Декабрҙә Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы, Белорет сеткалар һәм түшәмәләр заводы, Белорет рессоралар һәм пружиналар заводы, “Эколайн”, “Иҙел нефтемаш”, “Энергоавтоматизация”, “Арт Оснастка” йәмғиәттәре, “Алексеевка” совхозы һәм Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты милли проект сараларын ахырына еткерә. Предприятиелар хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, ғәмәлдәрҙе башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм тамамланмаған етештереү күләмен кәметеү буйынса һөҙөмтәләрен тәҡдим итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, был предприятиелар буйынса өлгө проекттар исемлеген туплау планлаштырыла. Уларҙы ошо предприятиеларҙа һаҡсыл технологияларҙы ғәмәлгә индереү нигеҙендә етештереүҙә юғары һөҙөмтәлелек күрһәткән пилот проекттар тәшкил итәсәк.