Иҡтисад
22 Декабрь 2020, 13:15

“Элком” эшләй башланы

Бында 200-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Элком” электр-техник корпустар етештереү заводын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Сара видеоконференцэлемтә тәртибендә тура эфирҙа үтте.
Мәғлүм булыуынса, предприятие былтыр ноябрҙә республиканың Инвестиция комитеты хуплаған тәүге проекттарҙың береһе булғайны. Инвесторҙар, 650 миллион һум самаһы йүнәлтеп, Өфө районының Зубов ауылында юғары технологиялы заманса комплекс төҙөнө.
Завод продукцияһын – стенаға эленә һәм иҙәнгә ҡуйыла торған электр-техник корпустарҙы – Башҡортостандағы һәм башҡа төбәктәрҙәге предприятиеларға һәм ойошмаларға оҙатырға ниәтләйҙәр.
Башҡортостан Башлығы “Элком” йәмғиәтен артабан үҫтереү мөмкинлеген һәм заводҡа дәүләт яраҙмы күрһәтеү сараларын “Сәнәғәт сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә тәҡдим итте.
– Предприятие бөгөн үк аяҡҡа баҫты тип әйтергә мөмкин. Бында 200-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектҡа артабан да булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас