Бөгөн тура эфирҙа “Рәсәй тәмдәре” төбәк брендтары милли конкурсына йомғаҡ яһалды. Сарала илдең 79 төбәгенән 508 аҙыҡ-түлек төрө тәҡдим ителде. Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев ҡатнашты. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
– Беҙ был конкурсты йыл һайын уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Унда ҡатнашыу һөҙөмтәһендә абруй, дан ғына яуланмаясаҡ, еңеүселәргә үҙҙәренең брендтарын танытыу йәһәтенән ярҙам итеү буйынса саралар комплексы булдырыласаҡ. Был иң тәмле, иң үҙенсәлекле, иң сифатлы Рәсәй продукцияһы менән яҡыныраҡ танышырға мөмкинлек бирәсәк, – тине ул.
“Рәсәй тәмдәре” конкурсында Башҡортостандан 26 бренд ҡатнашты. Республика конкурсҡа бирелгән ғаризалар һаны буйынса алдынғы урында булды – Башҡорт балы, Иглин балы, Иглин һуғаны, Башҡорт талҡаны, Башҡорт ҡаҡланған ҡаҙыһы, Башҡорт алкоголһеҙ бал балы, Башҡортостандан ҡаҡланған дөйәғош ите, Бөрйән солоҡ балы, Учалы кеүәҫе, Ҡариҙел үләндәре, Башҡортостан экосалаты, Башҡорт ҡорото, “Башҡорт сувениры” перәниге, Башҡорт оҙаҡ һаҡланған сыры, Федоровка ҡаҙы, Башҡорт төнәтелгән сәйе, “Урал-Батыр” башҡорт бәлзәме, “Ҡыҙыл шишмә” минераль һыуы, “Красноусол” минераль һыуы, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы, Башҡортостандан һөнәрсе шоколады, Башҡорт бауырһағы, Башҡорт соусы, Башҡорт баллы сыры, Башҡорт ер еләге”...
Еңеүселәрҙе ете төп номинацияла билдәләнеләр. Ә һигеҙенсеһе – 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем барған "Беҙҙе һайлайҙар" тигәнендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе бик популяр сараға әйләнде. Кешеләр яратҡан ризыҡтарына йәмғеһе миллиондан ашыу тауыш бирҙе. Һуңғы көндәрҙә башҡорт балы иң яҡшылар исемлегенә инә алды. Беҙҙең брендҡа еңеүсе булырға яҙмаһа ла, ул иң-иңдәр тиҫтәһендә нығынды. Еңеүселәр булып Мәскәү яны сырҙары, Бүрәт буҙаһы һәм Дағстандан һарыҡ ите танылды.
"Бөтә илгә" номинацияһында иһә башҡорт балы тейешле баһаһын алды. Ул өсөнсө урынды яуланы. Был номинацияла исемдәре ерлеккә бәйле рәсми теркәү үткән тауарҙар ҡатнашты. Тимәк, улар – бөтә илгә билдәле генә түгел, ә интеллектуаль милек булараҡ теркәлеп, сифаты юғары булған һәм хоҡуҡи яҡтан яҡланған брендтар. Етмәһә еңеүселәрҙе Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф, мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова иғлан итте. Икенсе урында – Адыгей сыры, беренселә – Вологда майы.
"Беҙҙең ауылдан" номинацияһында ла беҙҙең башҡорт ҡоротоноң һәм "Ҡорғаҙаҡ" минераль һыуының мөмкинлектәре юғары ине. Улар иң яҡшы унау исемлегенә инде.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.