Иҡтисад
7 Декабрь 2020, 11:30

Дөйөм инвестициялар күләме - 1,2 триллион һум!

Был йүнәлештәге эшмәкәрлек - өҫтөнлөклө.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда дөйөм суммаһы 1,198 триллион һумлыҡ 1392 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың 212-һе (дөйөм хаҡы 811,7 миллиард һум) – өҫтөнлөклөләр иҫәбендә. 2020 йылдың туғыҙ айы эсендә төп капиталға инвестиция күләме финанслауҙың бөтә сығанаҡтары буйынса 209,6 миллиард һум тәшкил иткән. Был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 4,3 процент йәки 22,5 миллиард һумға күберәк. Ғинуар-сентябрь күрһәткестәре буйынса, Башҡортостан илдә - 13, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
Инвестиция күләме 14,5 миллиард һум тәшкил иткән 124 проект тамамланған, 387 эш урыны булдырылған. 259,5 миллиард һумлыҡ 401 инвестиция проектын башларға торалар. Улар 2040 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш. Яҡынса, 16,4 мең эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Моноҡалаларҙа булдырылған ТОСЭР-ҙарға 71 резидент йәлеп ителгән, проекттарҙың хаҡы – 35,2 миллиард һум. 6,7 мең эш урыны булдырылған. 21 резидент быйыл теркәлгән, улар 795 кешене эшле иткән.
“Алға” махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары реестрына 8 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған дүрт компания индерелгән, улар бер меңдән ашыу эш урыны булдырған. Әле тағы ике резидент ҡарала, улар менән бергә инвестициялар күләме 10 миллиард һум тәшкил итәсәк, 1,5 меңгә тиклем эш урыны булдырылыр тип күҙалланыла.
Республикаға инвестиция йәлеп итеүҙең төп шарты – ТОСЭР резиденттарына һәм өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Был һалым ташламалары, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, ер участкалары менән ярҙам итеү һәм башҡалар.
Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының өстән бер өлөшө – 83-ө, ауыл хужалығы тармағында тормошҡа ашырыла. Һалынған аҡса күләме – 283,3 миллиард һум. Экология тармағында – 7,5 миллиард һумлыҡ 10 проект, сәнәғәттә – 418 миллиард һумлыҡ 60 проект, сауҙала (юл буйы сервисы) – 6,3 миллиард һумлыҡ алты проект, төҙөлөштә – 33,7 миллиард һумлыҡ 12 проект, транспортта 19,1 миллиард һумлыҡ биш проект тормошҡа ашырыла.
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә 60,6 миллиард һумлыҡ инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Улар араһында Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы (34 миллиард һум), “Морат” курорты (8 миллиард һум), Өфөлә 3-сө бала табыу йорто (3,5 миллиард һум), Өфөлә йоғошло сирҙәр дауаханаһы (10 миллиард һум), Өфө һәм Стәрлетамаҡта дөйөм белем биреү проекттары (10 миллиард һум), “Алексеевка” совхозы теплица комплексы (17,4 миллиард һум), Өфөлә трамвай селтәрен төҙөкләндереү һәм төҙөү (10 миллиард һум), троллейбустар етештереү (1 миллиард һум), Мишкә, Федоровка, Бәләбәй, Краснокама райондарында һыу менән тәьмин итеү объеттары һәм башҡалар.
Радий Хәбиров был йүнәлештәге эшмәкәрлекте ыңғай баһаланы һәм артабан да дауам итергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас