Башҡортостан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа илдең иң алдынғы төбәктәренең береһе исемлегенә инде. Был турала күптән түгел Мәскәүҙә XIV халыҡ-ара “Рәсәй транспорты” форумында әйттеләр, һәм был сарала республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы тураһында гәзитебеҙ хәбәр иткәйне инде. Уңыштың сере ниҙә һәм юлдарҙы заманса талаптарға ярашлы хәлгә килтереү, яңыларын булдырыу нисек бара, алдағы йылдарҙа был йүнәлештә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
“Һеҙҙәге юлдарҙы халыҡ юғары баһалай”
Халыҡ-ара форумда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының үтәлеше буйынса ла фекер алышыу барҙы һәм уның барышында беҙҙең республиканы ла телгә алдылар.
– Башҡортостан быйыл ошо милли проектты тормошҡа ашырыуҙа илдең алдынғы төбәктәренең береһе булып танылды, – тине форумдағы кәңәшмәне алып барған Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин. – Эште баһалау өсөн Рәсәй Транспорт министрлығы эксперттары ҡуйған үлсәмдәр – эштең физик күләме, бүленгән сығымды тейешенсә тотоноу, проект командаһының хеҙмәтен йоғонтоло ойоштороу, юл өлкәһендәге иң яҡшы технологияларҙы файҙаланыу, юл хәрәкәтендәге хәүефһеҙлек һәм уны яҡшыртыу өсөн тәғәйен саралар күреү, шулай уҡ халыҡтың ошо милли проект буйынса башҡарылған эште баһалауы. Былар барыһы ла республикала юғары кимәлдә үтәлә.
– Юлдар, “иҡтисадтың ҡан тамырҙары”, беҙҙең республикала яҡшырғандан-яҡшыра, – тип билдәләне үҙенең сығышында Радий Фәрит улы. – Был кимәлдә туҡтап ҡалырға уйламайбыҙ. Беҙ йыл һайын республиканың юл фондын финанслауҙы, юл төҙөү һәм ремонтлау күләмен арттырырға ниәтләйбеҙ. Ҙур ғына инфраструктура объекттарын тормошҡа ашырыу ҙа планлаштырыла, был иһә юл хәрәкәтен байтаҡҡа еңеләйтергә тейеш, айырыуса – Өфө агломерацияһында.
Форумда билдәләнеүенсә, пандемия шарттары дөйөм хәлде ҡатмарлаштырыуға, күп кенә сикләүҙәр индерелеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә юл төҙөлөшө күләмен арттырыуға өлгәшкәндәр. “Юл төҙөлөшө тармағы хатта алдан билдәләнгән күләмде лә арттырып үтәне, һөҙөмтәлә Рәсәй буйынса планлаштырылған алты мең объект урынына ете меңе норматив хәлгә килтерелде, 123 миллион квадрат метр урынына 142 мең миллион квадрат метр юлға асфальт түшәлде”, – тине Марат Хөснуллин.
Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә быйыл 213,8 километр юл ремонтланған, бынан тыш 11,1 километр юлға капиталь ремонт яһалған. Йыл аҙағына хәтлем билдәләнгән күләмде тамамлағас һәм тейешле документтарҙы тултырғас та, был күрһәткестәрҙең тәүгеһе – 305,2 километр, икенсеһе 12,3 километр булыр тип көтөлә.
Юлдарҙағы һәм уларҙың тирә-яғындағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн быйыл республикала 23 светофор, 248 юл тамғаһы һәм юлды йәйәүлеләрҙән айырыу өсөн 1 200 метр кәртә ҡуйылған.
Ниндәй объекттар әҙер буласаҡ?
Быйыл файҙаланыуға тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән объекттар түбәндәгеләр:
* Өфө ҡалаһын көнбайыштан урап үткән юлда Өфө районының Авдон ауылына инеү юлын реконструкциялау;
* Стәрлетамаҡта Коммунистик, Урау юл һәм Ҡаранай Моратов урамдары сатын реконструкциялау, был урында түңәрәкле хәрәкәт яһау;
* Стәрлетамаҡта Суханов, Ильич урамдары һәм Стәрлебаш тракты киҫешкән урынды реконструкциялау, ошо ерҙә түңәрәкле хәрәкәт эшләү;
* Өфөнөң Валерий Лесунов урамында Ауыл Богородицаһы урамынан алып Баландин бульварына саҡлы биләмәлә, шулай уҡ Баландин бульварында Валерий Лесунов урамынан алып Ферин урамына саҡлы булған өлөштә автомобиль юлы һалыу;
* Өфөнөң Киров районында Ағиҙел аша күперҙе реконструкциялауҙы дауам итеү.
– Башҡортостандың юл инфраструктураһын комплекслы үҫтереүгә быйыл 27,38 миллиард һум бүленде, был үткән йыл менән сағыштырғанда 19 процентҡа күберәк, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев күптән түгелге сығышында. – Был аҡсаның 11,5 миллиард һумы муниципалитеттарға йүнәлтелде, был да алдағы йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа күберәк.
Министр билдәләүенсә, быйыл республикаға федераль үҙәктән бығаса булмаған ярҙам күрһәтелгән – 6,3 миллиард һум бүленгән, был иһә федераль ҡаҙнанан былтыр бирелгән сумманан 18 процентҡа ҙурыраҡ. Йыл буйы башҡарылған эш һөҙөмтәһендә республикалағы дөйөм файҙаланыуҙағы төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың норматив талаптарға яуап биргән өлөшө 55,3 процентҡа еткән. “Тимәк, был юлдарға диагностика барышында иҫкәрмәләр булмаясаҡ”, – тине министр.
Милли проект сиктәрендә быйыл Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында бер юлы 264 объектта эш бара, уларҙың ун һигеҙе “күсмә” исемлектә тора, йәғни киләһе йылдарҙа тамамланасаҡ. Бынан тыш, быйыл 305 километр юлда һәм урамда ремонт үткәреү ҡаралғайны. “Әлеге көндә эштең төп күләме башҡарылды, уларҙы ҡабул итеү һәм документтар тултырыу бара, ҡалғандары ла тамамланыу өҫтөндә”, – тине Алан Марзаев.
Киләһе йылғы пландарға аңлатма биреп, транспорт һәм юл төҙөлөшө министры шуларҙы билдәләне: күп кенә юл инфраструктураһы объекттарында эш башланасаҡ, уларҙың иң мөһимдәре араһында Ағиҙел аша күпер төҙөлөшөн дауам итеүҙе, Ҡариҙел районы үҙәгенән алып Дыуан районының Тастүбә ауылына саҡлы автомобиль юлын реконструкциялауҙы һәм башҡаларҙы күрһәтергә була. Киләһе йылда Шакша эргәһендә Ҡариҙел аша күпер һәм Иҫке Затон күпере ремонтлана башлаясаҡ. Эш, дөйөм алғанда, 60 километр аралыҡта башҡарылырға тейеш, ә ике күперҙе йүнәтеү хаҡы ете миллиард һумға төшәсәк. Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫешкән урында транспорт сиселеше булмауы байтаҡ йылдар инде хәрәкәт өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, киләһе йылда уны төҙөү ҙә башланасаҡ, хаҡы – 893 миллион һум.
– Волга буйы федераль округындағы иң ҙур һәм техник яҡтан ҡатмарлы проектты – Өфөнән “Урал” М-5 федераль трассаһына яңы сығыу урынын тормошҡа ашырыу ҙа дауам итә, – ти министр. – Быйыл ғинуарҙа төҙөлөштөң әүҙем фазаһы башланды, объектта төҙөлөш-монтаж эштәренә тотондолар. Шул иҫәптән тоннелдә ер аҫты юлы ҡаҙыла, буласаҡ күпер һәм эстакада таяуҙары өсөн нигеҙ ҡорола. Унда бөгөн 750 кеше эшләй, төҙөлөш күләме арта төшкәс тә улар 1 300 булыр тип көтәбеҙ. Эшселәрҙең күпселек өлөшө – беҙҙең республика кешеләре.
Билдәле булыуынса, Ҡариҙел аша “Көнсығышҡа сығыу урыны” тип исемләнгән был юл 1992 йылда уҡ төҙөлә башланған, 2007 йылда туҡтатылған. Проектҡа ярашлы, автомобиль юлы тоннеле 1,2 километр, йылға аша күперҙә 2,7 километр оҙонлоҡтағы эстакадаһы булған дүрт хәрәкәт һыҙаты, “Урал” М-5 трассаһына тоташтырыу өсөн тағы ла 10 километр юлы булырға тейеш. Дөйөм сығымдары 40 миллиард һумға төшәсәк был объектты 2023 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
Ауыл урамдары ситтә ҡалмаһын
Быйыл ауыл урамдарын ремонтлауға 900 миллион һум аҡса бүленде, был иһә уҙған йыл менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. Сығымдарҙы, “Туған урам” төбәк программаһына ярашлы, республика ҡаҙнаһы бүлде. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ауылдарҙың транзит транспорт үтеп йөрөгән үҙәк урамдарын, шулай уҡ халҡы мең кешенән ашҡан ауылдарҙың башҡа урамдарын да асфальтлауҙы күҙ уңында тота.
Былтыр, “Туған урам”ға ярашлы, 58 ауылда 95 километр юл ремонтланһа, быйыл 108 ауылда 113 километрҙы тәртипкә килтереү планлаштырыла. 2024 йылға саҡлы ремонтланған юл япмаларының оҙонлоғо 564 километрға етергә тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер километр транзит юлды ремонтлау хаҡы – 12 миллион һумға, ауыл урамыныҡын йүнәтеү һигеҙ миллион һумға төшә.
Эште тиҙләтеү өсөн урындағы властарға муниципаль килешеүҙе өс йылға төҙөргә тәҡдим ителә, сөнки йыл һайын төҙөгәндә республика ҡаҙнаһынан субсидиялар бүлеү процесын көтөргә тура киләсәк. Был килешеүҙәрҙе яҙ тамамларға тәҡдим ителә, сөнки май айында юл һалыусы подрядсы тулы көсөнә эшкә тотона алырға тейеш. “Зауыҡлы биләмәләр йылы”на ярашлы, юл һалыу менән бергә уларҙың тирә-яғын төҙөкләндереү ҙә башҡарыла.