Иҡтисад
3 Декабрь 2020, 18:00

“Инвестиция сәғәте”: ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғолов Өфө – Инйәр – Белорет юлында нимә төҙөргә тәҡдим итте?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә сираттағы “Инвестиция сәғәте”н үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар ауыл хужалығындағы, сәнәғәттәге һәм юл буйы сервисындағы яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.
Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы һәм “Калининдың һөтсөлөк комплексы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Николай Коваленко республикалағы иң ҙур агрохолдингтарҙың береһен үҫтереү планы тураһында һөйләне. Агрохолдинг 16 мең тонна һөт, 130 тонна һыйыр ите етештерә, иген культуралары үҫтереү буйынса Башҡортостан лидерҙарының тәүге тиҫтәһенә инә. Компания Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан, әммә күрше Бишбүләк һәм Йәрмәкәйҙә лә эшләй. Унда аграрийҙар фидлоттар (мал һимертеү майҙансыҡтары) һәм быҙау аҙбарҙары төҙөргә ниәтләй. Был ит етештереүҙе арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Инвестиция проекттарын өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереү менән агрохолдинг федераль ҡаҙнанан субсидияға иҫәп тота аласаҡ.
“Ҡурай” йәмғиәте директоры Тимерғәле Ураҙғолов Архангел районында Өфө – Инйәр – Белорет юлында заманса юл буйы комплексы төҙөү проектын тәҡдим итте. Эшҡыуарҙар уны үҙ иҫәбенә тормошҡа ашырырға теләй. Һөҙөмтәлә 85 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Фирма ҡуртымға ер алған, әле проектлау-тикшеренеү эштәре бара. Компания проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү һәм транспорт, инженерлыҡ инфраструктураһын булдырыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплау өсөн бюджеттан субсидия бүлеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
– Был трассала заманса юл буйы объекттары бик аҙ, шуға күрә уны йәнләндерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Благовещенда медицина һәм техник газдар етештереү күҙаллана. Был башланғысты “Атмосфера” фәнни-етештереү предприятиеһы проекты етәксеһе Сергей Бессолов тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, пандемия шарттарында илдәге дауалау учреждениеларында медицина кислородына ихтыяж кинәт артты. Әммә ғәмәлдәге газ етештереү технологияһы уны ҡәнәғәтләндерә алмай. Шыйыҡ газ етештереүгә күсеү ошо мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Өфөнөң Орджоникидзе районындағы “Астра” технопаркы составына етештереү-келәт һәм офис биналары комплексы инә. Генераль директор Венер Ғимаҙетдинов әйтеүенсә, был биләмәлә 12 резидент (шул иҫәптән сит илдекеләр ҙә) уңышлы эшләй. Технопаркты киңәйтеү өсөн инвестор инновациялы проект статусын һәм индустриаль парктарға ярҙам программаһы буйынса субсидия алыуға дәғүә итә.
Бер үк ваҡытта ул “Промтехстрой” компанияһы менән берлектә баш ҡаланың Октябрь районында “Астра” – спорт биләмәһе” тигән йәнә бер проектты тормошҡа ашыра.
– Бик ҡыҙыҡлы проект. Дәүләт ярҙамы сараларын күҙаллау өсөн урынға барып, проект менән ентекле танышырға тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас