Иҡтисад
15 Декабрь 2020, 14:35

Баймаҡ эшҡыуарҙары тотонғас, булдырырҙар!

Табын түрендә – бишбармаҡ.

Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк ала барыуы күҙәтелә. Хәҙер ит, һөт, икмәк янында милли ризыҡтарыбыҙҙан бал, ҡымыҙ, ҡаҙы, талҡан, бишбармаҡты ла осратырға мөмкин. Тәбиғи, хәләл, сифатлы ризыҡтарҙы барыһы ла ярата. “Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал”, “Башҡортостан продукты” кеүек программаларҙың булыуы ла һатып алыусыларҙы республикабыҙҙа етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирергә ярҙам итте.


Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылындағы һалма ҡырҡыу цехында эштең ҡыҙған мәленә тура килдек. Ундағы уңғанбикәләрҙең ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Үҙ эшен асҡан йүнсел Флүзә Юлдашбаева, ваҡытының ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән аралашырға ризалыҡ бирҙе.
Әхмәр ҡыҙы Әбдрәхмән ауылына 2005 йылда килен булып төшә. Тормош иптәше Илфат Юлдашбаев менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ауылда эш булмағанлыҡтан, улар эшҡыуарлыҡҡа тотонорға уйлай. Һатыусы булып эшләгән Флүзә Урал ҡыҙы магазин асырға теләк белдерә, әммә уның табышлы булмаясағын күҙ уңында тотоп, һалма ҡырҡып, уны һатып ҡарарға уйлай. Бала саҡтан бишбармаҡ, туҡмас ҡырҡыуға оҫта ханымдың уй-ниәтен яҡындары ла хуплай, ярҙам итәсәктәрен белдерә. Тәүҙә үҙендә булған һалма йәйеү станогы менән эш башлай. Көнөнә 20-шәр килограмм бишбармаҡ әҙерләп, уны һатыуға сығара. Ул ҡырҡҡан йоҡа һәм тәмле ризыҡты һатып алыусылар көндән-көн арта, заказ биреүселәр ҙә күбәйә.
Яңы эш асыусылар өсөн тәғәйен­ләнгән “Стартап” программаһы буйынса район етәкселеге ярҙамы менән 300 мең һум субсидия ала. Бирелгән аҡсаға ҡамыр баҫыу һәм йәйеү станогы йүнләп, мәктәптең буш торған бинаһын ҡуртымға алып, бишбармаҡ етештереү цехы итеп ҡулайлаштыра. Үҙе кеүек уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы – Динә Таштимерова, Розалина Юлдашбаева һәм Гөлнара Рафиҡованы эшкә ала. Ҡамыр станокта баҫыла һәм йәйелә, егәрле ҡатын-ҡыҙға уны шаҡмаҡлап ҡырҡыу ғына талап ителә. Көнөнә 50–60 килограмм бишбармаҡ етештерелә, продукция Сибай ҡалаһы сауҙа нөктәләренә, Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Кәрешкә, Ишмөхәмәт, Ҡарамалы, Йәнйегет, Татлыбай ауылдары һәм Йылайыр районының Юлдыбай, Матрай магазиндарына һатыуға сығарыла.
– Күберәк һалма (дүрткел) ҡырҡабыҙ, уға ихтыяж ҙур. Туҡмасты (оҙонса) аҙнаһына бер тапҡыр ғына эшләйбеҙ, ни өсөндөр уны күп алмайҙар, – ти Флүзә Урал ҡыҙы.
Эш башлауына бер йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, “Юлдашбаева Ф.У.” шәхси предприятиеһы баҙар иҡтисадында үҙ һатып алыусыларын тапҡан. Тимәк, тауарға ихтыяж бар, уны тағы ла күберәк етештереү бурысы тора. Киләсәктә Әбдрәхмән ауылының уңған эшҡыуары һалма етештереүҙе көнөнә 100 килограмға тиклем арттырырға, эш урындары булдырыу һәм үҙҙәре етештергән таҙа, сифатлы бишбармаҡтарын күрше райондарға ла таратыу теләге менән яна.
Ҡасандыр мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсина “Бишбармаҡ” бе­йеүе менән бар донъяны таң ҡал­дырһа, тырыш һәм уңған Флүзә Юлдашбаева үҙе етештергән биш­бармаҡтың данын Урал аръяғы райондарында таратырға хыяллана.
Читайте нас