Әбдрәхмән ауылы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ғайсар Буранбаевтың хужалығында малдарҙы ҡышлатыу барышы менән яҡындан таныштыҡ.
Малсылыҡ – ауыл хужалығы тармағының иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Төбәктә малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса үҙ эшен асҡан фермерҙар байтаҡ. Ғайсар Әшрәф улы ла – тап ошо йүнәлеште һайлаусыларҙың береһе. 2001 йылда ул тыуған ауылында, “Сибай” совхозында хеҙмәт юлын башлаһа, аҙаҡ совхоз-колхоздар бөткәс, күрше ауылға йөрөп эшләй. Күлтабан мегафермаһында бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң үҙ эшен асырға ҡарар итә.
2018 йылда “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, грант ота. Дәүләт ярҙамы менән “Беларусь-82” тракторы, уға кәрәкле бөтә ҡорамалдар, симменталь тоҡомло 15 баш тана һатып ала. Элекке совхоздың ташландыҡ бинаһын аукцион аша алып, уны ремонтларға тотона.
Бөгөн буш торған һарайҙы ул үҙ көсө менән һыйырҙар өсөн йылы ҡураға әйләндергән. Иң яуаплы осор – малды ҡышлатыуға фермер тулыһынса әҙер. Етәрлек кимәлдә мал аҙығы тупланған, фураж, сенаж әҙерләнгән.
– Һөтсөлөк йүнәлешенә өҫтөнлөк бирҙем, сөнки көндәлек аҡтан табыш алырға мөмкин. Ветеринар булараҡ, малдарҙы яһалма ҡасырыу менән шәхсән шөғөлләнәм. Киләсәктә мал һанын арттырырға теләк бар. Әле алты быҙауҡайыбыҙ тыуҙы, уларҙы йылы ҡураларға индергәнбеҙ. Көндәлек һауым да көндән-көн арта, – тип таныштыра Ғайсар Буранбаев.
Атаһына ярҙамға улы Ғайса ла килгән. Аҙыраҡ ҙурайып алһалар, ҡустылары Динислам, Ансар, Әмин дә ҡушылыр, тип ҡәнәғәт йөҙ менән йылмая ауыл фермеры.
Ғаиләһенән дә бәхетле ул: ҡатыны менән алты балаға ғүмер биргәндәр. Ауыл ерендә йәшәп күп бала тәрбиәләгән ғаилә булараҡ, йорт төҙөү өсөн субсидия алып, ике ҡатлы ҙур һәм яҡты өй һала. Тап Ғайсар Буранбаев кеүек уңған фермерҙар ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм терәге булып тора, уларҙың киләсәгенә яҡты өмөт тыуҙыра.