Башҡортостандан Айрат Ғәлләмов менән Рауил Заһировтың AWBISS (АБИСС) проекты Сколково баһаһы буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде. Ошо көндәрҙә Сколково стартаптары мәктәбенең көҙгө-ҡышҡы миҙгелендәге демо-көн йомғаҡтары иғлан ителде. Онлайн-программа бер ай дауам итте һәм мәғлүмәт технологиялары, яһалма интеллект, сәғәт технологиялары һәм биомедицина өлкәһендәге ҡаҙаныштарға арналды.
Стартап буйынса эш былтыр башланғайны. Быйыл иһә Айрат Ғәлләмов, Рауил Заһиров һәм команданың башҡа ағзалары IT-проекттар өсөн төбәк акселерация программаһында ҡатнашты. Бер нисә айҙан AWBISS проекты еңеү яуланы. Бынан тыш, ул Инновацияларға булышлыҡ итеү фондының өс миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булды.
“Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына ярашлы, стартаперҙар үҙҙәренең IT-проекттарын таныта, белемен камиллаштыра, эксперттар менән таныша һәм идеяларын үҫтереү өсөн матди ярҙамға дәғүә итә ала”, – тип белдерҙе AWBISS проекты авторҙары.
Фото: it.bashkortostan.ru