Хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән ҡомалаҡ әпәкәйе күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙы ҡытыҡлаған, ауыҙҙы тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеге булған ауыл икмәге.
Мин дә ҡәҙерле әсәйемдең мейес тултырып, бар өйгә еҫен таратып бешергән, тәме әле булһа телемдә торған ҡомалаҡ икмәген һағынам. Ҡомалаҡ әсеткеһенә баш һорарға күрше инәйҙәргә йөрөгәнем дә иҫемдә. Шуғалыр ҙа Баймаҡ районының Хәсән ауылында ҡомалаҡ икмәге бешерәләр тигән хәбәрҙе ишетеү менән хуш еҫле ауыл әпәкәйе һалған оҫталар менән танышырға булдыҡ.
Һәҙиә Буранбаеваның икмәк бешереү цехы әлегә йорт янындағы биләмәлә урынлашҡан. Ауыл ситендәге урындан махсус ер алынған, әле уның документтары юллана. Киләсәктә был майҙанда бар талаптарға яуап биргән икмәк бешереү цехы һәм шунда уҡ уны һатыу өсөн урын төҙөлә.
Икмәк бешереү менән Һәҙиә Мөхәмәтйән ҡыҙы тәүге тапҡыр ғына шөғөлләнмәй. Әбдрәхмән ауылында йәшәгән сағында икмәк бешереү цехы асып, тирә-яҡ ауыл халҡын үҙҙәренең ҡомалаҡ икмәге менән һөйөндөрә. Өлкән улдары студент булғас, ҡыҙҙары Камила башланғыс класты тамамлағас, ауылда мәктәп ябыла. Эшҡыуарлыҡтарын һатып, ғаилә балаларын Сибай ҡалаһына йөрөтөп уҡытыр өсөн Хәсән ауылынан ер алып, бер йыл эсендә бынамын тигән йорт төҙөп ултырта. Ире Илдар Миңлебай улы күрше ауылға йөрөп мал табибы булып эшләй. Һәҙиә үҙе лә Сибайға эшкә урынлаша.
Артабан тормоштарын йәмләп игеҙәктәре Камил менән Самира донъяға килә. Декрет ялында ултырған сағында хужабикә йәнә үҙ эшен асыу теләге менән яна башлай. Тик нимәнән башларға, ниндәй йүнәлеште һайларға тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Үҙ-ара кәңәшләшеп, өйрәнгән шөғөл тип, тағы ла икмәк һалыуҙы һайлай улар. Әммә был юлы уны икенсерәк формала бешереүҙе маҡсат итеп ала хужабикә, табала түңәрәк ҡабарып торған ҡомалаҡ икмәге булырға тейеш тигән маҡсат ҡуя.
Тәүҙә бының өсөн айырым бина ултырталар, уға электр уты үткәрелә. Көҙ туғандары менән бергәләп күпләп ҡомалаҡ йыйып ала, уны киптереп әҙерләй.
Башта ҡомалаҡ икмәген бешереп, уны Сибайға һатыуға алып сыға. Кешеләрҙең икмәген яратып алыуы уға ышаныс өҫтәй, дәрт уята. Үҙенә бер-ике ваҡытлыса ярҙамсы алып, тәүәккәлләп икмәк бешереү эшенә тотона. Район буйынса маҡсатлы программаға эләгеп, дәүләт ярҙамына мейес, ҡамыр болғатыу ҡоролмаһы, түңәрәк табалар һатып ала. Өләсәйҙәрҙең рецепт өлгөһө буйынса ҡомалаҡ сүпрәһе менән әсетеп, күпертеп бешергән түңәрәк әпәкәйҙәре тиҙ арала үҙ ҡулланыусыһын таба.
– Төрлө саҡтар булды, икмәгебеҙҙең ҡалҡмай ултырған ваҡыты ла, ыуалыусан булып ҡойолоп тороуы ла, бысый сағы ла. Быларҙың барыһы ла ондан тора, шуға күрә тәүҙә ондоң сифатына иғтибар итә башланым, яңы ғына тирмәндән сыҡҡан ондо алмайым. Тарттырылғандан һуң, бер аҙна үтергә тейеш. Яҡшы он эләкһә, икмәк тә уңа, күңел дә күтәрелә, – ти әңгәмәсем.
Көнөнә 700 дана икмәк бешерәләр, күбеһе Сибай ҡалаһының төрлө сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Уларҙы үҙҙәре йөк машинаһы менән ҡала магазиндарына ташый, продукция шулай уҡ күрше Татлыбай, Йәнйегет, Әбдрәхмән ауылдарына ебәрелә. Ҡомалаҡ икмәгенә көндән-көн ихтыяж ҙурая, һораусыларҙың теләген тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн Һәҙиә Мөхәмәтйән ҡыҙы тиҙ арала яңы икмәк бешереү цехын төҙөүҙе планлаштыра. Тимәк, эшҡыуар ҡатынға тағы ла тырышыбыраҡ тир түгергә тура киләсәк.