Иҡтисад
8 Декабрь 2020, 20:15

Ышаныслы һәм һөҙөмтәле партнер

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.

8 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Ул ойошманың 30 йыллығына арналды.
– Предприятиелар менән эшләү – беҙҙең идара итеү командаһы эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше. Был процеста төп урындарҙың береһен бик ышаныслы һәм һөҙөмтәле партнер – Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы биләй, – тине Радий Хәбиров. – Бергәләп сәнәғәт проблемалары буйынса эшләйбеҙ, продукцияны һатыуҙа, етештереү күләмен арттырыуҙа ярҙам итәбеҙ. Мәҫәлән, еңел сәнәғәткә ярҙам программаһы һөҙөмтәһендә тиҙ арала медицина битлектәрен, санитария костюмдарын күпләп етештереүҙе ойошторҙоҡ. Шул уҡ ваҡытта пандемия башланған мәлдә республикала шәхси һаҡлыҡ саралары етештереү өсөн сеймал юҡ ине. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы кәрәкле бөтә нәмәне тапты һәм ошондай кәрәкле продукция сығарған тегеү фабрикаларын запас менән тәьмин итеүен дауам итә.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика Хөкүмәте Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә халыҡ кәсептәре предприятиеларына һәм һөнәрселек артелдәренә ярҙам күрһәтеү буйынса ошондай уҡ программалар әҙерләй.
– Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы – илдәге иң ҡеүәтле төбәк палаталарының береһе, – тине Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин. – Бында Рәсәй бизнес берләшмәһендә ихтирам һәм танылыу яулаған фекерҙәштәрҙең көслө командаһы барлыҡҡа килгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, төбәктәге Сауҙа-сәнәғәт палатаһы – власть менән бизнес араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ышаныслы партнер. Республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов үҙенең сығышында палатаның 2019 – 2020 йылдарҙағы эшенә йомғаҡ яһаны.
Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас