2020 йылдың 11 айында Башҡортостандың консолидациялы бюджетына 227 миллиард һум аҡса килгән, был былтырғы менән сағыштырғанда 14,6 процентҡа түбәнерәк.
Тик, үҙ килемдәр кәмеүгә ҡарамаҫтан, быға тиклем йыйылған резерв ярҙамында бюджеттың дефицитын финанслау мөмкин булған, шулай уҡ республиканы үҫтереү өсөн аҡса табылған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә финанс министры Лира Иғтисамова һөйләне.
"Бер йыл эсендә федераль ярҙам күләме 100 миллиард һум самаһы тәшкил итте, – тине ул. – Республика 14,7 миллиард һум аҡсаны һалымдан һәм һалымдан тыш алынған килемдең түбәнәйеүен финанслауға алды. Рәсәй Хөкүмәте дауаханаларҙа инфекция урындары булдырыу, дауаханаларҙы ҡорамалдар менән тәьмин итеү, дарыу һәм һаҡланыу саралары алыу, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереү түләүҙәре биреү, балалар һәм эшһеҙ граждандарға пособие түләү, башланғыс класс уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыу ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте".
Быларҙың барыһы ла, дөйөм алғанда, социаль өлкәләге йөкләмәләрҙе элекке кимәлдә үтәү, шулай уҡ коронавирус менән көрәшкә һәм пандемия осоронда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өҫтәмә аҡса йүнәлтеү мөмкинлеге биргән. 168 миллиард һум күләмендәге социаль сығымдар ваҡытында финансланған.
2020 йылда республика финанстарҙы ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү, һөт кухнялары селтәрен киңәйтеү, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү, бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу, “Башавтотранс” предприятиеһының автобустар паркын яңыртыуға йүнәлткән.
Өҫтәмә аҡса ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн техника алыуҙы субсидиялау, экспортерҙар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә тотонолған. “Башҡорт ихаталары” һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам иткән.
Бынан тыш, республиканың социаль-иҡтисади үҫешен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы инфраструктураһын үҫтереү, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, “Минең бизнес” үҙәге, “IQ-парк” юғары технологиялар технопаркы һәм башҡа структураларҙы финанслай башлағандар.
Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов 2019 йыл өсөн кешеләрҙән мөлкәт һалымдары йыйыуҙа ыңғай динамиканы билдәләне. Был йүнәлештә 211 миллион һум алынған, 2018 йыл менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа күберәк. Кешеләрҙең мөлкәт һалымы буйынса бурыстары 985 миллион һумға кәмегән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә үҙ хәлен 20,6 процентҡа яҡшыртҡан.
Башҡортостан Башлығы Финанс министрлығына тотороҡло эш өсөн рәхмәт әйтте.
"Быйыл республикаға федераль ҡаҙнанан ике тапҡырға күберәк аҡса килде. Ошо иҫәптән беҙгә 2021 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү мөмкинлеге асыла. Килемде алып бөтмәү пандемияға ғына бәйле түгел – иҡтисадты япманыҡ, уға дәүләт ярҙамының өсөнсө пакетын әҙерләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Килемдәрҙең түбәнәйеүе бөтә донъяла нефть табыу күләменең кәмеүенә лә бәйле. Тик ошо шарттарҙа ла “Башнефть” компанияһы скважиналарын артабанғы эш өсөн яңырта. Эйе, проблемалар бар. Тик беҙ киләсәккә ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.