Иҡтисад
18 Декабрь 2020, 18:20

“Был юл ғәйәт ҙур биләмәгә яңы һулыш бирәсәк”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһының онлайн-кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһының онлайн-кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сара Рәсәйҙә сифатлы инфраструктура инвестицияларын ғәмәлгә индереү мәсьәләләренә арналды.
Республика етәксеһе Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын төҙөү буйынса ҙур транспорт проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
Яңы юл 2023 йыл аҙағына Башҡортостандың баш ҡалаһын М-5 федераль трассаһы менән тоташтырасаҡ. Ул Инфраструктура проекттарын баһалау һәм сертификатлау милли системаһының тәүге өс пилот проекты иҫәбенә ингән. Милли система проекттарҙың сифатын күтәреүгә, тотороҡлолоғон арттырыуға, өҫтәмә финанс йәлеп итеүгә (шул иҫәптән халыҡ-ара) йүнәлтелә.
Рәсәй финанс министры урынбаҫары Тимур Максимов әйтеүенсә, пилот проекттары һөҙөмтәһендә яңы баһалау системаһы инвесторҙарҙың ғына түгел, шулай уҡ инфраструктуранан файҙаланған төбәк халҡының мәнфәғәттәрен сағылдырып, артабан да камиллашасаҡ.
Башҡортостан Башлығы ВЭБ.РФ-тың идарасылар командаһына һәм дәүләт корпорацияһы рәйесе Игорь Шуваловҡа яңы автомобиль юлын һалыу тураһындағы килешеүгә ярашлы уңышлы эш өсөн рәхмәт әйтте.
– Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы – ҡатмарлы яҙмышлы проект. Ул 1990 йылдарҙа уҡ ғәмәлгә индерелгән. Республика уны оҙаҡ ваҡыт тормошҡа ашырып ҡараны. Һөҙөмтәлә беҙ концессия килешеүе нигеҙендә эш итергә булдыҡ. Проекттың ҡулай параметрҙарын билдәләргә ярҙам иткән ВЭБ.РФ һәм ВТБ-нан коллегаларға ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Был ябай юл ғына түгел. Асылда, ул Ҡариҙел аръяғы тип йөрөтөлгән ғәйәт ҙур биләмәгә яңы һулыш бирәсәк.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас