23 декабрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса төп иҡтисади күрһәткестәр буйынса брифинг үткәрҙе.
“Һуңғы ике айҙа хәлдең үҙгәреүен, ыңғай үҫеште күрәбеҙ. Быйылғы йыл өсөн прогноз һаны – 100,1 процент. Был күрһәткескә өлгәшеү өсөн күп нәмә эшләргә кәрәк. Шулай итеп, иң мөһиме – нефть сығарыу. Ул беҙгә ошо күрһәткесте формалаштыра”, – тип белдерҙе Рөстәм Моратов.
Рөстәм Хәмит улының хәбәр итеүенсә, быйыл 11 айҙа сәнәғәт етештереүе 2,8 процентҡа кәмегән. Был Рәсәй Федерацияһында “бәләкәйерәк” түбәнәйеү тип билдәләнде. Илдә сәнәғәт етештереүе индексы – 97, Волга буйы федераль округында 96,2 процент тәшкил иткән.
Республика властарының иҡтисадтың тотороҡлолоғон күтәреү буйынса ике пакет сараларҙың эшләүе хаҡында бөгөн йәнә әйтелде. 1 апрелдә 58 саранан торған пакет ҡабул ителһә, 1 июндә тағы 38 саранан торған икенсеһе барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта өсөнсөһө әҙерләнә. Уның күләме 18,5 миллиард һумға баҫыр тип баһалана. Айырып әйткәндә, һүҙ урындағы тауар етештереүселәргә һәм сауҙа селтәрҙәренә ярҙам итеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ағас эшкәртеү, әҙерләү ҡоролмалары алыу өсөн киткән сығымдар өлкәһенә булышлыҡ ҡылыу, был программаны 2024 йылға тиклем оҙайтыу, аграр секторҙа эшләгәндәргә ауыл хужалығы техникаһын, химиялаштырыу сараларын һатып алғанда финанс ярҙамды һаҡлап ҡалыу хаҡында бара. Туризм өлкәһендәге эшҡыуарлыҡҡа ярҙамға килгәндә, геопарктарға, отелдәрҙе реновациялауға, яңы маршруттарҙы эшләүгә дәртләндереүгә, илдең икенсе төбәктәренән туристарҙы йәлеп итеүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау ҙа тәҡдим ителә.
Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен 2021 һәм план буйынса 2022-2023 йылдарға күҙаллауға килгәндә, 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса төбәктә сәнәғәт етештереүе – 3,9, аграр сәнәғәт комплексы продуцияһы күләме – 2,4 (184,986 миллиард һумға тиклем), төҙөлөш эштәре – 1 (231,344 миллиард һум), берәмтәләп сауҙа итеү әйләнеше 5 процентҡа (1,003 триллион һумға тиклем) артыр тип көтөлә.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, иҡтисадҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле инструменттары булараҡ, төбәктәге Сәнәғәт үҫеше фонды эшмәкәрлеген, еңел сәнәғәт үҫешен, федераль корпорациялар һәм холдингтар менән эш итеүҙе атаны.
Тормошобоҙҙа барған үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан иҡтисадының да һиҙелерлек үҙгәреүе хаҡында һүҙ булды онлайн форматта үткәрелгән сарала. Пандемия фармацевтика, фармакология өлкәһенә тос йоғонто яһаны. “Фармакология продукцияһына ихтыяж арта. Был өлкәлә инвестиция проекттары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, “Phizer” компанияһы предприятиеларыбыҙҙың береһе менән инвестиция проектын ойоштороуҙы планлаштыра. Килешеүҙәр буйынса башҡа башланғыстар бар, йәғни фармакологияға импульс бирелде. IT-индустрияға килгәндә, һанлаштырыуға, онлайн продукцияға, онлайн хеҙмәтләндереүгә тренд һыҙатланды. Һәм тағы - ауыл хужалығы продукцияһы. Беҙ, төбәк булараҡ, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бүлә башланыҡ. Был өлкәлә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары, һөт, малсылыҡ тармаҡтары үҫешенә ярҙам итеүҙең аныҡ программалары эшләй. Улар үҫеш өсөн “драйв” буласаҡ”, – тип белдерҙе Рөстәм Моратов.
2021 йыл башында Башҡортостан Мәскәү ҡалаһында Инвестицияларҙы йәлеп итеү үҙәгенең вәкиллеген асырға ниәтләй. “Барлыҡ һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Әле ошо эшмәкәрлекте Мәскәүҙә алып барасаҡ кандидатты эҙләйбеҙ”, – тине Рөстәм Хәмит улы.