“Туймазы ҡала электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәте республиканың энергетика тармағында әйҙәүсе предприятиеларҙан һанала. Ул үҙ тарихын бынан алты тиҫтә йыл элек электр селтәрҙәре контораһы булараҡ башлай. 1961 йылда Туймазыға ҡала статусы бирелә. Предприятие ҡала менән бер рәттән, райондың ул саҡтағы Ҡандра, Серафимовка ҡасабаларын, шулай уҡ күрше Шаран һәм Баҡалы райондарын электр энергияһы менән тәьмин итә.
Уның тарихы Туймазы ҡалаһының үҫеше менән бергә үрелеп бара. Үткән йылдар дауамында предприятиеның исеме һәм структураһы бер нисә тапҡыр үҙгәртелә. 2015 йылдан башлап ул “Туймазы ҡала электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәте булараҡ эшләй. Бөгөн предприятие – йылдам үҫешкә ҡоролған, тотороҡло эшләгән, юғары технологиялы, заманса компания. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 60 йыллыҡ данлы юбилейын билдәләй.
Предприятие әлеге ваҡытта Туймазы ҡалаһында, шулай уҡ Серафимовка, Ҡандра, Түбәнге Троицкий, Собханғол ауылдарында йәшәүселәрҙе, ундағы сәнәғәт предприятиеларын һәм мәҙәни-социаль объекттарҙы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Уның ҡарамағындағы кабель һәм һауа селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 749 километр тәшкил итә, 433 трансформатор ярҙамсы станцияһын һәм биш бүлеү пунктын хеҙмәтләндерәләр. Предприятиеға, территориаль селтәр ойошмаһы булараҡ, ҡулланыусыларға электр энергияһын тапшырыу бурысы йөкмәтелгән. Ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин итеү, тәү сиратта, һауа һәм кабель линияларының техник торошона бәйле. Һуңғы осорҙа электр энергияһын ҡулланыу темпы үҫә, селтәрҙәргә көсөргәнеш арта. Предприятиела электр энергияһына үҫә барған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү һәм хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн донъяның һуңғы ҡаҙаныштарына һәм заманса технологияларға нигеҙләнеп, яңы ҡулланыусыларҙы технологик тоташтырыу, электр селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу, үҙ селтәрҙәрен яңыртыу, яңы объекттар төҙөү, ғөмүмән, производствоны яңыртыу өсөн ҙур көс һәм сығымдар йүнәлтелә. Шулай уҡ даими рәүештә трансформатор ярҙамсы станцияларының электр йыһаздарын, бүлеү пункттарын планлы иҫкәртеү-ремонтлау саралары үткәрелә.
Предприятие 2017 – 2021 йылдарға раҫланған инвестиция программаһы буйынса эшмәкәрлек итә. Программа нигеҙендә быйыл ҡаланың үҙәк өлөшөндәге селтәрҙәрҙе 6 киловольт көсөргәнештән 10 киловольтҡа күсереү буйынса күләмле эш башҡарылған. Быға 2-се бүлеү пунктын яңыртыу һөҙөмтәһендә ирешелгән. Яңыртыу саралары ҡаланың Октябрҙең 70 йыллығы, Комаров, Островский урамдарында һәм Ленин проспектында үткәрелгән. Һөҙөмтәлә кабель һәм һауа линияларының үткәреү мөмкинлеге артҡан, электр энергияһын юғалтыуҙар кәмегән, ҡулланыусыларҙы энергия менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығы күтәрелгән. Алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн юғары ҡеүәтле 12 трансформатор ярҙамсы станцияһында егерме трансформаторҙы яңыртҡандар, “ГПЗ” ярҙамсы станцияһынан 2-се бүлеү пунктына ҡәҙәр ете километр оҙонлоғонда заманса электр тапшырыу линияһын төҙөп эшкә ҡушҡандар.
Ҡалала торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алған. Яңы торлаҡ фондын электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн трансформатор ярҙамсы станциялары төҙөлә, яңы линиялар һуҙыла. Предприятие эштәрҙе үҙ көсө менән башҡара, сөнки матди-техник база ҡеүәтле, коллектив бай хеҙмәт тәжрибәһенә эйә. 8 Март урамында яңы трансформатор ярҙамсы станцияһы, “Жилпоселок” микрорайонында яңы төҙөлгән йорттарға кабель линиялары һуҙғандар.
Ҡандра ауылында комплекслы трансформатор ярҙамсы станцияһы урынлаштырыу хәстәрлеге күрелә. Ҡаланың медицина учреждениеларын, таҙартыу ҡоролмаһы кеүек яуаплы ҡулланыусыларҙы тәьмин итеү өсөн дөйөм оҙонлоғо 14 километр булған ике кабель линияһы төҙөлөшөн теүәлләгәндәр. Шулай уҡ Собханғол, Түбәнге Троицкий, Серафимовка ауылдарында ла яңы объекттар, линиялар төҙөлгән, ремонт эштәре башҡарылған. Төҙөү һәм яңыртыу барышында заманса материалдар ғына, шул иҫәптән үҙилтеүсе изоляцияланған үткәргестәр (СИП) ҡулланыла. Ул селтәрҙәрҙең юғары ышаныслылығын тәьмин итә.
Инвестиция программаһы буйынса предприятиела электр энергияһын коммерция иҫәпләү автомат системаһы (АСКУЭ) индерелә. Йыл башынан алып ошондай 604 прибор урынлаштырылған, 2100-ҙән күберәк счетчик күрһәткестәрҙе дистанцияла алыу системаһына керетелгән. Был автоматлаштырылған системаның төп маҡсаты – электр энергияһын юғалтыуҙы кәметеү.
Республикала Зауыҡлы биләмәләр йылында энергетиктар йәшәү мөхитен зауыҡлы итеүҙә матур өлгө күрһәткән. Ҡаланың Октябрҙең 70 йыллығы урамында урынлашҡан трансформатор ярҙамсы станцияһы фасадын ремонтлап, художество-граффити алымы менән тематик йәһәттән биҙәгәндәр. Быға ижади йәштәрҙе йәлеп иткәндәр. Предприятиеның ыңғай имиджын сағылдырған, патриотик тойғо уятҡан был ижади эшкә республика Башлығы ыңғай баһа биргән.
Энергетиктар республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнаша. “Башҡорт ихатаһы”, “Уңайлы ҡала мөхите” программалары сиктәрендә башҡарған эштәре лә маҡтауға лайыҡ. Былтыр республика маҡсатлы программалары нигеҙендә урамдарҙы яҡтыртыу селтәрен капиталь ремонтлау буйынса 12 миллион һумлыҡ, йәғни унан алдағы йыл менән сағыштырғанда алты тапҡырға күберәк эштәр башҡарылған. Улар йыл һайын ҡалала һәм ауылдарҙа Яңы йыл боҙ ҡаласыҡтарын яҡтылыҡ менән биҙәп, байрам кәйефе тыуҙыра.
Предприятиеның уңыштары 169 кешенән торған коллективтың фиҙакәр хеҙмәте менән яулана. Үткән йылда төп эшмәкәрлек – электр энергияһын транспортлау – унан алдағы йылдағыға ҡарата 101 процент тәшкил иткән. Төп капиталға инвестициялар, 120 процент үҫеш менән, 44 миллион һумдан артығыраҡ тәшкил иткән. Юбилей йылының да уңышлы тамамланыры көтөлә.
Предприятиела хеҙмәткәрҙәргә талаптар ҙа, улар тураһында хәстәрлек тә юғары. Хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш һәм ял шарттары тыуҙырыла. Йәштәр спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Предприятие күп хеҙмәт коллективтарында онотолоп барған хеҙмәт династиялары менән дан тота. Малышевтар, Фазлыевтар, Зайкиндар, Мөхәмәҙиевтәр, Ғимаҙиевтар, Ғүмәровтар, Ғәлиндәр, Төхбәтуллиндар, Йыһаншиндар, Миңлехановтар, Сәмиғуллиндар, Ғәфиәтуллиндар, Хәйруллиндарҙың эшһөйәр династиялары йәмғиәттең ғорурлығы булып тора. Етәкселәрҙән дә уңды коллектив. Предприятиеға генераль директор Айҙар Ғиниәтуллин етәкселек итә.
– Беҙҙең предприятиеның бай тарихы, данлы үткәне бар. Берҙәм ынтылыш, намыҫлы хеҙмәт менән уның киләсәген ышаныслы итеү өсөн тырышасаҡбыҙ, – ти Айҙар Айрат улы.