22 декабрҙә сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһе эшмәкәрлеге буйынса брифинг ойошторолдо. Кәңәшмә барышында республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Көнүҙәк һорауҙарҙың береһе ҡулланыусылар баҙары үҫеше һөҙөмтәһенә бәйле булды. Алексей Гусев әле сауҙа тармағының иҡтисадта мөһим урын биләүе, республиканың тулайым төбәк проектын индереү буйынса алдынғылар рәтендә барыуы хаҡында әйтте. Былтыр уның өлөшө 14 проценттан артҡан, төбәк бюджетына килгән һалым түләүҙәренә индергән өлөшө 16,5 процент тәшкил иткән. “Сауҙа секторы эшмәкәрлегенең республиканың консолидацияланған бюджетына һалым килеме күләме 32,9 миллиард һумдан ашты. Берәмтәләп тауар әйләнеше күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй һәм Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбенә инә. Тауарҙарҙы файҙаланыуҙың йыллыҡ күләме 930 миллиард һумдан арта”, – тип хәбәр итте министр.
Артабан был сегментта, эпидемиологик хәл сәбәпле, 2020 йылда күләмдәрҙең кәмеүе хаҡында белдерҙе. Пандемия ритейлдың онлайн сегментҡа сығыуын шәбәйткән һәм маркетплейстарҙа сауҙа итеүҙе йәнләндергән. Интернет аша ошондай эшмәкәрлек 3,5 тапҡырға артҡан. Шулай уҡ сығып һатыу, мобиль сауҙа һәм тауарҙарҙы өйгә килтереп биреү ҙур ихтыяж менән файҙаланылған.
Юл буйы хеҙмәтләндереүе тураһында ла һүҙ булды. “Был өлкәлә инвестициялар әүҙемлеге күҙәтелә. “Инвестсәғәт”тәр аша ғына 25-тән ашыу юл буйы комплексын төҙөргә теләгән 16 инвестор булды. Был һайланылған йүнәлештең дөрөҫ икәнлеген күрһәтә”, – тине Алексей Гусев.
Алкоголь продукцияһын берәмтәләп һатыу өлкәһендә дәүләт контроле эше хаҡында ла һөйләне министр. Шулай итеп, быйылғы 11 айҙа 318 конроль сараһы үткәрелгән һәм 1547 сауҙа объекты тикшерелгән. 247 предприятиела 265 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән, 247 административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш асылған, 6,6 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Ағымдағы йылда лицензиялы сауҙа урындары 139 берәмеккә артҡан. Эшҡыуарҙар, штраф түләгәнсе, лицензия алып, легаль эшләүҙе хуп күрә. Ә штраф күләменә килгәндә, ул һуңғы йылдарҙа күпкә артты.
Урындағы тауар етештереүселәргә, эшкәртеүселәргә ярҙамға һәм социаль бурыстарға килгәндә, республика федераль үҙәк ярҙамында башланғыс класс уҡыусыларын йылы аш менән тәьмин итә башланы. Был – 244 мең тирәһе уҡыусы. Әлегә тиклем ошондай ярҙамды I – IV класс уҡыусыларының һигеҙ проценты ғына ала ине.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында ла һүҙ булды. Шулай итеп, быйыл республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары боҙолоу тураһында 900 ялыу килгән. Судҡа тиклемге тәртиптә 12 миллиондан ашыу һумлыҡ матди зыян ҡапланған. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, өс миллион һумға күберәк.
“Республикала йәшәүселәр, ғәҙәттә, берәмтәләп сауҙа итеү, шул иҫәптән көнкүреш техникаһы, кейем, йыһаз һатып алыу буйынса сифатлы күрһәтелмәгән хеҙмәттәр, артабан көнкүреш, финанс, торлаҡ-коммуналь, туристик һәм медицина хеҙмәттәренә зарлана”, – тип һөйләне онлайн форматта үткән сарала республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Башҡортостанда көн һайын аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тикшерелә, тиелде брифингта. “Тауарҙарҙың ҡайһы берҙәренә хаҡ артыуын күҙәтәбеҙ. Әлеге ваҡытта, үткән йыл менән сағыштырғанда, уртаса йыллыҡ инфляция күҙәтелә. 2019 йылда ул 5,3 процент тәшкил итһә, 2020 йылда – 3,9 процент. Сауҙа селтәрҙәре менән һатыуға өҫтәмә хаҡты арттырмау буйынса үҙ-ара мөнәсәбәт ҡорҙоҡ. Сеймал инфляцияһы 5,6 процент тәшкил итһә, ҡулланыусылар кимәлендәгеһе иһә - 4,2 процент. Йәғни, магазиндарҙағы хаҡтар менән сағыштырғанда, сеймал ҡиммәтләнде”, – тине Алексей Гусев.
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт менән прокуратураның берлектәге комиссияһы көн һайын тауарҙы һатыу хаҡын тикшерә.
“Иң ныҡ тәьҫир иткән сара – шәкәр менән майға хаҡтарҙы сикләү. Ритейл өсөн шәкәр хаҡы – 36, магазиндарҙа 46 һумға тиклем төшөргә тейеш. Селтәрҙәр өсөн май хаҡының 95 һумдан күберәк булмауы зарур. Ә кәштәләрҙәге майҙы һатып алғандар өсөн хаҡ 110 һумдан ҡиммәтерәк булмаҫҡа тейеш”, – тине министр.
Брифингта Алексей Гусев уҡыусыларҙың мәктәп туҡланыуы һөҙөмтәһендә ағыуланыу осраҡтарының бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында ла һөйләне. “Мәктәп туҡланыуы, санитария нормалары һәм ҡағиҙәләр тәү сиратта хәүефһеҙлеккә йүнәлтелгән. Мәктәптә туҡланыу өсөн файҙаланылған ысулдар ағыуланыу осрағына килтерә алмай”, – тип хәбәр итте ул.
Ведомство етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгә уҡыусыларҙың мәктәптә туҡланыу һөҙөмтәһендә ағыуланыу осрағы теркәлмәгән. Алексей Гусев министрлыҡтың мәктәп туҡланыуында ҡатнашҡан кешеләрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса барлыҡ сараларҙы күрәсәге һәм бындай хәлдәрҙе булдырмау өсөн контроль буласағы хаҡында белдерҙе.
Бынан тыш, брифингта Башҡортостандың агросәнәғәт кластеры формалашыуы һәм “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе аҫтында аҙыҡ-түлекте ирекле маркировкалау хаҡындағы һорауҙар ҙа ҡаралды.