Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020” үҙ эшен башланы, ул дүрт көн дауам итәсәк. Был абруйлы сараға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Европа бизнесы ассоциацияһының генераль директоры Тадзио Шиллинг, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм башҡалар саҡырылған.
Форумдың беренсе сессияһы “Белемде экспортлау: инфраструктур һәм һанлы ҡарарҙар, сит илдәрҙәге ярҙам һәм алға барыу ысулдары” тип атала. Төштән һуң сарала ҡатнашыусылар “ШОС һәм БРИКС илдәренең берҙәм эшмәкәрлек майҙаны. Эшлекле даирәләрҙең хеҙмәттәшлеге” тигән сессияла шөғөлләнәсәк.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы – төрлө илдәрҙең төбәк һәм федераль властары вәкилдәрен, эксперттар һәм эшҡыуарҙарҙы берләштергән ваҡиға. Аҙна “гибрид” форматында – онлайн һәм офлайн режимдарында – үтәсәк, йәғни спикерҙарҙың бер өлөшө сара майҙансығында йыйыла, ҡалғандары әңгәмәгә конференц-элемтә аша ҡушыласаҡ.
Программа үҙ эсенә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, туризм һәм экспорт темаларын ала. Һөйләшеү барышында пандемиянан һуңғы осорҙа эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең яңы механизмдары буйынса тәҡдимдәр күп булыр тип көтөлә.