Республикала урындағы үҙидара органдарының заман һәм йәмғиәт алдындағы яуаплылығын үҫтереүгә етди иғтибар йүнәлтелә. Уларҙың эшмәкәрлеге өсөн уңайлы ойоштороу-хоҡуҡи, финанс-иҡтисади шарттар тыуҙырыла. Был үҙидара органдарына үҙ вәкәләттәренән һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлектәрен бирә. Баш ҡала йәнәшәһендә генә урынлашҡан Михайловка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Исламова менән әңгәмә шул хаҡта һөйләшеүҙән башланды.
Был ауыл Советы биләмәһендә дүрт – Михайловка, Вавилов, Суровка, Мөҙәрис ауылдары һәм алты баҡсасылыҡ ширҡәте урынлашҡан. Даими йәшәгәндәрҙең һаны ун мең кешенән күберәк булһа, йәйге осорҙа баҡсасылар һәм ауылдағы йорттарҙан миҙгелле файҙаланыусылар иҫәбенә халыҡ һаны икеләтә арта. Аңлашылыуынса, халыҡтың контингенты үҙенсәлекле. Икенсенән, ауыл биләмәһе ҡалаға терәлеп тигәндәй тора. Халыҡтың талаптары ла ҡалалағыса юғары. Шуға ла ауыл Советы хакимиәте социаль мәсьәләләрҙе төп эш йүнәлеше итеп билдәләй. Тәү сиратта ул халыҡҡа уңайлы йәшәү мөхите булдырыуҙан тора. Әйтәйек, Михайловка ауылында күп фатирлы алтмыштан ашыу йорт иҫәпләнә. Торлаҡ фонды үҫә, былтыр ғына дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метрҙан күберәк 159 торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылған.
Күп фатирлы йорттарҙы алты идарасы компания, энергия ресурстары менән тәьмин итеүсе ике ойошма хеҙмәтләндерә. Торлаҡ фондын, юлдарҙы һәм электр яҡтыртыу системаһын төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ пункттарының социаль-иҡтисади үҫеш планы”на ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Был план халыҡтың ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәттәренә, тәҡдимдәренә нигеҙләнеп төҙөлә һәм йыл һайын декабрь айында депутаттар советы ҡарары менән раҫлана. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа күп фатирлы йорттарҙы, шулай уҡ һыу һәм йылытыу системаһын ремонтлау буйынса күләмле эштәр башҡарылған.
Был йәһәттән ауыл биләмәһе хакимиәте республика һәм федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңғы осорҙа, “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау” программаһына ярашлы ғәйәт күп эшләнгән. “2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ауыл һәм ҡала биләмәләрен тышҡы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу” программаһы нигеҙендә ауылдарҙа тиҫтәнән ашыу урамдың тышҡы яҡтыртыу системаһын ремонтлау билдәләнгән. Был йүнәлештә эш ырамлы бара. Биләмәлә өҫтәмә рәүештә 87 дана электр яҡтыртыу нөктәһе урынлаштырғандар, ғәмәлдәге йөҙҙән күберәк фонарҙы светодиодлы төрҙәренә алмаштырғандар.
“Русэнергомет” йәмғиәте менән муниципаль килешеү нигеҙендә Михайловка ауылына ингән автомобиль юлында яҡтылыҡ ҡоролмаһы ҡуйылған. Халыҡтың мөрәжәғәте буйынса “Волга М7 – Михайловка – Алексеевка” автомобиль юлында стационар яҡтыртыу ҡоролмаһын да тиҙҙән эшкә ҡушмаҡсылар. Тамамланып килгән йыл тарихта “Зауыҡлы биләмәләр йылы” булараҡ урын аласаҡ. Биләмәләге ауылдар уны ғорурланырлыҡ эштәр менән билдәләй. Ауыл Советы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә район хакимиәтенең бар яҡлап ярҙамына таяна.
Биләмәләге юлдар йылдан-йыл яҡшыра. Быйыл Суровка ауылына яңы юл һалғандар. Михайловканың “Михайловка Грин” микрорайонына һуҙыласаҡ юл проекты ла әҙер. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса һуңғы ике йылда ғына биләмәлә өс километрға яҡын юл асфальтланған, биш километр самаһына ваҡ таш түшәлгән. Йәнә Михайловка ауылының өс урамында юл билдәләре, светофорҙар урынлаштырып, йәйәүлеләр өсөн юл киҫелештәре һәм тротуарҙар булдырып, юл япмалары төҙөкләндерелгән.
