Иҡтисад
1 Декабрь 2020, 16:30

Ҡулланыусылар кооперацияһы нисек эшләй?

Ниңә берәүҙәрҙең килеме 800 миллион һум, ә икенселәре ябылыу сигендә?

Бөгөн, 1 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә “Ауыл хужалығы сәғәте” үткәрҙе. Унда республикала ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте союзы 125 кооперативты берләштерә. Уларҙа 3,3 мең самаһы кеше хеҙмәт итә. Кооперативтар башлыса сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы тармағында эшләй.
"Уларҙың хәле төрлөсә. Лидерҙар бар, мәҫәлән, кереме 800 миллион һумлыҡ Баҡалы райпоһы. Ә ҡайһы бер райондарҙа ҡулланыусылар кооперацияһы бөтөнләй ябыла, – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Шул уҡ ваҡытта системаның мөмкинлектәре бик ҙур".
2020 йылдың ун айы эсендә Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтендә күрһәткестәр кәмегән. Мәҫәлән, тауарҙы күмәртәләп һатыу, йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше һәм ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алыу күләме былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек аҙ.
– Ҡайһы бер райондарҙағы уңыштар Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтендәге көрсөктөң системалы түгел, ә субъектив характерҙа икәнлеген дәлилләй, – тине Радий Хәбиров. – Барыһы ла урындағы етәкселәр һәм уларҙың командаһынан тора. Был - ҡулланыусылар йәмғиәтендәге идара итеү көрсөгө.
Илшат Фәзрахманов был өлкәлә уңышлы эшләгән райондарҙың ыңғай өлгөһөн алырға һәм уны башҡа төбәктәргә таратырға тәҡдим итте.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев етештереүселәрҙең тығыҙыраҡ кооперацияһын булдырырға тәҡдим итте. Улар берҙәм бренд аҫтында конкурентлыҡҡа һәләтле тауар сығарасаҡ. Был урта һәм ҙур сауҙа селтәрҙәрен ҡыҙыҡһындырыр ине, тине кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.
Башҡортостан Башлығы Ауыл хужалығы министрлығы менән Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтарына ике аҙна эсендә ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын үҫтереү концепцияһын эшләргә ҡушты. Унда тармаҡтың проблемаларын хәл итеү өсөн аныҡ тәҡдимдәр булырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас