Республика халҡы подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын бик ыңғай ҡабул итте. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Күркәм, яҡты, таҙа подъезға ни етә? Йортта йәшәгәндәр үҙ көсө менән тәртип урынлаштыра алһа – һәйбәт, килеп сыҡмаһа – унда инеүе лә ҡурҡыныс ине. Шулай ҙа программа буйынса халыҡҡа мәғлүмәт етмәй, тип билдәләй йәмәғәтселәр. Программа биш йылға иҫәпләнгән һәм йыл һайын 4 мең самаһы подъезд ремонтланасаҡ. Дөйөм алғанда, ошо биш йыл эсендә 26 мең подъезд яңырасаҡ. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса комиссияһы етәксеһе Анатолий Николаевич ДУБРОВСКИЙ программа тураһында ентекләберәк һөйләй.
– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа нисек: подъездарҙы комплекслы төҙөкләндереү программаһына йомғаҡ яһарға буламы?
– Программанан халыҡ ҡәнәғәт. Ул былтыр эшләй башланы. Әлбиттә, быйыл пандемия бер ни тиклем ауырлыҡтар тыуҙырҙы, шуға ҡарамаҫтан, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәштек, тип уйлайым. Йомғаҡлауға килгәндә инде, икенсе йыл эшләгәнгә күрә, быйыл маҡсаттар ҙа аныҡ булды, эш тә көйлө барҙы. Беренсе йыл, әлбиттә, программаның бөтә нескәлектәрен өйрәнгәнгә тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙы. Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге һәм Йәмәғәт палатаһы подъездарҙа барған төҙөкләндереү эшен үҙ ҡарамағына алырға, гел ҡыҙыҡһынып торорға саҡырҙы. Быйыл иһә был маҡсатҡа өлгәштек. Хатта подъездың төҫөнә тиклем фатир хужалары үҙҙәре хәл итте. Был ҡыуандыра.
– “Тажлы зәхмәт” эштең һөҙөмтәһенә барыбер йоғонто яһаны, тип билдәләнегеҙ. Был нимәлә сағылды? Белеүемсә, бер нисә йортта ремонт эштәрен дә инфекцияны таратмау маҡсатында кисектереп торорға тура килгән.
– Эйе, шулай. Тәү сиратта эшләнгән ремонт күләме ҡыҫҡарҙы. Төҙөкләндереүҙе мартта башларға тейеш инек, әммә әле телгә алған ҡыйынлыҡтар арҡаһында июндә генә тотондоҡ. Тағы бер сәбәп – биш подъезд ремонт эштәренән тулыһынса баш тартты. Көсөргәнешле осорҙа подъезда сит кешеләрҙең булмауы хәйерлерәк, тип һананылар. Биш подъезд, әлбиттә, дөйөм күләмгә ҡарағанда әллә ни күп түгел. Нисек кенә булмаһын, планлаштырылған эштәр атҡарылды, тип әйтергә мөмкин.
– Белеүебеҙсә, хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән подъездарҙа ла ремонт эштәре атҡарыла. Айырыуса инвалид креслоһында ултырған кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.
– Былтыр бындай эштәр планлаштырылмағайны. Халыҡ та, күп фатирлы йорттар советы рәйестәре лә, программаға үҙгәрештәр индереүҙе һорап, байтаҡ мөрәжәғәт итте. Уларҙың теләген ҡабул итеп, быйыл күп фатирлы 12 йортта инеү урындарында пандустар эшләнде. Хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ауырлыҡһыҙ тышҡа сығыу өсөн шарттар булдырылды.
– Йәмәғәт контроле эштең сифатын тикшереү менән шөғөлләнәме?
– Тәүге сиратта шуны билдәләгем килә: эштең беренсе аҙымдарынан уҡ даими йәмәғәт контроле бара. Һәр йортта һәм подъезда эш төркөмө булдырыла. Беҙҙең төп талап – ошо эш төркөмөнөң төҙөкләндереү саралары контролдә тотолһон. Ошондай ойошҡан советы булған йорттар төҙөкләндереү программаһына тәү сиратта үтә.
Әҙерлек барышын да улар күҙәтә, ниндәй эштәр атҡарырға кәрәклеген билдәләй. Объект әҙер булыу менән совет рәйесе ҡабул итеү ҡағыҙына ҡул ҡуя. Атҡарылған эш буйынса акт һәм артабанғы түләүгә ҡултамғаһыҙ ҡағыҙҙар ҡабул ителмәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров та быға бер нисә тапҡыр иғтибарҙы йүнәлтте. Власть ҡына түгел, ошо подъезда йәшәгән кешеләр ҙә эш барышын контролдә тоторға тейеш, тип билдәләне.
