Иҡтисад
3 Декабрь 2020, 10:30

Рәмзил Күсәрбаевҡа ышаныс күрһәтелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәмзил Күсәрбаевты Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Рәмзил Наил улы Күсәрбаев 1977 йылдың 9 майында Туймазы районының Ғәфүр ауылында тыуған. Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда “Ауыл төҙөүсеһе” бәләкәй предприятиеһында ташсы булып башлай. Төрлө йылдарҙа “Октябрьскнефть” идаралығында ташсы, мастер, инженер, “Нефтестроймонтаж”дың Октябрьский идаралығында директор, ошо уҡ йәмғиәттең Приют идаралығындағы Серафимовка төҙөлөш-монтаж цехында начальник урынбаҫары, Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары була.
2016 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе, 2020 йылда – республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас