Иҡтисад
8 Декабрь 2020, 18:00

“Башҡортостан иҡтисады заман һынауҙарына яуап бирергә әҙер”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылғы Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында сығыш яһаны.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылғы Халыҡ-ара бизнес аҙналығының “Глобаль һынауҙарҙы үткәндә партнерлыҡ иҡтисады” пленар ултырышында сығыш яһаны.
Ултырышта онлайн тәртибендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының (ШОС) генераль секретары Владимир Норов, Рәсәй Президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтийәр Хәкимов, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катыркин һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Ҡазандағы генераль консулы У Инцинь ҡатнашты. “РБК” телеканалының идарасы директоры Илья Доронов фекер алышыуҙың модераторы булды.
Ултырышты асып, Радий Хәбиров, форумдың төп бурысы – коронавирус пандемияһына бәйле донъя иҡтисады осраған көрсөктән сығыу юлдарын күҙаллау, тип билдәләне. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, донъя ковидтан һуң кисерәсәк ҡыйынлыҡтарҙы нисек еңеп сығыу тураһында әле үк уйланырға кәрәк.
– Республикабыҙ иҡтисады заман һынауҙарына яуап бирергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта тарихи перспективала түгел, ә әле үк, – тине Радий Хәбиров.
Уның белдереүенсә, Башҡортостан иҡтисады коронавирус һөжүмен, дөйөм алғанда, еңеп сыҡты.
– Беҙ бөтә һынауҙарҙы тыныс ҡабул иттек. Эйе, ауыр этаптар булды, әммә үҙ эшебеҙ менән шөғөлләнеүҙе дауам иттек. 2020 йылды яҡынса былтырғы күрһәткестәр кимәлендә тамамлайбыҙ. Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса, инвестицияларҙың 4,5 процентҡа артыуы күҙәтелә, – тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров Башҡортостандың Евразия үҙәгендә урынлашыуы тураһында әйтеп, уның үҙенсәлекле географик хәлен билдәләне. Тап шуға күрә республика иҡтисады ШОС һәм БРИКС илдәре менән үҙ-ара әүҙем эш итергә әҙер. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше структураһында уларҙың өлөшө 40 проценттан ашыу тәшкил итә. Ҡаҙағстанда һәм Төркиәлә төбәк вәкиллектәрен асыуға әҙерлек бара.
Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы пандемия шарттарында бизнесҡа ярҙам сараларының өсөнсө пакетын ҡабул итеү тураһында ла әйтте. Фекер алышыу барышында шулай уҡ республикала ниңә Яңы йылда ресторандарға һәм кафеларға тәүлек әйләнәһенә, ә Яңы йыл каникулы осоронда иртәнге сәғәт 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләргә рөхсәт ителеүен аңлатты.
– Яҡшы ресторандар селтәрен ойоштороу – оҙайлы хеҙмәт. Шул уҡ ваҡытта ресторан бизнесын оператив штабтың ике ҡарары менән “үлтерергә” мөмкин. Шуға күрә эксперттар менән кәңәшләшеп, уларға Яңы йыл байрамы осоронда эшләү мөмкинлеге бирергә булдыҡ. Ләкин улар санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тейеш, – тине ул. – Бәләкәй һәм урта бизнес пандемия осоронда былай ҙа ҙур зыян күрҙе. Шуға ла ҡарар ҡабул иткәндә һәр саҡ сама белергә, айырым ҡараш булдырырға кәрәк.
Гуманитар хеҙмәттәшлеккә килгәндә, Радий Хәбиров ШОС һәм БРИКС илдәрен Өфөлә төҙөлгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге нигеҙендә эш итергә саҡырҙы. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, киләсәктә үҙәк эшмәкәрлегенә бөтә донъянан ғалимдарҙы йәлеп итеү ҡарала.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас