Ошо көндәрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020” үтте. Абруйлы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Европа бизнесы ассоциацияһының генераль директоры Тадзио Шиллинг, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм башҡа юғары вазифалы кешеләр ҙә ҡатнашты.
Форумдың беренсе сессияһы “Белемде экспортлау: инфраструктур һәм һанлы ҡарарҙар, сит илдәрҙәге ярҙам һәм алға барыу ысулдары” тип аталһа, артабан сарала ҡатнашыусылар “ШОС һәм БРИКС илдәренең берҙәм эшмәкәрлек майҙаны. Эшлекле даирәләрҙең хеҙмәттәшлеге” тигән сессияла шөғөлләнде.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы – төрлө илдәрҙең төбәк һәм федераль властары вәкилдәрен, эксперттар һәм эшҡыуарҙарҙы берләштереүсе ваҡиға. Аҙна “гибрид” форматында – онлайн һәм офлайн режимдарында – үтте, йәғни спикерҙарҙың бер өлөшө сара майҙансығында йыйылһа, ҡалғандары әңгәмәгә конференц-элемтә аша ҡушылды. Программа үҙ эсенә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, туризм һәм экспорт темаларын алды. Һөйләшеү барышында пандемиянан һуңғы осорҙа эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең яңы механизмдары буйынса тәҡдимдәр күп булды.
– Коронавирус барыһынан да бигерәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа зыян килтерә, шуға күрә был даирәгә ярҙам итеү өҫтөнлөклө бурысыбыҙ булып тора, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров, сарала ҡатнашыусылар алдында тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап.
Республика етәксеһе сараның “Глобаль талаптарға яуап биреүҙә хеҙмәттәшлек иҡтисады” тигән пленар ултырышында доклад менән дә сығыш яһаны, ә форум аҙағында ул журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Беҙҙең өсөн төп үҫеш нөктәләренең береһе – тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең республика электән был эштә әүҙем, нефть химияһы тармағы продукцияһына, мәҫәлән, донъя баҙарында ихтыяж ҙур. Ләкин иҡтисадты диферсификациялау тураһында ла уйларға кәрәк, машина эшләү, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙың продукцияһына ла һатып алыусылар кәрәк. Беҙ был йүнәлештә лә эшләйбеҙ. Венала һәм Истанбулда вәкиллектәр бар, Ҡаҙағстанда асырға йыйынабыҙ. Ундағы вәкилдәребеҙ был илдәрҙәге күҙ-ҡолаҡтарыбыҙ булырға, урындағы эшҡыуарҙарға беҙҙең ниндәй тауар етештереүебеҙҙе һәм тәҡдимдәребеҙҙе еткереп торорға тейеш.