8 декабрҙә “Рәсәй тәмдәре” беренсе төбәк милли брендтары конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы булды. Башҡорт балы “Тотош илгә” номинацияһында өс лидер иҫәбенә инде.
– Конкурстың маҡсаты – “Көслө” һәм танылған милли төбәк брендтарын асыҡлау, илебеҙҙең үҙенсәлекле “гастрономия картаһы”н формалаштырыу, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев.
Сарала илдең 79 төбәгенән 508 аҙыҡ-түлек төрө тәҡдим ителде. Шуға башҡорт балы өсөн өсөнсө урын – марканың лайыҡлы баһаһы. Айырыуса билдәләргә кәрәк, “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты дипломанттары – “Башҡорт балы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шәхси эшҡыуар М.З. Фазылов, “Ныҡлы бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Башҡорт балы” бренды аҫтында еңеүсе булды.
– “Рәсәй тәмдәре” милли конкурсы ҡулланыусылар илһөйәрлеген нығытыуҙа яңы этап буласаҡ. Башҡорт аҙыҡ-түлектәренең билдәле булыуы төбәктәге тауар әйләнешен арттырыуға һәм уның иҡтисади һөҙөмтәлелеген күтәреүгә булышлыҡ итәсәк, – тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Күп милләтле илебеҙҙең аҙыҡ-түлеге үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт предприятиеларының конкурста ҡатнашыуы һәм еңеүе республика өсөн әһәмиәтле ваҡиға. “Рәсәй тәмдәре” конкурсында Башҡортостандан 26 бренд ҡатнашты. Был Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре араһында конкурсҡа тәҡдим ителгән иң күп аҙыҡ-түлек ине. “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проектының 15 дипломанты – сәй, бәлзәм, минераль һыу, ҡорот, ҡымыҙ, сыр, емеш-еләк, йәшел үләндәр, ит деликатестары, шоколад етештереүселәр – ҡатнашты.
Бөтә Рәсәй конкурсының “Беҙҙең ауылдан” номинацияһында иң яҡшы унау исемлегенә “Янғантау” шифаханаһының “Ҡурғаҙаҡ” минераль һыуы ла инде.
– “Рәсәй тәмдәре” милли конкурсында ҡатнашыу предприятиеларға үҙен үҙенсәлекле милли аҙыҡ-түлек етештереүсе булараҡ күрһәтеү мөмкинлеген бирҙе, – тип белдерҙе “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты етәксеһе Светлана Дивнич.