Иҡтисад
9 Декабрь 2020, 10:18

Сәнәғәт “күләгә”нән сыға

Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, “Экология” милли проекты йәшел ҡалҡанды һаҡлау, тергеҙеү һәм һөҙөмтәле ҡулланыу маҡсатын ҡуя, шуға ла ошо йүнәлештә ҙур эштәр алып барыла. Яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко урман сәнәғәтен үҫтереү һәм был тармаҡта енәйәтселекте бөтөрөү саралары планын раҫланы.

Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, “Экология” милли проекты йәшел ҡалҡанды һаҡлау, тергеҙеү һәм һөҙөмтәле ҡулланыу маҡсатын ҡуя, шуға ла ошо йүнәлештә ҙур эштәр алып барыла. Яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко урман сәнәғәтен үҫтереү һәм был тармаҡта енәйәтселекте бөтөрөү саралары планын раҫланы.


Ул Рәсәй Президенты ҡатнашлы­ғында уҙған кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса әҙерләнгән. Унда Владимир Путин эшкәртелмәгән ылыҫлы һәм ҡиммәтле ағастарҙы ситкә сығарыуҙы тыйырға, урман комплексының федераль мәғлүмәт системаһын булдырырға, шулай уҡ таможня эшен дә яңынан ҡарарға ҡушты.
– Тармаҡты үҫтереүгә ҡарашты үҙгәр­теүгә бер юлы бер нисә күҙлектән сығып ҡарайбыҙ. Был – норматив-хоҡуҡи көйләү, һанлаштырыу һәм күҙәтеүҙе көсәйтеү. Нәҡ ошо блоктар һәм уға ярашлы саралар урман комплексын үҫтереү һәм криминалды бөтөрөү буйынса план сараларына инде, – тип билдәләне Виктория Абрамченко.
Етәксе һүҙҙәренсә, төп бурыстар киләһе йыл аҙағына тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш. 15 декабргә тиклем Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына эшкәртелмәгән һәм насар эшкәртелгән ағас материалдарын 2022 йылдың 1 ғинуарынан илдән сығарыуҙы тыйыу буйынса акт әҙерләү бурысы тора. План Рәсәйҙә ағасты тәрән эшкәртеүҙе ҡеүәтләүҙе күҙ уңында тота. Ошоға бәйле Рәсәйҙең Сәнғәт һәм сауҙа министрлығы ағасты тәрән эшкәртеү буйынса көстәрҙе яңыртыу өсөн эшҡыуарҙарға ташламалы кредит биреү программаһын әҙерләй, ул 2021 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә инәсәк.
Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы булышлығында, дәүләт ярҙамы сиктәрендә пилот төбәктәрҙә торлаҡ йорттар һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөүҙә, халыҡты авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса маҡсатлы төҙөлөштә ағас конструкцияларҙы ҡулланыу кимәлен 20 процентҡа тиклем еткереү буйынса комплекслы саралар күрелә. Бынан тыш, Финанс, Сәнәғәт һәм сауҙа, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтарына 2021 йылдың 1 июленә тиклем ағастан йорт тупланмаһын ҡулланып төҙөү буйынса проекттарға ипотека программаһын индереү сараһын да күрергә тура киләсәк.
Шулай уҡ бөтә төбәктәр өсөн берҙәм электрон формала дәүләт урман реестрын индереүҙе күҙ уңында тотҡан Урман комплексының федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын (ФГИС ЛК) булдырыу ҙа планлаштырылды. Ошоға ярашлы, закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелергә, ә система киләһе йылда 25 декабргә тиклем эшләй башларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әле эшләгән УрманЕГАИС-та (ЛесЕГАИС) ағас һәм унан етештерелгән тауарҙар менән тәьмин итеү, уны әҙерләүҙән алып тәрән эшкәртеүгә йәки Рәсәйҙән сығарғанға тиклемге сылбырҙы күҙәтеү мөмкинлеге тыуасаҡ.

Рәсәй Урман хужалығы, Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министр­лыҡтары, “Росреестр” һәм “Роскосмос” урман хужалығы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡ электрон сығанаҡ итеп эшләп, Рәсәй урмандарының дөйөм ҡулланылыштағы картаһын булдырырға тейеш.
Мәғлүм булыуынса, урман тармағында закон боҙоу осраҡтары ла әленән-әле асыҡланып тора. Шул йәһәттән эшҡыуарлыҡта енәйәтселеккә юл ҡуймау маҡсатында, ағас ҡырҡыу эшмәкәрлеген алып барыуға рөхсәт биргән документтар булмай тороп урманға ағас әҙерләү һәм ташыу техникаһын индереүҙе тыйған закон проекты әҙерләнәсәк. Эске эштәр министрлығы һәм Генераль прокуратура ошондай тәртип боҙоуҙар булған осраҡта техниканы тартып алыуға рөхсәт биргән закон проектын әҙерләй. Үрҙә әйтелгән сараларҙың үтәлешен күҙәтеү маҡсатында урман хужалығы инспекторҙары штаты ла арттырыласаҡ.
Читайте нас