Иҡтисад
14 Декабрь 2020, 14:00

Икенсе ай инде – беренсе урында

Әле Башҡортостанда был проектта 100 ойошма ҡатнаша.

Ноябрь айы йомғаҡтарына күҙ һалғанда, Башҡортостан Республикаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын үҫтереү рейтингында Рәсәйҙең 50 төбәге араһында тәүге баҫҡысты биләй. Был позицияны республика ике ай һаҡлай.
Төбәктә милли проектты тормошҡа ашырыу, шулай уҡ уны медиа-киңлектә сағылдырыу йәһәтенән дә ҙур эш башҡарыла. Әле Башҡортостанда был проектта 100 ойошма ҡатнаша. Улар – сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары. Йыл аҙағына тиклем биш йыллыҡ федераль планды 50 процентҡа үтәп, 100 компанияны йәлеп итеү күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән 2018 йылда раҫланды. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыуға йүнәлтелә. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу илдең иҡтисади ҡеүәтен нығытыуҙа төп факторҙарҙың береһен тәшкил итә.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас