Илдең ҡеүәтле сәнәғәт инфраструктураһы булған энергетика тармағы әлеге ваҡытта реформалаштырыу һәм реструктуризациялау осорон кисерә. Был тармаҡтағы предприятиелар өсөн заман һынауы булып тора. «Октябрьский электр селтәрҙәре» компанияһы ошо ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән ышаныслы һәм юғары сифатлы хеҙмәтләндереүгә өлгәшә.
Октябрьский энергетиктарын төрҙәштәренән айырмалы иткән үҙенсәлеген айырып билдәләү урынлы – улар башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ барырға ынтыла һәм тармаҡтағы техник һәм технологик яңылыҡтарға башлап юл яра. Предприятиеның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Предприятиеға электр энергияһы менән тәьмин итеү системаһын эксплуатациялау, уларҙың техник торошон яҡшыртыу һәм ҡоралландырыу, яңыртыу бурысы йөкмәтелгән. Шулай уҡ электр объекттарын һәм селтәрҙәрҙе хеҙмәтләндереү, ҡулланыусыларға килешеү нигеҙендә хеҙмәттәр күрһәтеү, электр энергияһын һаҡсыл тотоноу сараларын ғәмәлгә ашырыу, электр объекттары һәм коммуникацияларын төҙөү, электр тәьмин итеү селтәрҙәрен проектлау уларҙың эш даирәһенә инә. Предприятиеның ойоштороу структураһының нигеҙен административ-идара итеү аппараты, төп һәм ярҙамсы производство, электр энергияһын ҡулланыусыға тапшырыу буйынса подразделениелар тәшкил итә.
Предприятиеның үҙ ҡарамағындағы һәм арендалауында 273 трансформатор ярҙамсы станцияһы, 442 трансформатор, 337,8 километр кабель һәм 468,78 километр һауа линиялары иҫәпләнә. Улар ҡулланыусыларҙың 80-гә яҡын, шул иҫәптән 54 трансформатор ярҙамсы станцияһын техник хеҙмәтләндерә. Компания быйыл туғыҙ айҙа 188 объектты – күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы, сауҙа, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарын, төҙөлөш майҙандарын, производство базаларын электр селтәрҙәренә тоташтырған. Технологик тоташтырыуҙың уртаса срогы 38,9 көн тәшкил иткән.
Предприятие коллективы алға ҡуйған бурыстарҙы үҙенең ҡеүәтле потенциалына нигеҙләнеп һәм донъя күләмендәге алдынғы ҡаҙаныштарҙы ҡулланып тормошҡа ашыра. Тармаҡтағы техник һәм технологик яңылыҡтарға йыш ҡына Октябрьский энергетиктары башлап юл аса. Улар республикала беренсе булып эштәрҙе көсөргәнеш аҫтында эшләү алымы (РПН) менән башҡарыуҙы үҙләштергән. Яңы алым, селтәрҙәрҙә ҡаралған режимды үҙгәртмәйенсә, ҡулланыусыларҙы өҙмәйенсә һәм электр энергияһы һатыуҙы арттырып, ремонт-эксплуатациялау эштәренең һығылмалылығын булдырып, хәүефһеҙ эшләүҙе тәьмин итә. РПН технологияһының асылы белгестең зиһенен эш хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһе менән уның технологияһы берләштерелгән заданиеға йүнәлтеүгә нигеҙләнә. Яңы эш алымы энергия ағымын оптималь булмаған бүлеү сәбәпле, селтәрҙәрҙәге юғалтыу сығымдарына, етешһеҙлекте үҙ ваҡытында хәл итмәү сәбәпле һауа һәм кабель линияларының туҡталыуына, электр энергияһын реализациялауҙың кәмеүенә юл ҡалдырмай. Был осраҡта эш урынын әҙерләү менән бәйле үткәргесте өҙөү, ергә тоташтырыу кеүек эш этаптарын башҡарыу кәрәкмәй. Ә бит һауа һәм кабель линияларын өҙөп тороу электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын кәметеүгә килтерә. Яңылыҡ электр биреүҙәге сикләүҙәр һәм электр менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр һөҙөмтәһендәге юғалтыуҙарҙы кәметә.
Быйылғы хеҙмәт йылы тамамланыуға бара. Энергетиктар башҡарылған эштәрҙе барлай. Быйыл көсөргәнешле трансформаторҙарҙы капиталь ремонтлау, электр ҡоролмаларын тепловизион тикшереү, РЗиА сараларын ревизиялау һәм көйләү, һауа һәм кабель линияларын капиталь ремонтлау, профилактик һынауҙар буйынса ҙур эш башҡарылған. Инвестиция программаһы буйынса предприятиеның үҙ көсө менән барлыҡ трансформатор ярҙамсы станцияларын мәғлүмәттәрҙе автоматик тапшырыусы электр счетчиктары менән йыһазландырыу теүәлләнгән. Һөҙөмтәлә һәр ярҙамсы станция буйынса электр энергияһының актуаль параметрҙары тураһында мәғлүмәт алырға, электр энергияһын юғалтыуға килтергән биләмәләрҙе локалләштерергә, предприятие селтәренә килгән һәм ҡулланыусыға ебәрелгән электр энергияһы балансын контролдә тоторға мөмкинлек тыуған.
“Энергосфера” программалы комплексын керетеү ҙә компания эшмәкәрлегендә мөһим яңылыҡ булып тора. Был йүнәлештә лә эш башланған. Уның ярҙамында электр энергияһы сығымдары һәм урынлаштырылған счетчиктарҙан электр энергияһы параметрҙары хаҡында мәғлүмәт туплап һәм анализлап буласаҡ. Артабан ул ҡулланыусыларға үҙҙәренең “аҡыллы” электр счетчиктарындағы мәғлүмәткә инергә мөмкинлек бирәсәк. Бындай счетчиктар 2022 йылда урынлаштырыла.
Шул уҡ программа нигеҙендә быйыл ҡаланың күп фатирлы йорттарын дөйөм йорт электр счетчиктары менән йыһазландырыуҙы теүәлләгәндәр. Һуңғы йылдарҙа компанияла предприятие менән автоматлаштырылған идара итеү системаһын булдырыу буйынса әүҙем эш бара. Ул производство процестарын комплекслы автоматлаштырыу һәм компьютерлаштырыуҙы күҙ уңында тота.
Үткән йылда клиенттарҙың селтәр компанияһы менән аралашыуының бөтә этаптарында ла ҡатнашыу өсөн ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү үҙәге асылған. Бында клиенттарға белгестәр квалификациялы консультация бирә, физик һәм юридик шәхестәрҙе хеҙмәтләндерәләр. Офиста клиенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Энергетика – заман технологияларының һуңғы ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп айырыуса етеҙ үҫеш алған сәнәғәт тармағы. Октябрьский энергетиктары замандан бер аҙым алдараҡ бара һәм технологик яңылыҡтарҙы башлап үҙләштерә. Уларҙың республикала һәм Рәсәй энергетика комплексы тармағында танытҡан эштәре, уртаҡлашыр тәжрибәләре бар.