Иҡтисад
24 Декабрь 2020, 18:15

"Алға" ышаныслы алға бара

Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Күҙәтеү советының беренсе ултырышы булды.

Бөгөн Өфөлә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Күҙәтеү советының беренсе ултырышы булды. Совет рәйесе – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала махсус иҡтисади зона булдырыу буйынса эшкә яҡынса йомғаҡ яһаны, уның биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе һәм “Алға” зонаһын үҫтереүҙең перспективалы планы менән танышты.
– Махсус иҡтисади зона статусы алыуыбыҙға биш ай ғына үтте, ләкин алға табан ышаныслы барабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Белеүебеҙсә, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙә сәнәғәт етештереүе индексы бер аҙға төштө, әммә төҙөлөш өлкәһендә, инвестиция йәлеп итеүҙә ыңғай хәрәкәт бар. Һис һүҙһеҙ, артабанғы үҫеш өсөн “Алға” махсус иҡтисади зонаһы мөһим инструменттарҙың береһе булып тора.
Беренсе вице-премьер - Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, махсус иҡтисади зонаның ғәмәлдәге резиденттары тәҡдим иткән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу 10 миллиард һум самаһы йәлеп итергә һәм 1,4 мең эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Ҡайһы бер инвесторҙар төҙөлөш-монтаж эштәренә тотонған да инде, бәғзе проекттар йәмәғәтселек тикшереүе үтә. Инфраструктураны үҫтереү тураһында һөйләгәндә Илшат Тажетдинов 2020 - 2022 йылдарға территориаль заказға ошо зонаға ете километрҙан ашыу автомобиль юлдары төҙөүҙең дә индерелеүен билдәләне. Республика Хөкүмәте тимер юл төҙөү варианттарын да ҡарай, шул иҫәптән “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәтен дә йәлеп итеп. Инженерлыҡ селтәре, электр һәм газ тәьминәте буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре 2021 йылда башланасаҡ.
Илшат Тажетдинов махсус иҡтисади зонаны үҫтереү буйынса 2021-2022 йылдарға бурыстарҙы ла билдәләп үтте. Уларға инвестиция йәлеп итеү, биләмәне планлаштырыу һәм межалау проекттарын тамамлау, махсус иҡтисади зонаның һәр майҙансығына коммуникациялар тоташтырыу, инфраструктураны артабан үҫтереү, шулай уҡ административ-көнкүреш бинаһын һәм таможня хеҙмәте объекттарын проектлау, төҙөү инә. Радий Хәбиров махсус иҡтисади зона майҙанының байтаҡ өлөшө ҡуртымда булыуын йәки потенциаль инвесторҙар өсөн алып ҡалыныуын билдәләне, биләмәне киңәйтеү варианттары өҫтөндә эшләргә ҡушты.
“Алға” зонаһы резиденттары - компаниялары вәкилдәре үҙ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Мәҫәлән, был зонала заманса эш кейеме тегеү (“Аркада” сәнәғәт берекмәһе), юл һәм коммуналь хужалыҡ өсөн материалдар етештереү (“Азимут” юл тамғалары заводы), яҡтылыҡ ҡоролмалары (“ҘУР” ширҡәте), дизель яғыулығы өсөн цетанды арттырыу присадкалары әҙерләү (“М-Синтез” йәмғиәте), углеводород газдарын ароматик углеводородтарға эшкәртеү (“ДоГа” финанс төркөмө) предприятиелары урынлаша. “М-Синтез” йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Балянов хәбәр итеүенсә, цетанды арттырыусы присадкалар етештереү заводы Рәсәйҙәге ошондай икенсе генә завод буласаҡ, һәм ул экологик экспертизалар үткәреүҙе тиҙләтеүҙә ярҙам һораны.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты, әммә тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡануниәтте күҙәтеүҙең дә мөһим булыуын билдәләне. Етәксе шулай уҡ махсус иҡтисади зонала эшләйәсәк предприятиелар өсөн кадрҙар әҙерләү тураһында ла уйларға ҡушты.
– Беҙ һәйбәт темп алдыҡ, әйҙәгеҙ, шулай интенсив һәм емешле эшләүҙе дауам итәйек, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас