Иҡтисад
15 Декабрь 2020, 14:36

Йүнселдәр ҙә ярҙамға мохтаж

Пандемия осоронда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең күбеһенең кәмәһе “ҡомға терәлде” тигәндә лә була. Шулай уҡ Баймаҡ фермерҙары быйыл да ҡоролоҡтан байтаҡ зыян күрҙе, аграрийҙар элекке кеүек дәүләт ярҙамы ла алманы. Әммә һәр кем был ауыр ваҡытты үҙенсә йырып сығырға маташа.

Пандемия осоронда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең күбеһенең кәмәһе “ҡомға терәлде” тигәндә лә була. Шулай уҡ Баймаҡ фермерҙары быйыл да ҡоролоҡтан байтаҡ зыян күрҙе, аграрийҙар элекке кеүек дәүләт ярҙамы ла алманы. Әммә һәр кем был ауыр ваҡытты үҙенсә йырып сығырға маташа.


Иғтибар итһәгеҙ, беҙ таныштырған эшҡыуарҙарҙың күбеһе етештереү тармағын һайлаған һәм отолмаған. Ниндәй генә ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, кеше ашарға аҡсаһын йәлләмәй, кәрәкле аҙыҡ-түлекте һатып ала. Һуңғы ваҡытта халыҡтың, атап әйткәндә, хужабикәләрҙең яйлап “еңел тормошҡа” күсеүе күҙәтелә. Улар өйҙә нимәлер әҙерләп, бешереп торғансы, әҙергә, ярымфабрикаттарға өҫтөнлөк бирә, шуға күрә сауҙа кәштәләрендәге билмән, манты, голубцылар ҙа “һә” тигәнсә үҙ хужаһын таба, ҡомалаҡ икмәге лә үтә, хатта ҡунаҡ өсөн, байрам, аят аштары үткәргәндә генә түгел, көндәлек тормошта ла ҡырҡылған әҙер бишбармаҡ, туҡмасты һатып алыусы күбәйә. Ауыл кешеләре лә хәҙер малын йә иһә һуйылған итен элекке кеүек алыпһатарҙарға түгел, тейешле хаҡҡа һатырға өйрәнә бара. Ниһайәт, ул үҙе үҫтергән малынан табыш ала, үҙ эшен асырға тәүәккәллек итә.


Шулай ҙа проблемалар ҙа юҡ түгел. Үҙ продукцияһын етештергән эшҡыуарҙарҙың барыһы ла тауарын тейешле хаҡҡа һата алмай. Беренсенән, ул ҡеүәтле сауҙа нөктәләренә бер нисек тә үтеп инә алмай, баҙар иҡтисады уны ҡыҫырыҡлап сығара. Шунлыҡтан уның тауары күмәртәләп һатылмай, һораусылары булһа ла, ҡайҙалыр оҙатыу өсөн дә байтаҡ сығым талап ителә. Мәҫәлән, әле таныштырған өс эшҡыуарҙың ит ризыҡтарына, ҡомалаҡлы икмәккә һәм бишбармаҡҡа Өфөлә урынлашҡан “Ауыл маркет”та ихтыяж бар. Әммә уны уларҙың һәр береһе, үҙе машина табып, уға түләп ебәрә алмай. Былай мәшәҡәтле лә, сығымдар ҙа байтаҡ. Әгәр ҙә район етәкселеге тарафынан Өфөгә аҙнаһына бер-ике тапҡыр махсус ылау ойоштороп, юл сығымдарын күмәкләшеп ҡаплағанда, йүнселдәр өсөн бик ҡулай булыр ине. Баш ҡала халҡы ла сифатлы һәм тәбиғи ауыл продукцияһын алып кинәнһә, урындағы эшҡыуарҙарҙың да эшенә ҙур ярҙам.


Шулай уҡ ауыл фермерҙарына эшкә килергә теләүсе юҡ. Кемдер өйҙә эшһеҙ, ашһыҙ ултыра, әммә фермерға барып эшләргә ашҡынып тормай. Мәҫәлән, Әбдрәхмән ауылында ғына һигеҙ кеше эшһеҙлек буйынса исемлектә тора, ләкин ни өсөндөр эш урындары булдырған йүнселгә барырға ғәрләнәләр.


Нисек кенә булмаһын, заман ауыр, эш юҡ, тип зарланмай, үҙ эшен асҡан ауыл кешеләренә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Яңы эш башлаусылар ғына түгел, хатта аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар ҙа ярҙамға мохтаж.
Читайте нас