Бөгөн видеокәңәшмә тәртибендә Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге йәмәғәт советының сираттағы ултырышы үтте.
Кәңәшмәне республика Хөкүмәте Премьер-министры, ассамблеяның Төбәк вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар бер йыл дауамындағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны, киләсәккә бурыстар һәм үҫеш йүнәлештәрен билдәләне.
Андрей Назаров, ассамблея менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлектең маҡсаты – халыҡ-ара гуманитар һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, туризм, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, йәштәр менән эшләү буйынса тупланған тәжрибә һәм мәғлүмәт менән уртаҡлашыу, шулай уҡ сауҙа-сәнәғәт өлкәһендә – экспорт, импорт, финанс, инвестициялар, инновациялар йәһәтенән бәйләнештәрҙе нығытыу, тип билдәләне.
Премьер-министр киләһе йыл Евразия халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә төбәктәр һәм Евразия илдәре араһында иҡтисади, социаль тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән мөһим сара үткәреү тәҡдимен еткерҙе. Ул ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа заманса материалдар, технологиялар ҡулланып, Стәрлетамаҡта 45 көн эсендә сафҡа индерелгән ковид-госпиталь төҙөү буйынса тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлеген әйтте. Был объект ил төбәктәре өсөн өлгө булып тора. Республикалағы яңы ковид-госпиталде асыу 19 декабргә планлаштырылған.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов яҡын көндәрҙә Евразиаданы – 2025 йылда Өфөлә үтәсәк ҙур спорт сараһын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырыу башланасағы тураһында белдерҙе. Уға республика һәм федераль кимәлдәге белгестәр инәсәк. Евразиаданы Башҡортостанда үткәреү төбәк Башлығы Радий Хәбиров менән ассамблеяның генераль секретары Андрей Бельянинов ҡул ҡуйған хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы бойомға ашырыла.