Һуғым һуйып, тултырма һәм ҡаҙы эшләй алмаһаң да, һис тә аптырама. Бөгөн баҙарҙа йәки ит кибеттәрендә уларҙы һатып алырға мөмкинлек ҙур. Әммә бар урында ла һатылған ит ризыҡтарын сифатлы һәм хәләл тип әйтеп булмай. Шуға күрә күптәр билдәле эшҡыуарҙарҙың тауарын алырға күнеккән.
Баймаҡ ҡалаһында күптән түгел асылған “Иген-тау” кооперативының ит кибетен баймаҡтар ғына түгел, күрше ҡала һәм район халҡы ла үҙ итеп өлгөрҙө. Бында көн һайын ит ризыҡтары кәштәләргә һалына, һәр саҡ яңы һәм сифатлы аҙыҡ-түлек һатыла.
Магазин һатыусыһы Венера Иҫәнова белдереүенсә, аҙыҡ-түлек тауарҙарын халыҡ яратып ала, хатта кискә ҡарай улар бөтә.
– Хәҙер кеше ялҡауланды, уларға һәр саҡ әҙер ярымфабрикаттар кәрәк. Шуға күрә эштән ҡайтышлай кибет янында сират теҙелә. Кемдер – манты, тефтел, икенселәр билмән ала. Голубцыға ла һорау ҙур, яңы үткәрелгән фаршты хатта иртән алып килгәндә үк талашып тигәндәй һатып алалар. Ә бына ял көндәренә ҡарай тултырма, ҡаҙы, ҡаҙылыҡҡа сират етә. Һатып алыусыларҙың психологияһын өйрәнеп тә бөттөм инде, – ти тәжрибәле һатыусы Венера Кәрим ҡыҙы.
Әйткәндәй, бында бер кило ҡаҙының килограмын 650 һумдан тәҡдим итһәләр, тултырманы 360 һумға алырға мөмкин. Ошонда уҡ райондың башҡа эшҡыуарҙарының тауарҙары ла урын алған. Мәҫәлән, ҡабарып бешкән йылы икмәк, ҡабартма, буҙа, һөт продукциялары, талҡан кеүек милли ризыҡтарыбыҙ һатыу нөктәләрендә һәр саҡ бар.