Иҡтисад
1 Декабрь 2020, 16:00

Етештереүгә ҡарағанда һатыуы ҡыйыныраҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәләренең береһендә республика сәнәғәтенең быйылғы туғыҙ айҙағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре һәм үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, бөгөнгө ауыр шарттарҙа ла Башҡортостан байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй.

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәләренең береһендә республика сәнәғәтенең быйылғы туғыҙ айҙағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре һәм үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, бөгөнгө ауыр шарттарҙа ла Башҡортостан байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй.
Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяевтың докладынан күренеүенсә, республика вертолеттар, нефть, дизель яғыулығы, бензол, шымар­тылған табаҡлы быяла, бетон автонасостары, автомобиль бензины, этилен, ксилол, стирол, сым, канат, ағас юнысҡы плитәләре, тәүге формалағы пластмасса, синтетик каучук, сәнәғәт мейестәре һәм камералары һәм башҡа төр продукция етештереү буйын­са тотороҡло рәүештә алдынғы урындарҙа килә.
Шул уҡ ваҡытта быйылғы көрсөк шарттарында етештереү өлкәһе беренсе булып ҡыйынлыҡтарға дусар ителде. Барыһынан элек – әҙер продукцияны һатыуҙа, тауар әйләнеше бәйләнештәрен һаҡлап ҡалыуҙа.
Әгәр ҙә 2019 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 104,2 процент тәшкил итһә һәм Рәсәй буйынса уртаса күр­һәткесте ике процентҡа уҙып китһә, быйылғы тәүге өс ай, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, 101,7 процент булһа, апрелдән алып сәнәғәт даирәһе байтаҡ күрһәткестәр буйынса артта ҡала башлаған. Быйылғы тәүге туғыҙ ай буйынса сәнәғәт етештереүе индексы уҙған йылғы ошондай уҡ осорға ҡарата 96,5 процент булды. Апрелдән башлап етештереү индексына, пандемиянан тыш, ОПЕК илдәренең нефть сығарыуҙы кәметеү буйынса килешеүе кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, республикала нефть һәм эйәрсен газ сығарыу 2019 йылдың сентябренә ҡарата ике тапҡырға кәмерәк.
Һөҙөмтәлә сәнәғәт етештереү индексы ла кәмене, сөнки нефть продукттары әһә­миәтле тармаҡ булып тора һәм һатыуға оҙатылған тауар күләмендә 39,3 процент тәшкил итә (2019 йылда был күрһәткес 45,6 процент булған). Апрелдән алып сентябргә саҡлы динамиканы ҡарағанда, сеймал сығарыу предприятиелары буйынса сәнәғәт индексы түбәнәйеүгә табан бара. Нефть сығарыу күләме май айынан алып кәмеүгә китте: ғинуарҙан алып был тармаҡтағы индекс 75,6 процентҡаса төшкән. Шул уҡ ваҡытта нефть продукттары етештереү индексы быйылғы туғыҙ айҙа 88,7 процент тәшкил итә.
Дөйөм кәмеү шарттарында ла туғыҙ айҙа иҡтисади эшмәкәрлектең 14 төрөндә үҫешкә өлгәшә алғандар. Был айырыуса химия продукттары, автотранспорт саралары, электр ҡорамалдары һәм дарыу етештереүгә ҡағыла. Мәғдән сығарыуҙа һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙә лә аҙ ғына булһа ла (0,3 – 0,8 процент) үҫешкә өлгәшә алғандар. Хәҙерге шарттарҙа был да иғтибарға лайыҡ.
Сәнәғәт буйынса, дөйөм алғанда, бы­йыл­ғы йыл аҙағына раҫланған күҙаллауға һәм республика Хөкүмәте эшмәкәрлеге программаһы сараларына ярашлы, сәнәғәт етештереүе индексын 100,1 процент итеү маҡсаты ҡуйыла. Бының өсөн етештереү тар­маҡтарындағы тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу, “үҫеш нөктәләре”н билдәләү ҡаралған.
