Иҡтисад
15 Декабрь 2020, 14:30

Их, ҡаҙыһы, тултырмаһы, билмәне һәм мантыһы...

“Иген-тау” кооперативы етештергән ит продукцияһына ихтыяж ҙур.

Баймаҡ ҡалаһында былтыр файҙаланыуға тапшырылған “Иген-тау” ит эшкәртеү цехы тиҙ арала танылыу тапты. Ҡала халҡы ғына түгел, хатта ауылдарҙа йәшәгән кешеләр ҙә унда етештерелгән ризыҡты алырға тырыша.


Төбәктә фермерлыҡ һәм кооперация йүнәлештәрен үҫтереү, был йүнәлештә яңы етештереү нөктәләре асыу, ошо тәңгәлдә йәш­тәрҙе дәүләт программаларына йәлеп итеү буйынса үҙен­сә­лекле тәжрибә үҙәге булып тора ул.
Баймаҡ районы крәҫтиән (фер­мер) хужалыҡтары һәм кооперативтар – һаны буйынса республикала иң алдынғылар рәтен­дә. Бөгөн бында бөтәһе 17 ауыл хужалығы предприятиеһы, 293 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 15 ауыл хужалығы етештереүе кооперативы бар.
“Башҡортостан Республика­һы­ның агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы республикала кооперация йүнәлешенең үҫеүенә этәргес көс булды. Ике йыл эсендә ошо программа сик­тәрендә Баймаҡ эшҡыуарҙары үҙ проекттарын тәҡдим итте, ра­йондың туғыҙ кооперативы кон­курс­тарҙа еңеп сыҡты. Шундай­ҙарҙың береһе – “Иген-тау” коопе­ративының ит етештереү це­хы. Кооператив үҙ эшен 39 пайсы менән башлаһа, бөгөн улар 45-кә еткән.

Етәксеһе Азамат Ильясов – тө­бәктең алдынғы ҡарашлы эшҡыуарҙарының береһе. Баш­ҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаған егет байтаҡ йылдар инде ха­лыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтә: утын әҙерләп һата, күмер яндыра, йорттар һала. Әле ул ауыл хужалығы буйынса шәхси эшен асыуға өлгәшкән: үҙенең йорто биләмәһендә заман талаптарына яуап биргән цех бинаһы төҙөгән.
– “Башҡортостандың агросә­нәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһында ҡатнашып, эшебеҙҙе уңышлы яҡлап сыҡтыҡ һәм еңеүгә өлгәштек, – ти Азамат Хәйҙәр улы. – Һөҙөмтәлә “Иген-тау” кооперативын булдырҙыҡ һәм дәүләттән өс миллион һум күләмендә грант алдыҡ. Дәүләт ярҙамына ит цехы өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар, һыуытҡыс, шулай уҡ “ГАЗель” автомобиле һатып алдыҡ. Бөгөн ит эшкәртеү өсөн сеймал базаһының да булыуы мотлаҡ. Был тәңгәлдә проб­лема юҡ, сөнки кооперативта 45 пайсы ағза булып тора, ә улар һыйыр, йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Шулай булғас, ярымфабрикаттар етештереү өсөн сеймал етерлек.
Әле “Иген-тау” кооперативы бик күп төр ит ризыҡтары әҙер­ләй. Хәләл иттән әҙерләнгән кәт­лит, тефтель, билмән, манты, го­лубцы, яңы ғына үткәрелгән фарш булһынмы – барыһы ла тәмле һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ ҡаҙы, ҡаҙылыҡ, тултырма ла һәр саҡ һатыуҙа бар. Бында бө­тәһе туғыҙ кешегә эш урыны бул­дырылған, уңған ҡатын-ҡыҙҙар бер тәүлектә 100 килограмдан ашыу ярымфабрикат әҙерләй. Венера Буранғолова, Бибисара Шәйҙулова, Әлиә Бикәева һәм Ләйсән Хоҙайғолова ҡулдан билмән, манты эшләй. Ҡамыр йәйеү станогы менән улар өсөн һалма йәйеп өлгөртмәй ҙә китәбеҙ.
Уңғандарға уңыш йылмая, ти ха­лыҡ әйтеме. Тырыш эшҡыуар көн­дәлек етештергән продукция­һын һатыу өсөн Баймаҡ ҡала­һын­да махсус һатыу урыны бул­дырған һәм унда һәр саҡ яңы, си­фатлы ит ризыҡтары, фарш, ит һатыла. Һатыусы Венера Иҫә­нова уларҙы көн дауамында тәҡдим итә.
Шулай уҡ кибет кәштәһендә башҡорт халҡының милли ризыҡ­тарынан буҙа, ҡорот, талҡан һәм ҡомалаҡ икмәген дә һатып алыр­ға мөмкин. Әйткәндәй, Баймаҡ ферме­рының ит продукцияһын Өфөнөң “Ауыл маркет” сауҙа нөктәһендә лә осратырға мөмкин. Киләсәктә Азамат Ильясов күрше Сибай ҡалаһында сауҙа нөктәһен асырға уйлай.
Пайсыларҙың күбеһенең Ҡол­сора ауыл биләмәһенән булыуын иҫәпкә алып, киләсәктә ошо төбәктә модулле мал салыу пунктын төҙөү теләге менән дә яна. Үҙенең йорто янында бик ҙур мал һарайы төҙөп ултыртҡан. Әле унда аттары тора, артабан ха­лыҡтан быҙауҙар йыйып, уларҙы үҙендә үҫтерергә лә уйы юҡ түгел.
Йәш һәм тырыш эшҡыуарға бө­тә башланғыстарында ла әсә­һе Наилә Һөйөндөк ҡыҙы менән кәләше Гөлзиә Айрат ҡыҙы – ныҡлы терәк һәм ярҙамсы.
Читайте нас