– Аңлашылмаусылыҡтар тыуған осраҡтар булдымы?
– Күп түгел. Булһа ла бер нисәү генә. Төбәк операторҙары ла, подрядсы ойошмалар ҙа эштәренә бик яуаплы ҡарай. Улар ҙа, подъезда йәшәүселәр менән уртаҡ тел табып, ниндәйҙер бәхәсле мәлдәр килеп сыҡһа, мәсьәләне шунда уҡ хәл итеүгә алдан әҙер ине.
– Ишетеүебеҙсә, подрядсы ойошмаларҙың “ҡара исемлеге” төҙөлгән. Был исемлек быйыл тулыландырылдымы?
– Ышанысһыҙ подрядсы ойошмалар исемлеге былтыр төҙөлдө, ләкин быйыл тулыландырылманы. Күптәр “подъезды ашыҡ-бошоҡ, арҡыс-торҡос эшләргә була” тип уйланы. Ә беҙ, киреһенсә, контролде көсәйттек. Шуға ла байтаҡ подрядсылар ышанысты юғалтты. 2019 йылда егермегә яҡын подрядсы ойошма менән эшләһәк, быйыл ни бары биш генераль подрядсы һәм алтмышҡа яҡын подрядсы ойошма менән килешеү төҙөлдө. Тәүҙән үк урындағы ойошмаларға өҫтөнлөк бирҙек.
– Республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән сәнәғәт патриотизмы тураһында һүҙ барамы?
– Эйе. Был фекерҙе былтыр уҡ әйткәйнек. Айырыуса райондарҙа подрядсы ойошмалар урындан булырға тейешлеген билдәләгәйнек.
– Иҡтисади яҡтан отошломо был алым? Подъезда ремонт эшләнгәндән һуң, халыҡ риза булып ҡаламы?
– Әлбиттә! Тәү сиратта сифат яғынан отабыҙ. Мәҫәлән, Туймазы районында бер подрядсы миңә былай тине: “Был подъезда ата-әсәйем йәшәй. Эште еренә еткереп атҡармаһам, миңә улар алдында уңайһыҙ буласаҡ”. Ошо һүҙҙәр бик оҡшаны, күңелемә үтеп инде. Идарасы компанияның сифатҡа ла ҡарашы яуаплы. Эште атҡарыусыларҙың урындағы компания булырға тейешлеге тәүмаҡсат булды. Тағы ла бер миҫал: әлеге мәлдә ремонт атҡарылған подъездарҙа тәҙрәләр 95 процентҡа алмаштырылған. Уларҙың барыһы ла республика етештереүселәре. Был бит өҫтәмә эш урындары, беҙҙең граждандарҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу тигән һүҙ ҙә.
– Үҙең йәшәгән подъезда ремонт кәрәк икән, эште нимәнән башларға?
– Тәү сиратта совет булдырырға. Идарасы компания менән берлектә бөтә документтарҙы әҙерләргә һәм муниципалитетҡа, йә район һәм ҡала хакимиәтенә ғариза бирергә. Артыҡ бер нәмә лә талап ителмәй, теләк кенә булһын.
Быйыл күп фатирлы 699 йорттағы 2185 подъезды ремонтлау билдәләнгәйне, уның дөйөм сығымдары 708 миллион һум тәшкил итә.
Программа тулыһынса үтәлде, тип әйтергә мөмкин: 2 180 подъезд ремонтланды, был дөйөм күләмдең 99,8 процентын тәшкил итә. Был эшкә биш генераль подрядсы һәм 60-тан ашыу субподряд ойошмаһы йәлеп ителде. Нигеҙҙә, улар – урындағы идарасы компаниялар, шәхси ойошмалар һәм төҙөлөш фирмалары. Подъездарҙы ремонтлауҙа урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланылды. Мәҫәлән, бөтә тәҙрәләрҙең, ишектәрҙең, баҫҡыс яндауырҙарының – 95 проценты, почта йәшниктәренең 70 проценты республикала етештерелгән.
Быйыл, подъездарҙы ремонтлау программаһына ярашлы, Өфө, Ағиҙел, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Бәләбәй һәм Бөрө райондарында 12 подъезға пандус беркетелгән.
Башҡарылған ремонттың сифатына ҡарата дәғүәләр, иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр һаны ике тапҡырға кәмегән. Социаль селтәр аша килгән 516 мөрәжәғәттә күрһәтелгән үтенестәрҙе Төбәк операторы һәм подрядсы ойошмалар тиҙ арала башҡарған.