Ағымдағы йылдың 11 айында республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 3150 берәмек техника һәм 9,1 миллиард һумлыҡ ҡорамал һатып алған. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 2,6 миллиард һумға күберәк. Ошо турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Әммә үҫеш бик йылдам барһа ла, республика агросәнәғәт комплексында техник тәьминәт йәһәтенән нормативтарға өлгәшмәгән. Шуға күрә Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы предприятиеларын әүҙемерәк булырға, шул иҫәптән лизингка иғтибарҙы арттырырға саҡырҙы. Министрлыҡ уның буйынса бирелгән заявкаларҙы мониторинглай һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. “Росагролизинг” менән бәйләнештә булыу арҡаһында күп муниципалитеттар техника һәм ҡорамал паркын яңырта алған. Быйыл 11 айҙа алынған техника 1,6 миллиард һумдан ашҡан, был тотош 2019 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер муниципалитеттар лизинг программаһына инә алмаған. Артта ҡалғандар араһында Архангел, Белорет, Бөрйән, Йылайыр һәм Ҡалтасы райондары бар.
Яҙғы сәсеү кампанияһына ла әҙерлек башланған. Министр белдереүенсә, 56 ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиеһы техниканы капиталь ремонтлау һәм яңыртыуға тотонған да.
Яҙғы сәсеү өсөн 7,5 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. Техник һәм технологик йәһәттән заманса яңырыу - был эште уңышлы башҡарыуҙың мөһим факторы.
– Беҙ үҙебеҙҙең аграрийҙарға лизингка техника алыуға ярҙам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Район башлыҡтары был йүнәлештә әүҙем эшләргә тейеш. Ауыл хужалығы тармағын заманса яңыртыу – беҙҙең өсөн бик мөһим йүнәлеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.