәм урам ремонтланған, светофорҙар, юл билдәләре, камералар ҡуйылған һәм башҡа эштәр атҡарылған. Әйткәндәй, был милли проектта билдәләнгән бурыстар 2030 йылдың декабренә тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш. Уның маҡсаты – Рәсәй юлдарында уңайлы һәм хәүефһеҙ хәрәкәт итеүҙе ойоштороу. Өҫтәүенә юлдарҙағы һәләкәт осраҡтары ла өс тапҡырға кәмергә тейеш.
Тик, үткән йылғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, юлдарҙа ғүмере өҙөлгәндәр һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артыҡ кәмемәгән: 388 кеше. Был, былтырғы 9 ноябргә ҡарата, шунса уҡ күрһәткес. Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев республика Башлығы Радий Хәбировтың быйыл юлдарҙағы үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ҡуйған мәсьәләһенең үтәлә алмаясағы хаҡында белдерҙе. Автомобилдәр бәрелешеүе сәбәпле әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлгән, йәрәхәтләнгәндәр ҙә бихисап.
Үлемгә килтергән автоһәләкәттәрҙең 96 проценты федераль юлдарҙа теркәлгән. Министр әйтеүенсә, водителдәр йә тиҙлек режимын күҙәтмәй, йә рулгә эскән килеш ултыра. Билдәләнеүенсә, юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған 333 кешенең 94-е иҫерек булған. Республика ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 29 кешене иһә ҡараңғы ваҡытта машина менән бәрҙергәндәр, 34 кешенең ғүмере төбәк юлдарында өҙөлгән.
“Әгәр рулгә иҫерек килеш ултырмаһалар, үлем һаны ике тапҡырға кәмерәк булыр ине. Юл һәм транспорт министрлығы ғына был проблеманы яйға һала алмай. Ул комплекслы хәл ителергә тейеш, – тине Алан Марзаев. – Беҙҙең министрлыҡ тарафынан юлдар ваҡытында ҡарҙан таҙартылһа, юл һыҙыҡтары, билдәләре тәртиптә тотолһа, Эске эштәр министрлығы тарафынан водителдәр менән йәйәүлеләр контролдә булһа, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһә, мәктәптәр тарафынан тәрбиә эше алып барылһа, дөйөм хеҙмәт яҡшыраҡ һөҙөмтә бирәсәк. Мәктәп уҡыусыларының яҡтылыҡты ҡайтарғыс әйберҙәрҙе тағыуы мөһим”. Ул шулай уҡ уҡыусыларҙың кейемендә яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтарҙы файҙаланыуҙың мотлаҡ икәнлеген билдәләне.
Мәскәү водителдәренең автомобилгә идара итеү, йәйәүлеләрҙең юлда йөрөү мәҙәниәтен иғтибарға алыу кәрәклеге хаҡында әйтелде онлайн-конференцияла. Халҡы 12 миллион булған был ҡала юлдарында 262 кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай итеп, үрҙә әйтелгән һандар һәр кемде уйға һалырға тейеш, сөнки һүҙ кеше ғүмере хаҡында бара.