Башҡортостан – “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең ташламалы программаһында иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе. Республикабыҙ аграрийҙары техника һатып алыуға 1,8 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөгән. Шуның 1,6 миллиард һумына бөтә кәрәкле ҡорамалдар килтертелгән дә инде.
Үткән йыл ауыл хужалығы техникаһы 547 миллион һумға алынған, йәғни быйылғы күрһәткес былтырғыны өс тапҡырға ашып китә. Быйыл ауыл эшсәндәре алдында төп продукция төрҙәре етештереүҙе арттырыу бурысы торғанын иҫәпкә алғанда, яңы техникаға ихтыяж даа арта барасаҡ.
“Росагролизинг” был йәһәттән махсус тәҡдим менән сығыш яһаны: яңы техника һатып алыуҙа киләһе йылға ла заказ бирергә мөмкин, был осраҡта быйылғы хаҡтар һәм ташламалар һаҡланып ҡала.
– Йыл еңелдән булманы, – ти “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов. – Шул уҡ ваҡытта беҙ барыбыҙ ҙа яңы шарттарҙа эшләү күнекмәһе алдыҡ һәм агросәнәғәт комплексының берҙәмлеген иҫбат иттек. “Росагролизинг”тың махсус тәҡдиме бөтә төбәктәр өсөн дә 1 декабрҙән алып 31-нә хәтлем ғәмәлдә. Яңы шарттар һәм тәҡдимдәр менән клиенттар rosagroleasing.ru сайтында таныша ала.
– Беҙ ошо акция буйынса ике комбайн алдыҡ, – ти Дәүләкән районындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ғаяз Ғабдрахманов. – Уларҙың һәр береһе 10 миллион һумдан ашыу тора. Тәүге иғәнә 10 процент күләмендә булды, ете йылға иҫәпләнгән, йыл һайын түләү хаҡы өс процентҡа арта барасаҡ. Әлеге 10 процентты ҡаплағас, артабан төп бурысты түләү бер йылға кисектерелә.