Иҡтисад
8 Декабрь 2020, 17:00

Бизнес ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларының өсөнсө пакетын ҡабул итеү тураһында белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында пандемия шарттарында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларының өсөнсө пакетын ҡабул итеү тураһында белдерҙе. Унда беренсе һәм икенсе пакеттарҙың иң яҡшы тәҡдимдәре тупланасаҡ. Иң мөһиме – пандемияның иҡтисади эҙемтәләрен кәметеү.
Әлеге шарттарҙа өсөнсө саралар пакеты бизнес берләшмәһе тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, уның менән кәңәшләшеп төҙөлгән. Төп иғтибарҙы һалым өҫтөнлөктәренә, заем финанслауына, сығымдың бер өлөшөн компенсациялау рәүешендә финанс ярҙамы, мөлкәт йәһәтенән ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеү күҙаллана.
Башҡортостанда беренсе һәм икенсе пакет нигеҙендә 1,2 мең ойошма ярҙамға эйә булған. Атап әйткәндә, шәхси һаҡлыҡ һәм дезинфекция саралары сығарыуҙы үҙләштергән 20 сәнәғәт предприятиеһына 376,8 миллион һумлыҡ, еңел сәнәғәт предприятиеларына 100 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. 50 миллион һумға ҡорамалдар һатып алыу планлаштырылған. Урман сәнәғәте ойошмаларына – 40 миллион һум, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль программаларына 330 миллион һум йүнәлтелгән.
Дөйөм алғанда, беренсе һәм икенсе ярҙам пакеттары нигеҙендә Башҡортостанда иҡтисадтың тотороҡлолоғон арттырыу буйынса тәү сираттағы сараларҙы тормошҡа ашырыуға 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас