Быйыл Баймаҡта “Подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы буйынса күп фатирлы биш йортта 16 подъезд төҙөкләндерелгән. Ҡала хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, эш сифатлы һәм ваҡытында башҡарылды.
Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәрендә Тыныслыҡ урамындағы 19-сы йортто ҡарап сыҡты. 1969 йылда төҙөлгән ике ҡатлы йортта 52 кеше йәшәй. Бында ҡыйыҡ яңыртылған, инженерлыҡ коммуникациялары алмаштырылған. Киләһе этап – подъездарҙы төҙөкләндереү.
Төбәк етәксеһе Баймаҡтағы подъездарҙы ремонтлау өсөн өҫтәмә рәүештә 10 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. “Халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн ҡалалағы ихаталарҙы, подъездарҙы тәртипкә килтерәбеҙ”, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, быйыл сентябрҙә Баймаҡҡа эш сәфәрендә Радий Хәбиров Юбилей урамындағы күп фатирлы йорт ихатаһында булғайны. Ул саҡта төбәк етәксеһе башҡарылған эште юғары баһалағайны. Республика программаһы буйынса ихата менән бергә подъездарҙа ла ремонт яһалғайны. Баймаҡтар ул саҡта подъезды биҙәүгә профессиональ рәссамды ла йәлеп иткәйне.
Бөгөн йәнә Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарындағы юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтары етәкселәре өр-яңы автогрейдер, трактор һәм үҙбушатҡыс машиналар асҡысын алды.
“Был яҡтарҙа ҡыштың ҡырыҫлығы хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, шуға күрә һеҙҙе яҡшы юл техникаһы менән көсәйтергә кәрәк ине. Ҡыш юл асыҡ булһын, Өфө һәм республика үҙәге менән бәйләнеш өҙөлмәһен, студенттар ауылдағы өйҙәренә тыныс ҡына ҡайтып етә алһын өсөн бөгөн һеҙгә 19 берәмек техника тапшырабыҙ. Техника оҙаҡ хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Ошо төбәктәге һигеҙ районда урынлашҡан юл хеҙмәттәренә бөгөн һигеҙ автогрейдер, алты “КамАЗ” автомобиле, дүрт “К-700” тракторы һәм бер экскаватор бүленде.
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында Радий Хәбиров Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булды. Мәғариф ойошмаһының Бөрйән, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында филиалдары бар. Урғаҙалағы филиал 450 урынға иҫәпләнгән, уның дөйөм ятағы, ашханаһы, спорт залы, китапханаһы, тамаша залы, автодромы, оҫтаханалары бар. Көндөҙгө бүлектә – 185, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 170 студент белем ала.
Уҡытыусылар менән аралашҡанда республика Башлығы Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһын артабан үҫтереү программаһын әҙерләргә һәм киләһе “Ауыл сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә ҡушты.