“Реаль эштәр” төбәк проекты ла граждандар йыйынында күтәрелгән күп проблемаларҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән. Һөҙөмтәлә мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар, скверҙар, парктар төҙөкләндерелгән, Вавилов ауылында балалар майҙансығы төҙөлгән. Михайловканың Мәктәп урамындағы дүрт йорттоң ихатаһы “Уңайлы башҡорт ихатаһы” республика программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән, уйын йыһаздары урынлаштырылған. Был эштәр ошо йорттарҙа йәшәгәндәрҙең башланғысы менән тормошҡа ашҡан. Инициатива тигәндән, бигерәк тә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы халыҡты әүҙемләштергән. Йыйындарҙа күтәрелгән проблемаларҙы бергәләп хәл итәләр. Бында ауыл Советы депутаттарының (улар барлығы ун округтан бер тиҫтә) үҙ вәкәләттәренә яуаплы ҡарауын, халыҡҡа йоғонтоло булыуын билдәләргә кәрәк. Экологик өмәләрҙә, урам һәм майҙандарҙы йәшелләндереү сараларында халыҡ теләп ҡатнаша. Мәҫәлән, ”Йәшә, урман!” акцияһына ҡушылып, күптәр үҙ ағасын ултыртырға тырыша. Быйылғы акция барышында биләмәнең йәшеллек донъяһына меңдән ашыу йәш үҫенте өҫтәлгән.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек тә бөтә халыҡ хәстәрлегенә әүерелгән. Михайловка ауылының үҙәк майҙанын мемориаль һәм патриотик тәрбиә үҙәге итеп формалаштырғандар. Патриотик тәрбиә сараларын ойоштороуҙа Сергей Феоктистов етәкселегендәге ветерандар советының тырышлығы ҙур. Ауылда Һуғыш һәм хеҙмәт даны музейы бар. Михайловкалар ауылдаштары – Советтар Союзы Геройы Алексей Алымов һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Лидия Ганцева менән хаҡлы ғорурлана. Ауыл биләмәһе хакимиәте тырышлығы менән уларға Михайловкала стела ҡуйылған.
Әлбиттә, башҡарылған эштәр һәм алда торған бурыстар финанс сығымдары талап итә. Һуңғы йылдарҙа муниципалитеттарҙы республика кимәлендә маҡсатлы финанслау күп мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итә. Әммә бында юғарынан килгән аҡсаға ғына күҙ төбәп йәшәмәйҙәр, ә үҙ мөмкинлектәрен дә эшкә ҡушалар. Ауыл Советы йүнселлекте үҫтереүгә, ауылдарҙың иҡтисади ҡеүәтен көсәйтеүгә бар яҡлап булышлыҡ күрһәтә. Биләмәлә 223 юридик берәмек эшмәкәрлек алып бара. Шәхси эшҡыуарҙар, яңы эш урындары булдырып, һалым иҫәбенә урындағы ҡаҙнаны тулыландыра.
Ҡыҫҡаһы, урындағы хакимиәт халыҡтың йәшәйешен, уның рухи ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Бигерәк тә йәш быуынды тәрбиәләүгә иғтибар ҙур. Михайловка ауылында – өс спорт (береһе – күп функциялы), дүрт хоккей майҙансығы эшләй. Тренер Арсен Әхмәтов етәкселегендә балалар хоккей мәктәбе ойошторолған. “Легион” балалар һәм үҫмерҙәр хоккей командалары республика бәйгеләрендә еңеү артынан еңеү яулай. Михайловканың моделле мәҙәниәт йортонда биш йөҙгә яҡын кешене берләштергән 25 клуб эшләп килә. Мөдир, ауыл Советы депутаты Ирина Бобб мәҙәни тормошто йәнләндереүгә ҙур көс һала. Биләмәлә ике мәсет, бер приход бар. Вавилов ауылында сиркәү төҙөлә.
– Үҙидараның көсө – халыҡ менән кәңәшләшеп, бергә эшләүҙә. Беҙ ошо юлды һайланыҡ, – ти ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Исламова.
Гөлнара Нил ҡыҙы ҡала эргәһендәге ауылдарҙың, ундағы йәшәйештең бөтә нескәлектәрен белә. Ул халыҡ менән эшләүҙә бай тәжрибә туплаған. Гөлнара Нил ҡыҙы университет тамамлағас, байтаҡ йылдар педагогика өлкәһендә эшләй. 2007 йылда уға Михайловка ауыл Советының эштәр идарасыһы вазифаһын йөкмәтәләр. Ул Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белемен камиллаштыра. Һуңғы алты йылда ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй. Иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, Гөлнара Нил ҡыҙына үҙидара өлкәһендәге тәжрибәһе, ойоштороу оҫталығы, халыҡ алдындағы абруйы булышлыҡ итә. Ауылдаштары уны сабыр холоҡло, ярҙамсыл һәм талапсан булғаны өсөн ихтирам итә. Гөлнара Исламованың һәр хеҙмәт көнө халыҡ тураһында яңы хәстәрҙән башлана.