“Үҫеш нөктәләре” тигәне нимә ул? Улар юғары өҫтәмә ҡиммәт тыуҙырған һәм республика сәнәғәте етештереүе күләменә ҙур өлөш индергән эшкәртеү предприятиеларына ҡағыла. Мәҫәлән, Өфө моторҙар берекмәһендә АЛ-41СТ-25 моторын “Газпром” предприятиеларында, йәғни хәрби өлкәгә ҡарамаған маҡсаттарҙа ҡулланыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Был проектты финанслау күләме биш миллиард һум тәшкил итәсәк. “Газпром” менән хеҙмәттәшлек программаһы сиктәрендә 2030 йылға саҡлы ошондай двигателдәрҙе һатыу 100 миллиард һумдан ашыу табыш килтерер, тип көтөлә.
Альтернатив һәм бәләкәй нефть сығарыу предприятиеларын йәлеп итеү нигеҙендә ҡара алтын сығарыу күләмен арттырыу маҡсаты ла иҡтисади яҡтан үтә мөһим булып тора. Бының өсөн яҡындағы ике йылда дәүләт 900 миллион һум күләмендә инвестиция һалырға ниәтләй, һөҙөмтәлә тәүлегенә 150-200 тонна дебитҡа һәләтле булған 15 скважина бырауланырға тейеш.
Бынан тыш, Башҡортостанда газ мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса ла сис­темалы эш алып барыла. Планда – 2022 йыл аҙағына саҡлы автомобилдәргә газ тултырыу буйынса 26 станция (АГНКС) төҙөү. Был беҙҙәге газ транспорты системаһын артабан үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.
Башҡортостандың урта эшҡыуарлыҡ тармағының система барлыҡҡа килтергән холдингтар менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү саралары ла күрелә. Был йәһәттән “Ростех”, “Башнефть”, “Газпром” һәм “Роскосмос” корпорациялары һәм акционерҙар йәмғиәттәре менән эш итеү өсөн профиль төркөмдәре ойошторолған.
– Күмертау авиация предприятиеһын ошондай эш төркөмдәренең йоғонтоло эшләүенә миҫал итеп килтерергә була, – тине Александр Шельдяев. – Әгәр ҙә коллективтың былтырғы етештереү күләме 4,4 миллиард һум булһа, “Ростех” менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә был күрһәткестең йыл аҙағына – 7,2 миллиард һумға, ә 2021 йылда 10,1 миллиард һум кимәленә сығыуы көтөлә.
Министр билдәләүенсә, предприя­тиеларҙың инвестиция эшмәкәрлеген, йәғни етештереүҙе арттырыу һәм сифатлы итеү менән ҡыҙыҡһыныуын артабан көсәйтеү саралары ла күрелә. Әлеге мәлдә һәр өсөнсө өҫтөнлөклө инвестиция проекты етештереү тармаҡтарына тура килә. Уларҙан дөйөм суммаһы 215,4 миллиард һумға еткән 41 проект тормошҡа ашырыла башланы ла инде, был 8,5 мең өҫтәмә эш урыны булдырасаҡ.
Ошо проекттарҙың иң әһәмиәтлеләре иҫәбендә түбәндәгеләрҙе күрһәтергә мөмкин: Өфө моторҙар берекмәһендә вертолет узелдары етештереү буйынса илдәге иң ҙур үҙәк асылды, “ГазпромНефтехим-Салауат” йәмғиәтендә инвестиция күләме 8,5 миллиард һум булған водород етештереү ҡоролмаһы эшкә ҡушылды, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең инвестиция программаһында йыл һайын 1,5 миллиард һум бүлеү 2021–2025 йылдарҙа 166 ауыл һәм ҡасабаға газ үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. “РЕИЛГО” компанияһы Благовещен ҡалаһында тимер юл вагондары ремонтлау предприятиеһы асты, Петербург трактор заводы республикала “Кировец-Өфө” дилер үҙәге булдырҙы, августа ғына “Поток-FIREPROFF” полипропилен торбалар һәм фитингтар етештереү ҡеүәтен файҙаланыуға тапшырҙы, “Медстальконструкция” медицина әйберҙәре етештереү предприятиеһын асырға йыйыналар, Бөрйән районында инвестиция күләме 2,24 миллиард һум булған ҡояш электр станцияһы төҙөлдө һәм башҡалар.
Читайте нас